Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Әллә дуҫ, әллә дошман...
Әллә дуҫ, әллә дошман... Сит илдәрҙең төрлө матбуғат баҫмаларында яҙылыуынса, Британияның эскадрилья составында хәрәкәт итеүсе хәрби караптары Рәсәйҙең һыу аҫты кәмәләре алдында көсһөҙ. Шул уҡ ваҡытта инглиздәрҙең Оборона министрлығы беҙҙең ил менән мөнәсәбәттәрен яйға һалыу тураһында хыяллана, тип хәбәр ителә.
“Ватан арсеналы” журна­лының баш мөхәррир урын­баҫары Дмитрий Дрозденко әйтеүенсә, Британияның Ҡорал­лы көстәре, юғары трибуналарҙан ниндәй генә фекер яңғырамаһын, Рәсәйҙе гелән дошмандар иҫәбенә индерә, беҙгә ҡаршы пропаганда менән генә сикләнмәй, һуғышҡа әҙерләнеп, оборона ҡеүәтен дә нығыта. Мәҫәлән, уларҙың һуңғы хәрби караптарының һәр ҡайһыһын эшләп сығарыуға дәүләт ҡаҙнаһынан берәр миллиард фунт стерлинг тотонолған. Самолеттарҙан һәм ракеталарҙан һаҡланыу системаһына күпме аҡса бүленеүен әйтеп тораһы ла түгел.
Бөйөк Британияның оборона министры Майкл Фэллон әле Рәсәйҙең Көнбайышҡа партнер булып китәсәгенә өмөтләнеүен белдерә. “Төп шарт – Украина буйынса Минск килешеү­ҙәренең тормошҡа ашыуына өлгәшеү, Мәскәүҙең хәрби әүҙемлекте кәметеүе”, – тигән ул.
Дмитрий Дрозденконың фекеренсә, Европаның сәйәси элиталары бөгөн бер ни тиклем икеләнә, АҠШ президенты итеп Дональд Трамп һайлан­ғандан бирле һүҙен үлсәп кенә һөйләйҙәр, алда нимә булырын аңлай алмайҙар.


Автор: Даян МӘЖИТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә