Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Үҫеш бара, тимәк, проблемалар ҙа хәл ителәсәк
Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса отчеты тураһында беҙҙең гәзит ошонан алдағы һанында яҙғайны инде. Отчет менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһаны. Йылдың һөҙөмтәләрен нисек баһаларға мөмкин?

Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Хөкүмәттең отчеты Баш­ҡорт­останда иҡтисади мәсьәләләрҙең уңышлы хәл ителеүен раҫланы. Төп күрһәткестәр Рәсәй буйынса уртаса алғандан юғарыраҡ, ә ҡайһы берҙәре байтаҡҡа яҡшыраҡ. 2016 йылғы бюджетты беҙ, хәтерегеҙгә төшөрәм, ун миллиард һумлыҡ дефицит менән ҡабул иткәйнек, ләкин йылды ошондай уҡ суммалы профицит менән тамамланыҡ. Был Хөкүмәтебеҙҙең үҙгәрә барған хәлгә яраҡлаша белеүе, төҙәтмәләрҙе тиҙ индерергә һәләтле булыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Сығыштарҙа проблемалар ҙа аталды, улары хәл итеү өҫтөндә. Хөкүмәткә лә, депутаттарға ла эшләйһе лә эшләйһе әле. Тәүге сиратта улар йәшәү сифатына, граждандарҙың шәхси тормошона, демографияға ҡағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ке­шеләр макроиҡтисади күрһәткес­тәрҙең яҡшырыуын тейешенсә һиҙмәне әле. Быйыл ошо тәңгәлдә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип өмөт итәм. Хөкүмәт менән берлектәге эшебеҙҙә был өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ.

Рәшит ХӘЙРУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Барлыҡ төп йүнәлештәр буйынса ла һөҙөмтә ыңғай һәм бында республика Башлығының, Хөкүмәт­тең хеҙмәте ҙур. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт яғынан ҙурыраҡ иғтибар талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа эре федераль сауҙа селтәрҙәренең урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа үҫергә бирмәүе тураһында күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Федераль кимәлдә ошондай селтәрҙәрҙең төбәктәрҙәге эш ваҡытын сикләү тураһындағы закон проектын тикшереү бара, беҙҙә лә шуға тотонорға ваҡыт.

Харис ШАҺИЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Вазифа бурыстарына ярашлы, миңә ун районда агрономия буйынса кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға насип булды. Күп кенә фермерҙар һәм хужалыҡ етәкселәре шундай һорау бирә: һөткә, һәр гектар һөрөнтө ергә ҡарата банк проценты күләмен кәметеү маҡсатындағы субсидияны нисек алырға? Ҡайһы берәүҙәрҙең уны ала алмауҙарының да сәбәбе бар, әлбиттә, мин барыһын да яҡлашырға йыйынмайым. Ләкин яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигән бит халыҡ. Ауыл хужалығы етәксеһенең сығымдары артыуы баҫыу эштәрен тотҡарлауға, минераль ашлама ҡулланыуҙы кәметеүгә, бурысты ҡаплау өсөн малды күпләп һуйыуға ла алып килеүе мөмкин. Ә бының иһә 2017 йыл уңышына кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Хөкүмәтебеҙ ташламалы кредиттар биреүҙе арттырыу өҫтөндә эшләй, был саралар көтөлгән һөҙөмтәне бирер тип ышанам.

Рәсүл ҒОСМАНОВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– 2016 йылда республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителгәйне. Унда, нигеҙҙә, ҙур хужалыҡ берәмектәре күҙ уңында тотолдо. Ауылда ошо йүнәлешкә төп иғтибар биреү ундағы хеҙмәт ресурстарын тағы ла күберәк бушатыуға алып килде. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республиканың 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен, ризыҡтың 51 проценты граждандар­ҙың шәхси хужалығында етеште­релеүен дә онотмайыҡ. Шуға күрә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын да баҙар әйләнешенә йәлеп иткән аҙымдар кәрәк тип иҫәпләйем.


Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә