Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Покемондар... сәйәсәткә ҡамасаулай
Покемондар... сәйәсәткә ҡамасаулай Смартфонына текәлеп, аяҡ аҫтын ҡарамай, урамда тирә-яғына иғтибар итмәй атлап барған кешеләр бөгөн һис тә ят күренеш түгел. Бәлки, тормош ысынбарлығын хәҙер ундайҙарһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйындыр. Ярай инде, ни менән ваҡыт уҙғарырға белмәгән йәштәрҙе аңларға була, ә бит сәйәсмәндәр араһында ла гаджетынан айырыла алмағандар осрай...


Норвегия премьер-министры Эрна Сульберг, мәҫәлән, үҙ иленең парламентында дебаттар барған, Либераль партия лидеры сығыш яһаған мәлдә смартфонындағы Pokemon Go уйынына мөкиббән киткән. Уның “кеҫә монстрҙары”н тотоу менән мәшғүл сағын фотоға төшөрөп, Интернетҡа һалыуҙары булған, был мәғлүмәт тиҙ арала миллиондарса кешенең иғтибарын яулаған. Төрлө баҫмалар яҙыуынса, Эрна ханым покемондарһыҙ йәшәй алмай тиерлек. Күҙәтеүселәр уның Словакияға рәсми эш сәфәре менән барғанында был уйын өсөн һәр ирекле минутын файҙаланырға тырышҡанын билдәләй. “Ундай бәйлелеккә дусар булған Сульберг артабан дәүләт эше менән етди шөғөлләнә алырмы?” – тип борсола күптәр.
Эстонияла 10 октябрҙә яңы президент Керсти Кальюлайдтың инаугурацияһы булғайны. Шунда ла депутаттарҙың һәм сәйәсмәндәрҙең байтағы, смартфондарына сат йәбешеп, тантаналы сараны иғтибарһыҙ ҡалдырған. Кем ниндәй уйын менән булышҡандыр – билдәһеҙ.
АҠШ парламентында иһә “покемондарҙың ҡама­саулауы” арҡаһында журналистар өсөн ойошторолған брифингты туҡтатырға тура килгән. Анығыраҡ әйткәндә, спикер Джон Кирбиҙың телмәре мәлендә хәбәрселәрҙең береһе кеҫәһенән смартфонын сығарып, “монстрҙарға ҡаршы көрәш” башлаған, ти. Сәйәсмән йәш кешене яуапһыҙлыҡ өсөн шелтәләргә ашыҡмаған, хатта: “Берәй нәмә тоттоңмо шунан?” – тип ҡыҙыҡһынған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә