Смартфонына текәлеп, аяҡ аҫтын ҡарамай, урамда тирә-яғына иғтибар итмәй атлап барған кешеләр бөгөн һис тә ят күренеш түгел. Бәлки, тормош ысынбарлығын хәҙер ундайҙарһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйындыр. Ярай инде, ни менән ваҡыт уҙғарырға белмәгән йәштәрҙе аңларға була, ә бит сәйәсмәндәр араһында ла гаджетынан айырыла алмағандар осрай...Норвегия премьер-министры Эрна Сульберг, мәҫәлән, үҙ иленең парламентында дебаттар барған, Либераль партия лидеры сығыш яһаған мәлдә смартфонындағы Pokemon Go уйынына мөкиббән киткән. Уның “кеҫә монстрҙары”н тотоу менән мәшғүл сағын фотоға төшөрөп, Интернетҡа һалыуҙары булған, был мәғлүмәт тиҙ арала миллиондарса кешенең иғтибарын яулаған. Төрлө баҫмалар яҙыуынса, Эрна ханым покемондарһыҙ йәшәй алмай тиерлек. Күҙәтеүселәр уның Словакияға рәсми эш сәфәре менән барғанында был уйын өсөн һәр ирекле минутын файҙаланырға тырышҡанын билдәләй. “Ундай бәйлелеккә дусар булған Сульберг артабан дәүләт эше менән етди шөғөлләнә алырмы?” – тип борсола күптәр.
Эстонияла 10 октябрҙә яңы президент Керсти Кальюлайдтың инаугурацияһы булғайны. Шунда ла депутаттарҙың һәм сәйәсмәндәрҙең байтағы, смартфондарына сат йәбешеп, тантаналы сараны иғтибарһыҙ ҡалдырған. Кем ниндәй уйын менән булышҡандыр – билдәһеҙ.
АҠШ парламентында иһә “покемондарҙың ҡамасаулауы” арҡаһында журналистар өсөн ойошторолған брифингты туҡтатырға тура килгән. Анығыраҡ әйткәндә, спикер Джон Кирбиҙың телмәре мәлендә хәбәрселәрҙең береһе кеҫәһенән смартфонын сығарып, “монстрҙарға ҡаршы көрәш” башлаған, ти. Сәйәсмән йәш кешене яуапһыҙлыҡ өсөн шелтәләргә ашыҡмаған, хатта: “Берәй нәмә тоттоңмо шунан?” – тип ҡыҙыҡһынған.