Сит илдәрҙең төрлө матбуғат баҫмаларында яҙылыуынса, Британияның эскадрилья составында хәрәкәт итеүсе хәрби караптары Рәсәйҙең һыу аҫты кәмәләре алдында көсһөҙ. Шул уҡ ваҡытта инглиздәрҙең Оборона министрлығы беҙҙең ил менән мөнәсәбәттәрен яйға һалыу тураһында хыяллана, тип хәбәр ителә.“Ватан арсеналы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Дмитрий Дрозденко әйтеүенсә, Британияның Ҡораллы көстәре, юғары трибуналарҙан ниндәй генә фекер яңғырамаһын, Рәсәйҙе гелән дошмандар иҫәбенә индерә, беҙгә ҡаршы пропаганда менән генә сикләнмәй, һуғышҡа әҙерләнеп, оборона ҡеүәтен дә нығыта. Мәҫәлән, уларҙың һуңғы хәрби караптарының һәр ҡайһыһын эшләп сығарыуға дәүләт ҡаҙнаһынан берәр миллиард фунт стерлинг тотонолған. Самолеттарҙан һәм ракеталарҙан һаҡланыу системаһына күпме аҡса бүленеүен әйтеп тораһы ла түгел.
Бөйөк Британияның оборона министры Майкл Фэллон әле Рәсәйҙең Көнбайышҡа партнер булып китәсәгенә өмөтләнеүен белдерә. “Төп шарт – Украина буйынса Минск килешеүҙәренең тормошҡа ашыуына өлгәшеү, Мәскәүҙең хәрби әүҙемлекте кәметеүе”, – тигән ул.
Дмитрий Дрозденконың фекеренсә, Европаның сәйәси элиталары бөгөн бер ни тиклем икеләнә, АҠШ президенты итеп Дональд Трамп һайланғандан бирле һүҙен үлсәп кенә һөйләйҙәр, алда нимә булырын аңлай алмайҙар.