“Яңырыу”ҙың алдау алымы иҫкесә26.10.2016
Республика халҡы сираттағы финанс пирамидаһының тоҙағына эләкте. Зыян күреүселәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уларҙы Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡабул итте.
Мәләүездән килгән өлкән йәштәге ир менән ҡатын ауыр хәлгә ҡалыуҙарына зарланды. Күрше республикала теркәлгән “Яңырыу” кооперативына улар бер миллион һум аҡсаһын һаҡлауға тапшырған. Аҡсаны алырға ваҡыт еткәс, уларға миллион һумды ла, вәғәҙә ителгән 24 процентлыҡ табышты ла түләмәгәндәр.
– Бер ҡасан да кеше иҫәбенә йәшәмәнек. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улыбыҙға фатир алырға ярҙам итәйек тип аҡса йыйғайныҡ, – ти өлкән йәштәге ханым.
Бөгөн улар үҙ хатаһын таный, шикле фирмаға аҡса күсереүҙәрен уйланылмаған аҙым булды, тип ҡайғыра. Улар әйтеүенсә, Мәләүездә был ойошманан алданғандар бихисап.
Зариф Байғусҡаров, хәҙер зыян күреүселәрҙең барыһына ла Ҡазан ҡалаһындағы эске эштәр идаралығына алдашыуға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы үтенеп коллектив хат яҙырға кәрәклеген билдәләп:
– Бындай коммерция фирмаларына ышанырға ярамай. Ғәйәт ҙур проценттар түләй алмауҙарын аңларға кәрәк. Аҡсаны банкта һаҡлау отошлораҡ, сөнки унда дәүләт гарантияһы бар. Минеңсә, бындай ойошмаларҙы бөтөнләй тыйырға кәрәк, – тине.
Ҡабул итеү сараһы барышында шулай уҡ баланың инвалидлыҡ төркөмөн тергеҙеү, социаль торлаҡтан мәхрүм итеү, алимент түләмәү мәсьәләләре ҡаралды. Парламентарий был мөрәжәғәттәрҙе контролгә алды.