Дәүләт мәнфәғәтендә07.02.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сарала төрлө ведомство, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре, фән әһелдәре ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, 2013 йылдан республикала тәбиғи артым 21 мең кешенән ашыу, былтыр иһә, тыуым бер ни тиклем кәмеһә лә, тыуым күрһәткесе мең кешегә 13,7 берәмек тәшкил иткән. Йылдан-йыл икенсе һәм өсөнсө сабыйҙарға ғүмер биреүселәр һаны арта: быға пособие, льгота, төрлө түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ итә.
Быға тиклем тыуым артыуын үткән быуаттың 80-се йылдарында тыуғандар тәьмин итһә, хәҙер сират 90-сы йылдарҙа донъяға килгәндәргә етте. Улар иһә илдә тынғыһыҙлыҡ хөкөм һөргән, демографик хәл бик насарайған осорҙа тыуған.
– Был шарттарҙа тыуымды арттырыу, эшкә яраҡлы кешеләрҙең үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмерҙе оҙайтыу кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә социаль өлкәнең, ошо йүнәлешле министрлыҡтарҙың, ойошма һәм учреждениеларҙың берҙәм эшләүе мөһим, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тәүге сиратта әсәлекте һәм бәпесләүгә ярҙам итеү системаһын яҡлау сараларын хәстәрләү зарур. Ошо йәһәттән былтыр төбәктә Республика перинаталь үҙәге асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Республикала үлем осраҡтарының төп сәбәптәре булған ҡан әйләнеше системаһы, яман шеш, тышҡы факторҙар һәм башҡа хәлдәрҙең тәьҫирен кәметеү буйынса төбәк планы ҡабул ителгән һәм бихисап саралар тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай уҡ республикала уртаса ғүмер оҙонлоғон 72 йәшкә еткереү буйынса махсус программа эшләнә.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йүнәлеше буйынса ошо категорияға ҡараған граждандарға 4,5 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән 1,9 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Әсәлек капиталы бирелә башлаған 2007 йылдан алып Башҡортостанда 135 мең ғаилә, ошо ярҙамды файҙаланып, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, шул иҫәптән, былтыр 31,5 мең ғаилә.
Проблемалар ҙа етерлек. Әйтәйек, былтыр 2015 йыл менән сағыштырғанда республикала 3 меңгә яҡын бәпескә аҙыраҡ тыуған. Өфөнән башҡа, демографик күрһәткестәр барлыҡ тиерлек ҡала һәм райондарҙа кәмегән. Ошо йәһәттән эшләнәһе эштәр бихисап.