Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй Американың дошманымы?
Һуңғы арала Рәсәй менән Америка ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса килешеүгә килә алмай йонсой. Тәү сиратта, был Американың Европала ПРО системаһын урынлаштырырға тырышыуы менән бәйле. Рәсәй быны үҙенә янау тип иҫәпләһә, АҠШ, Яҡын Көнсығышҡа ғына тоҫҡаласаҡ, ти. Ошондай шарттарҙа ике дәүләттең дошманлашып китеүе лә бар, тигән һүҙҙәр ҡуйыра. Был хаҡта политологтарҙың һәм ябай халыҡтың фекерен белештек.

Марат ҮТӘШЕВ, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның кафедра мөдире:
— Ике ил бер-береһенә дошман түгел. Үҙ-ара низағ ҡайҙалыр ресурстар етешмәй башлағанда барлыҡҡа килә. Беҙҙең бүлешер нәмә юҡ. АҠШ-та күп йылдар үҫешкән демократик ҡоролош Рәсәйгә ҡарата агрессив мөнәсәбәтте сағылдырмай.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист:
— Бер илде лә бер-береһенә дошман тип ҡарау дөрөҫ түгел. Рәсәйҙең, әлбиттә, тарихтан күренеүенсә, низағлашҡан илдәре күп булған. Ниндәйҙер позициялар буйынса ҡапма-ҡаршылыҡ булған саҡта ла, дошманлашыуға юл ҡуйырға ярамай. Америка — донъялағы ҙур, көслө дәүләттәрҙең береһе, ул иҡтисади, сәйәси яҡтан үҫешкән. Уның менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. АҠШ-тың ҡеүәтле ил булыуының сәбәбе — халҡының талантлы һәм аҡыллы булыуында. Бының менән иҫәпләшергә кәрәк.

Рөстәм ЛАТИПОВ, сәйәсәт фәндәре докторы:
— Америка Рәсәй өсөн дуҫ та, дошман да түгел. Рәсәй сәйәси һәм иҡтисади яҡтан Америкаға бәйле. “Һалҡын һуғыш” йылдарында бер һүҙһеҙ капитуляция тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйып, Рәсәй беҙҙең өсөн файҙаһыҙ булған бурыстар алды һәм бөгөнгәсә уны үтәй. Минеңсә, АҠШ Рәсәйҙе үҙ файҙаһына контролдә тота. Яҡын арала ғына был хәл үҙгәрмәҫ, тип уйлайым.

Суфия ҠАҺАРМАНОВА, хеҙмәткәр:
— Рәсәй Америка өсөн түгел, ә Америка Рәсәй өсөн дошман булырға тырыша. Беҙ бер кемгә лә дошманлыҡ тойғолары һаҡламайбыҙ. Илебеҙҙә ер күп, ресурстар буйынса байбыҙ. Шулай булғас, беҙгә АҠШ-тан бер нәмә лә кәрәкмәй, уларҙың бер нәмәһенә лә дәғүә итмәйбеҙ. Минең өсөн иң мөһиме — донъяла тыныслыҡ булһын. Кемдәрҙеңдер сәйәси амбициялары, йоғонто яһау, байлыҡ өсөн һуғыш асыуына юл ҡуйырға ярамай.

Марат ӘЛИБАЕВ, студент:
— Әлбиттә, донъялағы иң көслө ике державаның бер-береһе менән ярышыуы, ниндәйҙер кимәлдә тартҡылашып та алыуы — тәбиғи хәл. Быға тыныс ҡарарға кәрәк. Һуғыш юрау, дошманлыҡ көҫәү урынһыҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә