Балаларға һәм үҫмерҙәргә Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙән файҙаланырға рөхсәт итергәме, юҡмы? Был мәсьәлә буйынса фекер алышыу һәм тәҡдимдәр туҡтамай.Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаты В. Милонов индергән проект “Социаль селтәр эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан көйләү тураһында” тип атала. Ул ошо селтәрҙә үҙ битен фәҡәт ысын исем-шәрифе менән генә теркәргә рөхсәт итә, паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтеүҙе лә мотлаҡ тип билдәләй. Ә 14 йәшкә тиклемге балаларға, ошо проектҡа ярашлы, социаль селтәргә инеү бөтөнләй тыйыла. Бынан тыш, документ хат алышыу текстарының скриншотын был яҙма әңгәмәлә ҡатнашҡандарҙың рөхсәтенән тыш таратыуға ла юл ҡуймаясаҡ. Закон проектының тағы бер тәҡдиме – бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш ваҡытында социаль селтәрҙән файҙаланырға рөхсәт итмәү. Был хаҡта Хеҙмәт кодексына ла үҙгәреш индерергә теләйҙәр. Ленинград өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты В. Петров хатта был ҡанунды 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индереүҙе талап итә.
Быға саҡлы Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге (ВЦИОМ) һорау алыуҙың яуаптарын да баҫып сығарғайны: рәсәйҙәрҙең 62 проценты 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә социаль селтәргә инеүҙе тыйыу яҡлы, шул уҡ ваҡытта 52 проценты ошондай селтәрҙә паспорт буйынса теркәүгә риза түгел.
Ләкин, ҡайһы бер белгестәр раҫлауынса, был тыйыуҙың кире йоғонтоһо барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. “Өҫтәмә кәртәләр ҡуйырға түгел, ә бәлиғ булмағандар менән оҫта профилактик эш алып барырға кәрәк”, – ти Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһы комиссиялары рәйестәренең береһе Д. Галочкин. Уның аңлатыуына ҡарағанда, мәктәп уҡыусыларын паспорт мәғлүмәттәрен үҙгәртеп ҡорорға өйрәткән һәм шул нигеҙҙә үҙҙәренә аҡса эшләргә тотонған “аҡыллы баш”тар иртәме-һуңмы фашланасаҡ.