Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Башҡортостандың иң күркәм төбәктәренең береһендә – Бөрйән районында булды һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Яңы Собханғол ауылында республика етәксеһе урындағы мәктәп менән танышты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Уҡыу йортоноң бинаһы 1966 йылда төҙөлгән, әлеге хәле бик үк шәптән түгел – капиталь ремонт талап ителә. Бында Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан 82 бала белем ала. Президент ауылда яңы мәктәп төҙөү ихтималлығын билдәләне.
Данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта "Морат Туғай" туристар кемпингы урынлашҡан. Уны бынан ике йыл элек төҙөй башлағандар, әммә былтыр, аҡса етмәү сәбәпле, эш туҡтатылып торған. Быға тиклем 37 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, төҙөлөштө тамамлау өсөн тағы ла 40 миллион һум самаһы талап ителә. Кемпинг бер юлы 92 ял итеүсене хеҙмәтләндерә ала. Рөстәм Хәмитов "Морат Туғай" кемпингының бөгөнгө хәле менән танышҡандан һуң уның киләсәктәге үҫеш проблемаһын хәл итеүҙе үҙ контроле аҫтына аласағын белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ял базаһы Бөрйән районы муниципалитетының милке булып тора.
Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостан Президенты "Бөрйәнлеспром" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Предприятие ағас эшкәртә һәм йорт йыһаздары өсөн материалдар етештерә. Рөстәм Зәки улы йәмғиәттең финанс хәле менән ҡыҙыҡһынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел – линияның килемлелеге 1 процент ҡына тәшкил итә. Әммә предприятие етәкселеге ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай: яңы ҡорамалдар һатып алып, етештереү күләмен арттырырға ниәтләй.
Кәңәшмәләге сығышында Рөстәм Хәмитов Бөрйән районының Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең дә иң күркәм, иң ҡыҙыҡлы төбәге икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, үҙенең
Бөрйәндә тиҫтәләрсә тапҡыр булыуын, шуға күрә бындағы халыҡ, уның көнитмеше менән яҡшы таныш булыуын билдәләп үтте.
– Бөрйән районы, – тине Рөстәм Зәки улы, – биләмәһендә федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы бер нисә дәүләт ҡурсаулығы булған Рәсәйҙәге берҙән-бер муниципалитет. Уларҙың дөйөм майҙаны 90 мең гектарға етә. Әммә район тәбиғәте менән генә түгел, кешеләре менән дә данлы. Тыуым артыу
йәһәтенән бында алда баралар: бер мең кешегә 22 сабый тура килә. Республикала иһә был күрһәткес 13-кә тиң. Икенсе яҡтан был социаль инфраструктураны үҫтереү йәһәтенән әҙерлек талап итә – дауахана, балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм башҡалар кәрәк. Әлеге көндә төбәктә 900 бала ғына баҡсаға йөрөй, ә районда дөйөм алғанда мәктәпкәсә йәштәге ике меңгә яҡын бала бар. Хәл ҡатмарлы, һәм ул балалар баҡсалары төҙөүҙе, мәктәпкәсә белем биреү йүнәлешен үҫтереүҙе талап итә.
Президент урман эшкәртеү, ауыл хужалығы тармаҡтары проблемаларына, халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә лә туҡталып үтте.
– Бында нефть тә, алтын да юҡ. Шуға күрә туризмды үҫтереү, ағас эшкәртеү, малсылыҡ, умартасылыҡ тармаҡтары – район халҡы тормошон яҡшыртыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр биргән төп йүнәлештәр, һәм беҙ кешеләрҙең лайыҡлы йәшәйешен тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Г. РӘСҮЛЕВА.