Илебеҙҙә үҙенсәлекле, хатта ғәжәпкә ҡалырлыҡ холоҡло халыҡ йәшәй. Әммә шул ғәм араһынан сәйәсмәндәр һәм беҙ, журналистар, айырылып торабыҙҙыр. Ябай эш кешеһе тирә-йүнгә, алыҫта йәшәгән кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә бигүк илтифат итеп бармай, ул өн-тынһыҙ ғына үҙ хәстәре менән мәшғүл. Ә бына сәйәсмәндәргә Хоҙай телеп һалырлыҡ тел бирһә, беҙҙең ҡулға иһә ни яҙһаң да күндәм ҡәләм тотторған. Ошо иркенлек күптәргә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен сит-яттың шау-шыулы уйын-көлкөһөнә алмаштыра. Һәммә кинотеатрҙарҙа өҙлөкһөҙ күрһәтелә килгән Америка фильмдары тамашасының, айырыуса уйһыҙ-моңһоҙ йәш-елкенсәктең үҙебеҙҙең тормош һабаҡтарын һеңдереп өлгөрмәгән аңында, психикаһында ниндәй эҙ ҡалдырыуын аңлауы ауыр түгел.Хәйер, миңә, ватансылыҡ тойғоһо менән ғүмер кисергән олоғайған кешегә, шул хикмәт һаман сер булып ҡала: американдар һәм уларҙың ҡуштандары Рәсәйҙе тоталь санкциялар менән нисәмә йыл божрала тота, спортсыларыбыҙға тын алырға ла форсат бирмәй, хатта дипломаттарыбыҙҙы ла рersona non grata, йәғни был илдә һыймаҫтай шәхес, тип тиҫтәләп ҡыуып сығара, беҙҙең бер генә һүҙ ҙә төҙ түгел, ә Америка фильмдары кинотеатрҙарҙа хужа, хатта үҙебеҙҙең телевидение шуларҙы даими маҡтай. Беҙҙең ише томаналарға был хәлдең бизнес икәнлеген, хәҙерге Рәсәй фильмдарының да шул Көнбайыштағыларға эйәреп төшөрөлөүен аңларға кәрәк тә бит... Йөрәкте, зиһенде, йәшлектә алған тәрбиәне генә Көнбайыштыҡы менән алмаштырыу әмәле юҡ. Тәүбә, тәүбә, булмаһын да.
Ошоға яҡын мәсьәләләр буйынса тәүге тапҡыр ғына сығыш яһауым түгел. Йәш саҡта әйтелгән фекер ташҡа уйып яҙғандай ныҡлы була, ә оло кешенең һүҙе ҡом өҫтөнә сыймаҡлау менән бер, шунда уҡ юйыла тигән раҫлау, ахыры, хаҡтыр. Телдән ысҡынған һүҙҙең генә түгел, хатта ташҡа баҫылғанының да елгә оса торған хәйерһеҙ заманда көн итәбеҙ.
Күрше ҡәүемдәрҙең бер-береһе менән икмәк-тоҙ бүлешеп йәшәүе, алыҫтағы халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсебе, теле, мәҙәниәте менән көсәйә барған ҡыҙыҡһыныу – дөйөм прогресс логикаһы талап итә торған тәбиғи күренештер. Халыҡтар яҡыная, алыш-биреште көсәйтә, туғанлыҡтың тамырҙарын аса икән, был да Ер йөҙөндәге кешеләрҙең, теленә, төҫ-башына, нимәгә табынып йәшәүенә ҡарамаҫтан, ахыр сиктә барыбер бер-береһе менән туған булыуын иҫбатлап ултырыу ҙа артыҡтыр.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Ерҙең төрлө тарафтарында йәшәгән халыҡтарҙың телендә, һүҙҙәрҙең тамырында уртаҡлыҡ таба һәм шуны аңлау уҡ ҡәүемдәрҙе айырған нәмәнән дөйөм сифаттарҙың күберәк булыуына инандыра. Тик шуныһы: ниндәйҙер халыҡтың менталитеты икенсе шарттарҙа формалашҡан, икенселәре объектив сәбәптәр арҡаһында күҙгә күренгәндәй иҡтисади, мәҙәни үҫешкә өлгәшә алмаған. Һәр хәлдә, һәр дәлилдәр ҙә кешелектең донъяға ҡарашына, ғәҙәтенә, намыҫына йоғонто яһамай ҡалмаған. Ә халыҡтарҙың бер-береһе менән көндәшлеге, низағлашыуы, дошманлашыуы – аңлы тормош менән бергә килгән ҡотолғоһоҙ күренеш.
Хәл ошолайға китә икән, һәр кем самимилығы менән бергә ғорурлығын да юғары тоторға тейеш. Әммә ғорурлыҡ һауаланыуға әйләнеп китмәһен. Йәһүд һәм христиандарҙың дини китабы булған Библия ла: “Һәләкәт алдынан ғорурлыҡ йөрөй, ҡолау алдынан – тәкәбберлек”, – тип иҫкәртә бит.
Ләкин ошо урында мин һүҙҙе икенсе юҫыҡҡараҡ йүнәлтер инем. Ижтимағи әүҙем башҡорт зыялылары милли мәртәбәне юғары тотоу һәм хәҙерге буталсыҡ заманда халҡыбыҙҙың юғалып ҡалыуына юл ҡуймау мәсьәләһен даими күтәрә килә. Был – дөрөҫ ғәмәл, ләкин ул тирә-яҡ ысынбарлыҡтың көсәйә барған ҡаршылығына осрай. Объектив хәл ошолай тора: Рәсәйҙәге 15 миллион мосолман ҡәүемдәре рустар башкөллө күпселекте тәшкил иткән мөхиттә йәшәй. Аҙ һанлы, сит дошмандарҙан үҙен ҡурсалай алмаған халыҡтар өсөн был тарихи рәхимлектер. Шул уҡ ваҡытта, бөйөк рус фәйләсүфе Николай Александрович Бердяевтың фекерен аҙ ғына үҙгәртеп әйткәндә, рустар – ғәжәйеп халыҡ. Улар менән һоҡланырға мөмкин, хәтерең ҡалыуы ла бар. Үҙҙәренән һәр саҡ ниҙер көтөргә була: баш әйләнерлек яратыу ҙа, үртәлеп китерлек нәфрәтләнеү ҙә. Тимәк, рус ватандаштарыбыҙға һәр йәһәттән ике йөҙлөлөк хас түгел. Ошондай ҙур, киң күңелле, йомарт рухлы халыҡты, уның исемен йөрөткән илде донъяла ни өсөн бигүк яҡын күрмәйҙәр икән? Алдынғылыҡты кәүҙәләндергән Көнбайыш ниңә Рәсәйҙе үҙ ҡорона индерергә теләмәй? Ошондай уйҙар илебеҙҙең аңлы граждандарының күпселеген маҙаһыҙламай булмаҫ. Рәсәй менән борон-борондан алыш-биреш итешкән, ҡайһы саҡ уға арҡаҙаш, ҡулдаш, хеҙмәттәш, яуҙаш булған кешеләрҙең аңында рус халҡы һәм, уның менән бергә, ошо халыҡ эргәһендә берегеп йәшәгән ҡәүемдәр ни сәбәпле нисәмә быуат вәхшиҙәр мөһөрө менән йәшәй? Мәғлүмдер, беҙ әүәл дә, хәҙерге заманда ла зиһенебеҙ етмәҫтәй нәмәне лә ватып-емермәнек бит. Киреһенсә булһа, был – ысындан да вәхшилек күренеше.
Рәсәйҙе цивилизация юлына төшөрөү зарурлығын аңлаған хакимдар үҙ халҡының Көнбайышта ла, Көнсығышта ла өйрәнерлек һәр нәмәне үҙләштереүен хәстәрләгән. Мәғрифәтле хакимдарҙың бер фекере айырыуса мөһим: кәмселек синдромынан яфаланған кешеләр рәхмәтле һәм ихтирамлы була алмай, сөнки уларға үҙҙәренең кемгәлер бурыслы икәнлеген тойоп йәшәү ауыр. Рәсәйҙең хәлле кешеләре, сәйәсмәндәре һәм эшҡыуарҙары кенәзлектәр заманынан уҡ, батшалыҡ формалашҡас һәм империя хасил булғас, өҫтөнлөклө рәүештә Европа менән хеҙмәттәшлеккә, Ғабдулла Туҡай әйткәнсә, “тел, лөғәт, ғәҙәт үә әхлаҡ” алмаштырыуға ынтылған.
Бында ниндәй ҙә булһа йөй эҙләргә тырышыу дөрөҫ булмаҫ ине. Рус халҡының һәм уның менән бергә тотош Рәсәйҙең ғүмер-ғүмергә кәмһетелеүгә дусар ителеүе уның Көнбайыш менән сауҙа бәйләнештәре булдырыуға һәм сәнәғәт, һөнәрселек, хәрби һәм башҡа өлкәләрҙә Көнбайыш ҡаҙаныштарын, тәжрибәһен өйрәнеүгә ынтылыуҙан башланғандыр, тип фараз итергә ҡала. Тау итәгендә тороп ҡалған кеше уның түбәһенә күтәрелгән менән һис ҡасан да тиң була алмай. Тарихта аҙ ғына мәғлүмәтле кеше лә шуны раҫлар: Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәрҙәрен, дипломаттарын, сауҙагәрҙәрен һәм, ошоноң менән бергә, үҙ ҡул көсө менән көн иткәндәрҙе лә түбәнһетеү халыҡ-ара бәйләнештәр киңәйгән һайын көсәйә барған. Британия, Голландия, Франция, Швеция, Италия сауҙагәрҙәре, белгестәре рус эшҡыуарҙары, дәүләт эшмәкәрҙәре менән тиң мөнәсәбәттәр булдырырға оҙаҡ ваҡыт теләмәгән. Улар инанғанса, Рәсәй, ни дәрәжәлә бай дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, йәнәһе, барыбер вәхшиҙәр иле. Уның мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу – артыҡ мәшәҡәт кенә. Рәсәй халҡын талау, алдау, уны мыҫҡыллау – ғәҙәти хәл һәм булдыҡлылыҡ билдәһе. Шулай, “дошманыңды танырға өйрән, дуҫ кейемендә булмаһын” тигән хәҡиҡәтте үҙләштереү өсөн беҙгә быуаттар кәрәк булды. Хәйер, ул ауыр һабаҡты үҙләштерә алдыҡмы икән әле?
Император Петр Беренсе “Европаға ҡаратып тәҙрә уйып”, әлбиттә, тарихи эш башҡарған. Уның теләге менән Рәсәйгә голланд, француз, итальян, алман, швед һөнәрселәре йә белгестәре, зыялылары ғына түгел, ошо ҡәүемдәрҙең әтрәгәләмдәре лә ташҡын рәүешендә ағылған. Рәсәй хакимдары сит милләт ҡыҙҙарына өйләнеүҙе мәртәбә һанаған. Байтаҡ осор дәүләт менән хатта императрица булған немец милләтенән Анна Иоанновна, Анна Леопольдовна, немец Эрнст Бирон, граф Остерман һәм башҡа шәхестәр идара иткән. Вестфалияла тыуып, Рәсәйгә хеҙмәткә ялланған Остерман, беҙҙең илдә Андрей Иванович исемен алып, күп йылдар Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә етәкселек иткән. Немецтар хакимлығынан һуң Рәсәй элитаһы француз теле, французса тәрбиә менән мауығып киткән. Һәр хәлдә, яҡшы тәрбиә алыуҙың билдәһе француз телендә һөйләшеүгә ҡайтып ҡалған.
Сит ил кешеләрен, ситтән килгән һәр нәмәне илаһилаштырыуҙың тамырҙары ана ҡайҙа тәрәнгә китә. Космополитизм үҙебеҙҙең аңлы-аңһыҙ дәртләндереү менән хәҙер һулышын яңырта, сөнки ситтәр алдында ярамһаҡланырға әҙер кешеләр һис кәмемәй. Яҡшатланыуҙың намыҫһыҙ кешеләрҙең үҙ-үҙен күтәрергә тырышыуы икәнлеген һаман етди ҡабул итмәйбеҙ. Сит мәҙәниәт, телебеҙҙә башҡортса әйтергә мөмкин булған хәлдә лә, презентация, инаугурация, саммит, праймериздарға өҫтөнлөк бирә. Өфө урамдары сит телле реклама, алтаҡталар, иғландар менән тулы. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, телевидение, радио аша сығыш яһарға саҡырылғандарҙың байтағы, фекерен башҡортса әйтә алмай, көсәнеп, рус һүҙҙәренә күсһә, аңларға булыр ине лә, әммә ул инглизсәне лә ҡушып ебәрә. Ә компьютер техникаһы, финанс-банк тирәһендә эшләгәндәрҙең, иҡтисадсыларҙың ҡайһы саҡ ниндәй телдә һөйләүен аңлауы мөмкин түгел. Ярай, “волатильность рубля” йә “валютное таргетирование” кеүек төшөнсәләрҙе башҡортса ябайлаштырып әйтеү, бәлки, ауырҙыр, әммә йыш ҡына тулҡынға ҡаршылыҡ күрһәтеү, елгә оторо барыу зарурлығы тыуа. Шул ваҡытта үҙебеҙҙең кем булып тыуыуыбыҙ һәм кем булып йәшәргә тейешлегебеҙ тураһында онотмаһаҡ ине.