— Китабымды баҫтырырға ине, тик нәшриәт йорттары 500-ҙән дә кәм заказға риза түгел...
— Юбилейыма альбом әҙерләп йөрөйөм, әммә аҙ тиражда баҫырға урын юҡ...
Элегерәк бындайыраҡ һөйләшеүҙәр ҡәҙимге кеүек тойола ине, әммә бөгөн хәлдәр үҙгәрҙе. Хәҙер китап сығарырға теләгәндәр 100 данаға ла, 50-гә лә, хатта биш бөртөккә лә заказ бирә ала. Нисек тиһегеҙме? Ошо көндәрҙә генә “Белая река” нәшриәтендә заманса ҡоролма сафҡа инде. “Элек беҙ: “Тираж ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшы”, – ти торғайныҡ. Хәҙер иһә, “Күпме теләйһегеҙ, шул тиклем баҫабыҙ” принцибынан сығып эшләйбеҙ”, — ти “Белая река” нәшриәте директоры Олег Лищенко.iGen һанлы баҫыу машинаһы “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһының да төп “сәбәпсеһе” булды. “Башҡортостан Республикаһында һанлы оператив полиграфияның үҫеше” тип аталған һөйләшеүҙә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң генераль директоры Венера Хәкимова, “Белая река” нәшриәтенең, “Ксерокс СНГ” компанияһының вәкилдәре ҡатнашты.
“Полиграфия тармағында ҙур тираждар һәм оҙайлы сроктар артта ҡала. Һанлы технологияларҙың үҫеше предприятиеларҙың да конкурентлыҡ һәләтенә йоғонто яһай. Беҙҙең осраҡта иһә “Белая река” кеүек дәүләт предприятиеһының инвестицияларын оҫта файҙаланыуы иғтибарға лайыҡ. Заманса машина яңы мөмкинлектәр асасаҡ”, – тине Борис Николаевич.
Заманса баҫыу машинаһының мөмкинлектәре ысынлап та ҙур. Әйтәйек, ошоға тиклем тиҫтәләп китапты баҫтырыу өсөн бер нисә көн кәрәк булһа, хәҙер иһә заказ сәй эсеп алған арала әҙер буласаҡ. Унан һуң һүҙ бер китап сығарыуға ғына ла ҡайтып ҡалмай. Бында визиткаларға ла, төрлө белешмәләргә лә, альбомдарға ла заказдар ҡабул итәләр. Ә иң мөһиме – нисәү кәрәк, шул тиклем. Сифат йәһәтенән дә заказсы отолмаясаҡ. Ғөмүмән, ашыҡҡан ашҡа бешкән әйтеме был осраҡта актуаль түгел. Һанлы технологиялар заманында бөтә нәмә тиҙлеккә һәм сифатҡа көйләнә.