Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Күпер төҙөргәме, урамға ут үткәрергәме?
Күпер төҙөргәме, урамға ут үткәрергәме?Башҡортостан – яңы партия проекттарын сифатлы итеп башҡарырға тотонған төбәктәрҙең береһе. Бынан тыш, республика федераль проекттар һаны буйынса ла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ошо хаҡта күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина белдерҙе.
– Яңыраҡ беҙ партия проекттарын нисек ғәмәлгә ашырыуҙы өйрәнгән семинарҙа ҡатнаштыҡ, беҙҙең республикала бер юлы 23 эштең тор­мошҡа ашырылыуы һәм алдынғы урында булыуыбыҙ хаҡында ишете­үебеҙ күңелле булды, – ти Дәүләт Думаһы депутаты, “Балалар спорты” партия проекты координаторы Рима Баталова.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй” – партия проекттарын һай­лауҙан һайлауға тиклемге осорҙа ғына түгел, ә даими рәүештә тормошҡа ашырған сәйәси көстәрҙең береһе. Быйыл ошо эшмәкәрлек тағы ла әүҙемерәк төҫ алды. Күп проекттар артабан берләштерелде, маҡсатына өлгәшкәндәре туҡтаны. “Ҡала мөхите”, “Бәләкәй ҡалалар парктары”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”, “Урындағы мәҙә­ниәт йорто” исемле мөһим башлан­ғыстарға нигеҙ һалынды. Шуға ла Башҡортостан федераль проекттар­ҙың үтәлешендә генә түгел, ә урын­дағы башланғыстар буйынса ла ҙур тәжрибә тупланы.
Күптән түгел, мәҫәлән, “Реаль эш­тәр” проектын тормошҡа ашырыу буйынса йәмәғәтселек советы республика ҡалалары һәм райондарынан 2017 йылға тәҡдим ителгән проект­тарҙы ҡараған һәм һайлап алған. Был советҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа йәмәғәтселек контроле буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский башлыҡ итеп тәғәйенләнгәйне. Уның әйтеүенсә, халыҡтан бөтәһе бер меңгә яҡын үтенес килгән. Урындарҙа тәүге сиратта хәл ителергә, йәғни төҙөлөргә йәки йүнәтелергә тейеш тип табылған был объекттар барыһы ла социаль йүнәлешкә эйә. Шулар иҫәбендә – ауыл мәҙәниәт йорттарын йүнәтеү, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, һуғышта һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл һәм обелисктарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, күпер төҙөү йәки булғанын һипләү һәм башҡалар.
“Реаль эштәр” проектының координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаты Рузалия Хисмәтул­линаның сығышынан күренеүенсә, халыҡтың был йомоштарын тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 152,8 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Сығымдарҙың бер өлөшөн муниципаль ҡаҙналар һәм шәхси инвесторҙар үҙенә аласаҡ.
Былтыр ошо проектҡа ярашлы граждандарҙың 895 теләге үтәлде – яңы спорт майҙансыҡтары, велосипед юлдары барлыҡҡа килде, айырыуса мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә иғтибар бирелде.
Был проект беҙҙең республикала өсөнсө йыл инде тормошҡа ашырыла һәм уның асылы үҙгәрмәй: иң башта ниндәй объекттар төҙөргә йәки ре­монтларға кәрәк икәнлеген урындағы йыйылышта һәм депутаттар менән осрашыуҙа халыҡ үҙе билдәләй. Уның нигеҙендә проектҡа индереләсәк исемлек төҙөлә.


Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә