Һуңғы арала Рәсәй менән Америка ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса килешеүгә килә алмай йонсой. Тәү сиратта, был Американың Европала ПРО системаһын урынлаштырырға тырышыуы менән бәйле. Рәсәй быны үҙенә янау тип иҫәпләһә, АҠШ, Яҡын Көнсығышҡа ғына тоҫҡаласаҡ, ти. Ошондай шарттарҙа ике дәүләттең дошманлашып китеүе лә бар, тигән һүҙҙәр ҡуйыра. Был хаҡта политологтарҙың һәм ябай халыҡтың фекерен белештек.
Марат ҮТӘШЕВ, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның кафедра мөдире: — Ике ил бер-береһенә дошман түгел. Үҙ-ара низағ ҡайҙалыр ресурстар етешмәй башлағанда барлыҡҡа килә. Беҙҙең бүлешер нәмә юҡ. АҠШ-та күп йылдар үҫешкән демократик ҡоролош Рәсәйгә ҡарата агрессив мөнәсәбәтте сағылдырмай.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист: — Бер илде лә бер-береһенә дошман тип ҡарау дөрөҫ түгел. Рәсәйҙең, әлбиттә, тарихтан күренеүенсә, низағлашҡан илдәре күп булған. Ниндәйҙер позициялар буйынса ҡапма-ҡаршылыҡ булған саҡта ла, дошманлашыуға юл ҡуйырға ярамай. Америка — донъялағы ҙур, көслө дәүләттәрҙең береһе, ул иҡтисади, сәйәси яҡтан үҫешкән. Уның менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. АҠШ-тың ҡеүәтле ил булыуының сәбәбе — халҡының талантлы һәм аҡыллы булыуында. Бының менән иҫәпләшергә кәрәк.
Рөстәм ЛАТИПОВ, сәйәсәт фәндәре докторы: — Америка Рәсәй өсөн дуҫ та, дошман да түгел. Рәсәй сәйәси һәм иҡтисади яҡтан Америкаға бәйле. “Һалҡын һуғыш” йылдарында бер һүҙһеҙ капитуляция тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйып, Рәсәй беҙҙең өсөн файҙаһыҙ булған бурыстар алды һәм бөгөнгәсә уны үтәй. Минеңсә, АҠШ Рәсәйҙе үҙ файҙаһына контролдә тота. Яҡын арала ғына был хәл үҙгәрмәҫ, тип уйлайым.
Суфия ҠАҺАРМАНОВА, хеҙмәткәр: — Рәсәй Америка өсөн түгел, ә Америка Рәсәй өсөн дошман булырға тырыша. Беҙ бер кемгә лә дошманлыҡ тойғолары һаҡламайбыҙ. Илебеҙҙә ер күп, ресурстар буйынса байбыҙ. Шулай булғас, беҙгә АҠШ-тан бер нәмә лә кәрәкмәй, уларҙың бер нәмәһенә лә дәғүә итмәйбеҙ. Минең өсөн иң мөһиме — донъяла тыныслыҡ булһын. Кемдәрҙеңдер сәйәси амбициялары, йоғонто яһау, байлыҡ өсөн һуғыш асыуына юл ҡуйырға ярамай.
Марат ӘЛИБАЕВ, студент: — Әлбиттә, донъялағы иң көслө ике державаның бер-береһе менән ярышыуы, ниндәйҙер кимәлдә тартҡылашып та алыуы — тәбиғи хәл. Быға тыныс ҡарарға кәрәк. Һуғыш юрау, дошманлыҡ көҫәү урынһыҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.