Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Дәүләт мәнфәғәтендә
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сарала төрлө ведомство, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре, фән әһелдәре ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, 2013 йыл­дан республикала тәбиғи артым 21 мең кешенән ашыу, былтыр иһә, тыуым бер ни тиклем кәмеһә лә, тыуым күр­һәткесе мең кешегә 13,7 берәмек тәшкил иткән. Йылдан-йыл икенсе һәм өсөнсө сабый­ҙарға ғүмер биреүселәр һаны арта: быға пособие, льгота, төрлө түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ итә.
Быға тиклем тыуым артыуын үткән быуаттың 80-се йылдарында тыуғандар тәьмин итһә, хәҙер сират 90-сы йылдарҙа донъяға килгәндәргә етте. Улар иһә илдә тынғыһыҙлыҡ хөкөм һөргән, демографик хәл бик насарайған осорҙа тыуған.
– Был шарттарҙа тыуымды арттырыу, эшкә яраҡлы кешеләрҙең үлем осраҡ­тарын кәметеү, ғүмерҙе оҙайтыу кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә социаль өлкәнең, ошо йүнәлешле министрлыҡтарҙың, ойошма һәм учреж­дениеларҙың берҙәм эшләүе мөһим, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тәүге сиратта әсәлекте һәм бәпесләүгә ярҙам итеү системаһын яҡлау сараларын хәстәрләү зарур. Ошо йәһәттән былтыр төбәктә Республика перинаталь үҙәге асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Республикала үлем осраҡтарының төп сәбәптәре булған ҡан әйләнеше систе­маһы, яман шеш, тышҡы фак­торҙар һәм башҡа хәлдәрҙең тәьҫирен кәметеү буйынса төбәк планы ҡабул ителгән һәм бихисап саралар тормошҡа ашырыла­саҡ. Шулай уҡ республикала уртаса ғүмер оҙонлоғон 72 йәшкә еткереү буйынса махсус программа эшләнә.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йүнәлеше буйынса ошо категорияға ҡараған граждандарға 4,5 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһә­телгән, шул иҫәптән 1,9 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Әсәлек капиталы бирелә башлаған 2007 йылдан алып Башҡортостанда 135 мең ғаилә, ошо ярҙамды файҙаланып, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, шул иҫәптән, былтыр 31,5 мең ғаилә.
Проблемалар ҙа етерлек. Әйтәйек, былтыр 2015 йыл менән сағыш­тырғанда республикала 3 меңгә яҡын бәпескә аҙыраҡ тыуған. Өфөнән башҡа, демографик күрһәткестәр барлыҡ тиерлек ҡала һәм райондарҙа кәмегән. Ошо йәһәттән эшләнәһе эштәр бихисап.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә