Үҫеш бара, тимәк, проблемалар ҙа хәл ителәсәк25.04.2017
Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса отчеты тураһында беҙҙең гәзит ошонан алдағы һанында яҙғайны инде. Отчет менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһаны. Йылдың һөҙөмтәләрен нисек баһаларға мөмкин?
Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Хөкүмәттең отчеты Башҡортостанда иҡтисади мәсьәләләрҙең уңышлы хәл ителеүен раҫланы. Төп күрһәткестәр Рәсәй буйынса уртаса алғандан юғарыраҡ, ә ҡайһы берҙәре байтаҡҡа яҡшыраҡ. 2016 йылғы бюджетты беҙ, хәтерегеҙгә төшөрәм, ун миллиард һумлыҡ дефицит менән ҡабул иткәйнек, ләкин йылды ошондай уҡ суммалы профицит менән тамамланыҡ. Был Хөкүмәтебеҙҙең үҙгәрә барған хәлгә яраҡлаша белеүе, төҙәтмәләрҙе тиҙ индерергә һәләтле булыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Сығыштарҙа проблемалар ҙа аталды, улары хәл итеү өҫтөндә. Хөкүмәткә лә, депутаттарға ла эшләйһе лә эшләйһе әле. Тәүге сиратта улар йәшәү сифатына, граждандарҙың шәхси тормошона, демографияға ҡағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр макроиҡтисади күрһәткестәрҙең яҡшырыуын тейешенсә һиҙмәне әле. Быйыл ошо тәңгәлдә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип өмөт итәм. Хөкүмәт менән берлектәге эшебеҙҙә был өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ.
Рәшит ХӘЙРУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Барлыҡ төп йүнәлештәр буйынса ла һөҙөмтә ыңғай һәм бында республика Башлығының, Хөкүмәттең хеҙмәте ҙур. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт яғынан ҙурыраҡ иғтибар талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа эре федераль сауҙа селтәрҙәренең урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа үҫергә бирмәүе тураһында күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Федераль кимәлдә ошондай селтәрҙәрҙең төбәктәрҙәге эш ваҡытын сикләү тураһындағы закон проектын тикшереү бара, беҙҙә лә шуға тотонорға ваҡыт.
Харис ШАҺИЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Вазифа бурыстарына ярашлы, миңә ун районда агрономия буйынса кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға насип булды. Күп кенә фермерҙар һәм хужалыҡ етәкселәре шундай һорау бирә: һөткә, һәр гектар һөрөнтө ергә ҡарата банк проценты күләмен кәметеү маҡсатындағы субсидияны нисек алырға? Ҡайһы берәүҙәрҙең уны ала алмауҙарының да сәбәбе бар, әлбиттә, мин барыһын да яҡлашырға йыйынмайым. Ләкин яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигән бит халыҡ. Ауыл хужалығы етәксеһенең сығымдары артыуы баҫыу эштәрен тотҡарлауға, минераль ашлама ҡулланыуҙы кәметеүгә, бурысты ҡаплау өсөн малды күпләп һуйыуға ла алып килеүе мөмкин. Ә бының иһә 2017 йыл уңышына кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Хөкүмәтебеҙ ташламалы кредиттар биреүҙе арттырыу өҫтөндә эшләй, был саралар көтөлгән һөҙөмтәне бирер тип ышанам.
Рәсүл ҒОСМАНОВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– 2016 йылда республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителгәйне. Унда, нигеҙҙә, ҙур хужалыҡ берәмектәре күҙ уңында тотолдо. Ауылда ошо йүнәлешкә төп иғтибар биреү ундағы хеҙмәт ресурстарын тағы ла күберәк бушатыуға алып килде. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республиканың 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен, ризыҡтың 51 проценты граждандарҙың шәхси хужалығында етештерелеүен дә онотмайыҡ. Шуға күрә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын да баҙар әйләнешенә йәлеп иткән аҙымдар кәрәк тип иҫәпләйем.