Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Яңырыу”ҙың алдау алымы иҫкесә
Республика халҡы сираттағы финанс пирамидаһының тоҙағына эләкте. Зыян күреүселәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уларҙы Башҡортостандан Дәү­ләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡабул итте.

Мәләүездән килгән өлкән йәштәге ир менән ҡатын ауыр хәл­гә ҡалыуҙарына зарланды. Күрше республикала теркәлгән “Яңы­рыу” кооперативына улар бер миллион һум аҡсаһын һаҡлауға тапшырған. Аҡсаны алырға ваҡыт еткәс, уларға миллион һумды ла, вәғәҙә ителгән 24 процентлыҡ табышты ла түләмәгәндәр.
– Бер ҡасан да кеше иҫәбенә йәшәмәнек. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улыбыҙға фатир алырға ярҙам итәйек тип аҡса йыйғайныҡ, – ти өлкән йәштәге ханым.
Бөгөн улар үҙ хатаһын таный, шикле фирмаға аҡса күсереү­ҙәрен уйланылмаған аҙым булды, тип ҡайғыра. Улар әйтеүенсә, Мәләүездә был ойошманан алданғандар бихисап.
Зариф Байғусҡаров, хәҙер зыян күреүселәрҙең барыһына ла Ҡазан ҡалаһындағы эске эштәр идаралығына алдашыуға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы үтенеп коллектив хат яҙырға кәрәклеген билдәләп:
– Бындай коммерция фирмаларына ышанырға ярамай. Ғәйәт ҙур проценттар түләй алмауҙарын аңларға кәрәк. Аҡсаны банкта һаҡлау отошлораҡ, сөнки унда дәүләт гарантияһы бар. Минеңсә, бындай ойошмаларҙы бөтөнләй тыйырға кәрәк, – тине.
Ҡабул итеү сараһы барышында шулай уҡ баланың инвалид­лыҡ төркөмөн тергеҙеү, социаль торлаҡтан мәхрүм итеү, алимент түләмәү мәсьәләләре ҡаралды. Парламентарий был мөрәжәғәттәрҙе контролгә алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә