Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Күпме теләйһегеҙ, шул тиклем баҫабыҙ...
Күпме теләйһегеҙ, шул тиклем баҫабыҙ...— Китабымды баҫтырырға ине, тик нәшриәт йорттары 500-ҙән дә кәм заказға риза түгел...
— Юбилейыма альбом әҙерләп йөрөйөм, әммә аҙ тиражда баҫырға урын юҡ...
Элегерәк бындайыраҡ һөйләшеүҙәр ҡәҙимге кеүек тойола ине, әммә бөгөн хәлдәр үҙгәрҙе. Хәҙер китап сығарырға теләгәндәр 100 данаға ла, 50-гә лә, хатта биш бөртөккә лә заказ бирә ала. Нисек тиһегеҙме? Ошо көндәрҙә генә “Белая река” нәшриәтендә заманса ҡоролма сафҡа инде. “Элек беҙ: “Тираж ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшы”, – ти торғайныҡ. Хәҙер иһә, “Күпме теләйһе­геҙ, шул тиклем баҫабыҙ” принцибынан сығып эшләйбеҙ”, — ти “Белая река” нәшриәте директоры Олег Лищенко.


iGen һанлы баҫыу маши­наһы “Башинформ” агентлы­ғын­да үткән матбуғат конфе­рен­ция­һының да төп “сәбәпсе­һе” булды. “Башҡорт­ос­тан Рес­публикаһында һанлы оператив поли­графия­ның үҫеше” тип атал­ған һөйләшеүҙә Мат­буғат һәм киң мәғлү­мәт саралары агент­лығы етәксеһе Борис Мел­коедов, “Республика Баш­кортостан” нәшриәт йортоноң генераль директоры Венера Хәкимова, “Белая река” нәш­риә­тенең, “Ксерокс СНГ” компа­нияһының вәкилдәре ҡатнашты.
“Полиграфия тар­ма­ғында ҙур тираждар һәм оҙайлы сроктар артта ҡала. Һанлы техноло­гия­ларҙың үҫеше предприя­тие­ларҙың да конкурент­лыҡ һәлә­тенә йоғонто яһай. Беҙҙең ос­раҡ­та иһә “Белая река” кеүек дәү­ләт предприятие­һы­ның инвестицияларын оҫта файҙала­ныуы иғти­барға лайыҡ. Заманса машина яңы мөмкинлек­тәр аса­саҡ”, – тине Борис Николаевич.
Заманса баҫыу ма­ши­на­һының мөмкинлектәре ысынлап та ҙур. Әйтәйек, ошоға тиклем тиҫтәләп китапты баҫты­рыу өсөн бер нисә көн кәрәк булһа, хәҙер иһә заказ сәй эсеп алған арала әҙер бу­ласаҡ. Унан һуң һүҙ бер китап сығарыуға ғына ла ҡайтып ҡалмай. Бында ви­зиткаларға ла, төрлө белеш­мә­ләргә лә, аль­бом­дарға ла заказдар ҡа­бул итәләр. Ә иң мө­һиме – нисәү кәрәк, шул тиклем. Сифат йә­һә­тенән дә заказсы отол­мая­саҡ. Ғөмүмән, ашыҡ­ҡан ашҡа бешкән әйтеме был осраҡта актуаль тү­гел. Һанлы техно­ло­гия­лар заманында бөтә нә­мә тиҙлеккә һәм си­фатҡа көйләнә.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.­


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә