Башҡортостан – яңы партия проекттарын сифатлы итеп башҡарырға тотонған төбәктәрҙең береһе. Бынан тыш, республика федераль проекттар һаны буйынса ла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ошо хаҡта күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина белдерҙе.– Яңыраҡ беҙ партия проекттарын нисек ғәмәлгә ашырыуҙы өйрәнгән семинарҙа ҡатнаштыҡ, беҙҙең республикала бер юлы 23 эштең тормошҡа ашырылыуы һәм алдынғы урында булыуыбыҙ хаҡында ишетеүебеҙ күңелле булды, – ти Дәүләт Думаһы депутаты, “Балалар спорты” партия проекты координаторы Рима Баталова.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй” – партия проекттарын һайлауҙан һайлауға тиклемге осорҙа ғына түгел, ә даими рәүештә тормошҡа ашырған сәйәси көстәрҙең береһе. Быйыл ошо эшмәкәрлек тағы ла әүҙемерәк төҫ алды. Күп проекттар артабан берләштерелде, маҡсатына өлгәшкәндәре туҡтаны. “Ҡала мөхите”, “Бәләкәй ҡалалар парктары”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”, “Урындағы мәҙәниәт йорто” исемле мөһим башланғыстарға нигеҙ һалынды. Шуға ла Башҡортостан федераль проекттарҙың үтәлешендә генә түгел, ә урындағы башланғыстар буйынса ла ҙур тәжрибә тупланы.
Күптән түгел, мәҫәлән, “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыу буйынса йәмәғәтселек советы республика ҡалалары һәм райондарынан 2017 йылға тәҡдим ителгән проекттарҙы ҡараған һәм һайлап алған. Был советҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа йәмәғәтселек контроле буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский башлыҡ итеп тәғәйенләнгәйне. Уның әйтеүенсә, халыҡтан бөтәһе бер меңгә яҡын үтенес килгән. Урындарҙа тәүге сиратта хәл ителергә, йәғни төҙөлөргә йәки йүнәтелергә тейеш тип табылған был объекттар барыһы ла социаль йүнәлешкә эйә. Шулар иҫәбендә – ауыл мәҙәниәт йорттарын йүнәтеү, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, һуғышта һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл һәм обелисктарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, күпер төҙөү йәки булғанын һипләү һәм башҡалар.
“Реаль эштәр” проектының координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллинаның сығышынан күренеүенсә, халыҡтың был йомоштарын тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 152,8 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Сығымдарҙың бер өлөшөн муниципаль ҡаҙналар һәм шәхси инвесторҙар үҙенә аласаҡ.
Былтыр ошо проектҡа ярашлы граждандарҙың 895 теләге үтәлде – яңы спорт майҙансыҡтары, велосипед юлдары барлыҡҡа килде, айырыуса мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә иғтибар бирелде.
Был проект беҙҙең республикала өсөнсө йыл инде тормошҡа ашырыла һәм уның асылы үҙгәрмәй: иң башта ниндәй объекттар төҙөргә йәки ремонтларға кәрәк икәнлеген урындағы йыйылышта һәм депутаттар менән осрашыуҙа халыҡ үҙе билдәләй. Уның нигеҙендә проектҡа индереләсәк исемлек төҙөлә.