Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тыйырғамы, өйрәтергәме?
Тыйырғамы, өйрәтергәме? Балаларға һәм үҫмерҙәргә Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙән файҙаланырға рөхсәт итергәме, юҡмы? Был мәсьәлә буйынса фекер алышыу һәм тәҡдимдәр туҡтамай.
Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаты В. Милонов индергән проект “Социаль селтәр эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан көйләү тураһында” тип атала. Ул ошо селтәрҙә үҙ битен фәҡәт ысын исем-шәрифе менән генә теркәргә рөхсәт итә, паспорт мәғлү­мәттәрен күрһәтеүҙе лә мотлаҡ тип бил­дәләй. Ә 14 йәшкә тиклемге балаларға, ошо проектҡа ярашлы, социаль селтәргә инеү бөтөнләй тыйыла. Бынан тыш, документ хат алышыу текстарының скриншотын был яҙма әңгәмәлә ҡатнашҡандарҙың рөхсәтенән тыш таратыуға ла юл ҡуй­маясаҡ. Закон проектының тағы бер тәҡдиме – бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш ваҡытында социаль селтәрҙән файҙа­ланырға рөхсәт итмәү. Был хаҡта Хеҙмәт кодексына ла үҙгәреш индерергә теләйҙәр. Ленинград өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты В. Петров хатта был ҡанунды 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индереүҙе талап итә.
Быға саҡлы Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге (ВЦИОМ) һорау алыуҙың яуаптарын да баҫып сығарғайны: рәсәйҙәрҙең 62 проценты 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә социаль селтәргә инеүҙе тыйыу яҡлы, шул уҡ ваҡытта 52 проценты ошондай селтәрҙә паспорт буйынса теркәүгә риза түгел.
Ләкин, ҡайһы бер белгестәр раҫлауынса, был тыйыуҙың кире йоғонтоһо барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. “Өҫтәмә кәртәләр ҡуйырға түгел, ә бәлиғ булмағандар менән оҫта профилактик эш алып барырға кәрәк”, – ти Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһы комиссиялары рәйестәренең береһе Д. Галочкин. Уның аңлатыуына ҡарағанда, мәктәп уҡыусыларын паспорт мәғлүмәттәрен үҙгәртеп ҡорорға өйрәткән һәм шул нигеҙҙә үҙҙәренә аҡса эшләргә тотонған “аҡыллы баш”тар иртәме-һуңмы фашланасаҡ.


Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә