Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бөрйән – Рәсәйҙә берәү
Бөрйән – Рәсәйҙә берәүБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Башҡортостандың иң күркәм төбәктәренең береһендә – Бөрйән районында булды һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Яңы Собханғол ауылында республика етәксеһе урындағы мәктәп менән танышты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Уҡыу йортоноң бинаһы 1966 йылда төҙөлгән, әлеге хәле бик үк шәптән түгел – капиталь ремонт талап ителә. Бында Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан 82 бала белем ала. Президент ауылда яңы мәктәп төҙөү ихтималлығын билдәләне.
Данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта "Морат Туғай" туристар кемпингы урынлашҡан. Уны бынан ике йыл элек төҙөй башлағандар, әммә былтыр, аҡса етмәү сәбәпле, эш туҡтатылып торған. Быға тиклем 37 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, төҙөлөштө тамамлау өсөн тағы ла 40 миллион һум самаһы талап ителә. Кемпинг бер юлы 92 ял итеүсене хеҙмәтләндерә ала. Рөстәм Хәмитов "Морат Туғай" кемпингының бөгөнгө хәле менән танышҡандан һуң уның киләсәктәге үҫеш проблемаһын хәл итеүҙе үҙ контроле аҫтына аласағын белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ял базаһы Бөрйән районы муниципалитетының милке булып тора.
Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостан Президенты "Бөрйәнлеспром" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Предприятие ағас эшкәртә һәм йорт йыһаздары өсөн материалдар етештерә. Рөстәм Зәки улы йәмғиәттең финанс хәле менән ҡыҙыҡһынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел – линияның килемлелеге 1 процент ҡына тәшкил итә. Әммә предприятие етәкселеге ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай: яңы ҡорамалдар һатып алып, етештереү күләмен арттырырға ниәтләй.
Кәңәшмәләге сығышында Рөстәм Хәмитов Бөрйән районының Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең дә иң күркәм, иң ҡыҙыҡлы төбәге икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, үҙенең Бөрйән – Рәсәйҙә берәүБөрйәндә тиҫтәләрсә тапҡыр булыуын, шуға күрә бындағы халыҡ, уның көнитмеше менән яҡшы таныш булыуын билдәләп үтте.
– Бөрйән районы, – тине Рөстәм Зәки улы, – биләмәһендә федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы бер нисә дәүләт ҡурсаулығы булған Рәсәйҙәге берҙән-бер муниципалитет. Уларҙың дөйөм майҙаны 90 мең гектарға етә. Әммә район тәбиғәте менән генә түгел, кешеләре менән дә данлы. Тыуым артыу Бөрйән – Рәсәйҙә берәүйәһәтенән бында алда баралар: бер мең кешегә 22 сабый тура килә. Республикала иһә был күрһәткес 13-кә тиң. Икенсе яҡтан был социаль инфраструктураны үҫтереү йәһәтенән әҙерлек талап итә – дауахана, балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм башҡалар кәрәк. Әлеге көндә төбәктә 900 бала ғына баҡсаға йөрөй, ә районда дөйөм алғанда мәктәпкәсә йәштәге ике меңгә яҡын бала бар. Хәл ҡатмарлы, һәм ул балалар баҡсалары төҙөүҙе, мәктәпкәсә белем биреү йүнәлешен үҫтереүҙе талап итә.
Президент урман эшкәртеү, ауыл хужалығы тармаҡтары проблемаларына, халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә лә туҡталып үтте.
– Бында нефть тә, алтын да юҡ. Шуға күрә туризмды үҫтереү, ағас эшкәртеү, малсылыҡ, умартасылыҡ тармаҡтары – район халҡы тормошон яҡшыртыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр биргән төп йүнәлештәр, һәм беҙ кешеләрҙең лайыҡлы йәшәйешен тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Г. РӘСҮЛЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә