Барыһы ла яҡшы – беҙ яман, Барыһы ла бойҙай – беҙ һалам27.01.2017
Барыһы ла яҡшы – беҙ яман, Барыһы ла бойҙай – беҙ һалам Илебеҙҙә үҙенсәлекле, хатта ғәжәпкә ҡалырлыҡ холоҡло халыҡ йәшәй. Әммә шул ғәм араһынан сәйәсмәндәр һәм беҙ, журналистар, айырылып торабыҙҙыр. Ябай эш кешеһе тирә-йүнгә, алыҫта йәшәгән кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә бигүк илтифат итеп бармай, ул өн-тынһыҙ ғына үҙ хәстәре менән мәшғүл. Ә бына сәйәсмәндәргә Хоҙай телеп һалырлыҡ тел бирһә, беҙҙең ҡулға иһә ни яҙһаң да күндәм ҡәләм тотторған. Ошо иркенлек күптәргә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен сит-яттың шау-шыулы уйын-көлкөһөнә алмаштыра. Һәммә кинотеатрҙарҙа өҙлөкһөҙ күрһәтелә килгән Америка фильм­дары тамашасының, айырыуса уйһыҙ-моңһоҙ йәш-елкенсәктең үҙебеҙҙең тормош һабаҡтарын һеңдереп өлгөрмәгән аңында, психикаһында ниндәй эҙ ҡалдырыуын аңлауы ауыр түгел.
Хәйер, миңә, ватансылыҡ той­ғоһо менән ғүмер кисергән оло­ғайған кешегә, шул хикмәт һаман сер булып ҡала: американдар һәм уларҙың ҡуштандары Рә­сәйҙе тоталь санкциялар менән нисәмә йыл божрала тота, спорт­сыларыбыҙға тын алырға ла форсат бирмәй, хатта дипло­мат­тарыбыҙҙы ла рersona non grata, йәғни был илдә һыймаҫтай шәхес, тип тиҫтәләп ҡыуып сыға­ра, беҙҙең бер генә һүҙ ҙә төҙ түгел, ә Америка фильмдары кино­театр­ҙарҙа хужа, хатта үҙе­беҙҙең телевидение шуларҙы даими маҡтай. Беҙҙең ише тома­наларға был хәлдең бизнес икән­леген, хәҙерге Рәсәй фильмда­рының да шул Көнбайышта­ғыларға эйәреп төшө­рөлөүен аңларға кәрәк тә бит... Йөрәкте, зиһенде, йәшлектә алған тәрбиә­не генә Көнба­йыштыҡы менән алмаштырыу әмәле юҡ. Тәүбә, тәүбә, булмаһын да.
Ошоға яҡын мәсьәләләр буйынса тәүге тапҡыр ғына сығыш яһауым түгел. Йәш саҡта әйтел­гән фекер ташҡа уйып яҙғандай ныҡлы була, ә оло кешенең һүҙе ҡом өҫтөнә сыймаҡлау менән бер, шунда уҡ юйыла тигән раҫ­лау, ахыры, хаҡтыр. Телдән ыс­ҡынған һүҙҙең генә түгел, хатта ташҡа баҫылғанының да елгә оса торған хәйерһеҙ заманда көн итәбеҙ.
Күрше ҡәүемдәрҙең бер-бере­һе менән икмәк-тоҙ бүлешеп йәшәүе, алыҫтағы халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәт­тәре, кәсебе, теле, мәҙәни­әте менән көсәйә барған ҡыҙыҡ­һыныу – дөйөм прогресс логи­каһы талап итә торған тәбиғи күренештер. Халыҡтар яҡыная, алыш-биреште көсәйтә, туған­лыҡтың тамырҙарын аса икән, был да Ер йөҙөндәге кешеләрҙең, теленә, төҫ-башына, нимәгә табынып йәшәүенә ҡарамаҫтан, ахыр сиктә барыбер бер-береһе менән туған булыуын иҫбатлап ултырыу ҙа артыҡтыр.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Ерҙең төрлө тарафтарында йәшәгән халыҡтарҙың телендә, һүҙҙәрҙең тамырында уртаҡлыҡ таба һәм шуны аңлау уҡ ҡәүемдәрҙе айыр­ған нәмәнән дөйөм сифат­тарҙың күберәк булыуына инандыра. Тик шуныһы: ниндәйҙер халыҡтың менталитеты икенсе шарттарҙа формалашҡан, икенселәре объектив сәбәптәр арҡаһында күҙгә күренгәндәй иҡтисади, мәҙәни үҫешкә өлгәшә алмаған. Һәр хәлдә, һәр дәлилдәр ҙә кешелек­тең донъяға ҡарашына, ғәҙәтенә, намыҫына йоғонто яһамай ҡал­маған. Ә халыҡтарҙың бер-бере­һе менән көндәшлеге, низағ­лашыуы, дошманлашыуы – аңлы тормош менән бергә килгән ҡотолғоһоҙ күренеш.
Хәл ошолайға китә икән, һәр кем самимилығы менән бергә ғорурлығын да юғары тоторға тейеш. Әммә ғорурлыҡ һауа­ла­ныуға әйләнеп китмәһен. Йәһүд һәм христиандарҙың дини китабы булған Библия ла: “Һәләкәт алдынан ғорурлыҡ йөрөй, ҡолау алдынан – тәкәбберлек”, – тип иҫкәртә бит.
Ләкин ошо урында мин һүҙҙе икенсе юҫыҡҡараҡ йүнәлтер инем. Ижтимағи әүҙем башҡорт зыялылары милли мәртәбәне юғары тотоу һәм хәҙерге бутал­сыҡ заманда халҡыбыҙҙың юға­лып ҡалыуына юл ҡуймау мәсьә­ләһен даими күтәрә килә. Был – дөрөҫ ғәмәл, ләкин ул тирә-яҡ ысынбарлыҡтың көсәйә барған ҡаршылығына осрай. Объектив хәл ошолай тора: Рәсәйҙәге 15 мил­лион мосолман ҡәүемдәре рустар башкөллө күпселекте тәшкил иткән мөхиттә йәшәй. Аҙ һанлы, сит дошмандарҙан үҙен ҡурсалай алмаған халыҡтар өсөн был тарихи рәхимлектер. Шул уҡ ваҡытта, бөйөк рус фәйләсүфе Николай Александрович Бер­дяевтың фекерен аҙ ғына үҙгәр­теп әйткәндә, рустар – ғәжәйеп халыҡ. Улар менән һоҡланырға мөмкин, хәтерең ҡалыуы ла бар. Үҙҙәренән һәр саҡ ниҙер көтөргә була: баш әйләнер­лек яратыу ҙа, үртәлеп китерлек нәфрәт­ләнеү ҙә. Тимәк, рус ватан­даштары­быҙға һәр йәһәттән ике йөҙлөлөк хас түгел. Ошондай ҙур, киң күңелле, йомарт рухлы халыҡты, уның исемен йөрөткән илде донъя­ла ни өсөн бигүк яҡын күрмәйҙәр икән? Алдын­ғылыҡты кәүҙәлән­дергән Көнбайыш ниңә Рәсәйҙе үҙ ҡорона инде­рергә теләмәй? Ошондай уйҙар илебеҙҙең аңлы граждандарының күпселеген маҙаһыҙ­ламай булмаҫ. Рәсәй менән борон-борондан алыш-биреш итешкән, ҡайһы саҡ уға ар­ҡаҙаш, ҡулдаш, хеҙ­мәттәш, яуҙаш булған кешеләрҙең аңында рус халҡы һәм, уның менән бергә, ошо халыҡ эргәһендә берегеп йәшәгән ҡәүемдәр ни сәбәпле нисәмә быуат вәхшиҙәр мөһөрө менән йәшәй? Мәғлүмдер, беҙ әүәл дә, хәҙерге заманда ла зиһенебеҙ етмәҫтәй нәмәне лә ватып-емермәнек бит. Киреһенсә булһа, был – ысындан да вәхшилек күренеше.
Рәсәйҙе цивилизация юлына төшөрөү зарурлығын аңлаған хакимдар үҙ халҡының Көнбайышта ла, Көнсығышта ла өйрәнерлек һәр нәмәне үҙләштереүен хәс­тәрләгән. Мәғрифәтле хаким­дарҙың бер фекере айырыуса мөһим: кәмселек синдромынан яфаланған кешеләр рәхмәтле һәм ихтирамлы була алмай, сөнки уларға үҙҙәренең кемгәлер бурыслы икәнлеген тойоп йәшәү ауыр. Рәсәйҙең хәлле кешеләре, сәйәсмәндәре һәм эшҡыуарҙары кенәзлектәр заманынан уҡ, бат­шалыҡ форма­лашҡас һәм империя хасил булғас, өҫтөнлөклө рәүештә Европа менән хеҙмәт­тәшлеккә, Ғабдулла Туҡай әйт­кәнсә, “тел, лөғәт, ғәҙәт үә әхлаҡ” алмаштырыуға ынтылған.
Бында ниндәй ҙә булһа йөй эҙләргә тырышыу дөрөҫ булмаҫ ине. Рус халҡының һәм уның менән бергә тотош Рәсәйҙең ғүмер-ғүмергә кәмһетелеүгә дусар ителеүе уның Көнбайыш менән сауҙа бәйләнештәре бул­дырыуға һәм сәнәғәт, һөнәр­селек, хәрби һәм башҡа өлкә­ләрҙә Көнбайыш ҡаҙа­ныштарын, тәжри­бәһен өйрәнеүгә ынты­лыуҙан башланғандыр, тип фараз итергә ҡала. Тау итәгендә тороп ҡалған кеше уның түбәһенә күтәрелгән менән һис ҡасан да тиң була алмай. Тарихта аҙ ғына мәғлүмәтле кеше лә шуны раҫлар: Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәрҙәрен, дипломаттарын, сауҙагәрҙәрен һәм, ошо­ноң менән бергә, үҙ ҡул көсө ме­нән көн иткәндәрҙе лә түбәнһетеү халыҡ-ара бәйләнештәр киңәйгән һайын көсәйә барған. Британия, Голландия, Франция, Швеция, Италия сауҙагәрҙәре, белгестәре рус эшҡыуарҙары, дәүләт эшмә­кәрҙәре менән тиң мөнәсәбәттәр булдырырға оҙаҡ ваҡыт телә­мә­гән. Улар инанғанса, Рәсәй, ни дәрәжәлә бай дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, йәнәһе, барыбер вәхшиҙәр иле. Уның мәнфәғәт­тәрен иҫәпкә алыу – артыҡ мәшәҡәт кенә. Рәсәй халҡын талау, алдау, уны мыҫҡыллау – ғәҙәти хәл һәм булдыҡлылыҡ билдәһе. Шулай, “дошманыңды танырға өйрән, дуҫ кейемендә булмаһын” тигән хәҡиҡәтте үҙ­ләштереү өсөн беҙгә быуаттар кәрәк булды. Хәйер, ул ауыр һабаҡты үҙләштерә алдыҡмы икән әле?
Император Петр Беренсе “Европаға ҡаратып тәҙрә уйып”, әлбиттә, тарихи эш башҡарған. Уның теләге менән Рәсәйгә голланд, француз, итальян, алман, швед һөнәрселәре йә белгестәре, зыялылары ғына түгел, ошо ҡәүемдәрҙең әтрәгәләмдәре лә ташҡын рәүешендә ағылған. Рәсәй хакимдары сит милләт ҡыҙҙарына өйләнеүҙе мәртәбә һанаған. Байтаҡ осор дәүләт менән хатта императрица булған немец милләтенән Анна Иоанновна, Анна Леопольдовна, немец Эрнст Бирон, граф Остерман һәм башҡа шәхестәр идара иткән. Вестфалияла тыуып, Рәсәйгә хеҙмәткә ялланған Остерман, беҙҙең илдә Андрей Иванович исемен алып, күп йылдар Рәсәй­ҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә етәкселек иткән. Немецтар хакимлығынан һуң Рәсәй элитаһы француз теле, французса тәрбиә менән мауығып киткән. Һәр хәлдә, яҡшы тәрбиә алыуҙың билдәһе француз телендә һөйләшеүгә ҡайтып ҡалған.
Сит ил кешеләрен, ситтән килгән һәр нәмәне илаһилашты­рыуҙың тамырҙары ана ҡайҙа тәрәнгә китә. Космополитизм үҙебеҙҙең аңлы-аңһыҙ дәртлән­дереү менән хәҙер һулышын яңырта, сөнки ситтәр алдында ярамһаҡланырға әҙер кешеләр һис кәмемәй. Яҡшатланыуҙың намыҫһыҙ кешеләрҙең үҙ-үҙен күтәрергә тырышыуы икәнлеген һаман етди ҡабул итмәйбеҙ. Сит мәҙәниәт, телебеҙҙә башҡортса әйтергә мөмкин булған хәлдә лә, презентация, инаугурация, саммит, праймериздарға өҫтөнлөк бирә. Өфө урамдары сит телле реклама, алтаҡталар, иғландар менән тулы. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, телевидение, радио аша сығыш яһарға саҡырыл­ғандарҙың байтағы, фекерен башҡортса әйтә алмай, көсәнеп, рус һүҙҙәренә күсһә, аңларға булыр ине лә, әммә ул инглизсәне лә ҡушып ебәрә. Ә компьютер техникаһы, финанс-банк тирә­һендә эшләгәндәрҙең, иҡтисад­сылар­ҙың ҡайһы саҡ ниндәй телдә һөйләүен аңлауы мөмкин түгел. Ярай, “волатильность рубля” йә “валютное таргетирование” кеүек төшөнсәләрҙе башҡортса ябайлаштырып әйтеү, бәлки, ауырҙыр, әммә йыш ҡына тул­ҡынға ҡаршылыҡ күрһәтеү, елгә оторо барыу зарурлығы тыуа. Шул ваҡытта үҙебеҙҙең кем булып тыуыуыбыҙ һәм кем булып йәшәргә тейешлегебеҙ тураһын­да онотмаһаҡ ине.


Вернуться назад