Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бизмән ҡайһы яҡҡа ауыр?
Бизмән ҡайһы яҡҡа ауыр? Америка Ҡушма Штаттарында Дональд Трамп менән Хиллари Клинтон араһында президент тәхете өсөн барған көрәште бөтә донъя ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Сер түгел, донъяның яҙмышы киләсәктә иң ҡеүәтле дәүләтте кем етәкләйәсәгенә бәйле. “Доллар батшалығы” тажы Клинтон йә Трамп башына кейҙерелһә, донъяның иҡтисади һәм сәйәси хәле ниндәй йүнәлеш алыр?

Әлбиттә, Америка һайлау­сы­лары өсөн ике кандидаттың да Рәсәйгә булған ҡарашы мөһим. Донъяла АҠШ ҡына түгел, Рәсәй тигән тос йоҙроҡло дәүләт бар­лығын улар яҡшы аңлай. Әгәр Трамптан: “Мин Путин менән уртаҡ тел табасаҡмын”, – тигәнерәк һүҙҙәр ишетелһә, Клинтон уның киреһен иҫбатларға тырыша. Ләкин кандидаттарҙың һайлау алды вәғәҙәләренә ышаныу ҡарға ауыҙындағы сырға ымһыныу һымағыраҡ булыр ине. Был йәһәттән логикаға таяныу ҡулайыраҡтыр. Әйтәйек, Аҡ йортҡа Трамптың килеүенән үҙгәрештәр көтөү дөрөҫөрәк. Әммә был үҙгәрештәр нимәнән ғибәрәт булыр һуң? Заманында Обама ла “үҙгәрештәр” елен алып килде, һөҙөмтәлә Рәсәй менән “һалҡын һуғыш” рухындағы кимәлгә төштө, Ҡытай менән аралары боҙолоу хәленә етте. Американың ҡеүәтен тағы ла арттырыу маҡсаты менән янған Трамп был идеяһын Рәсәй һәм башҡа илдәр өсөн хәүефле юлды һайлап бойомға ашырырға мөм­кин.
Ә бына Клинтондың килеүе иһә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр вәғәҙә ит­мәгәндәй, йәғни бар эш­тәр ҙә элеккесә, ләкин ныҡышмалыраҡ башҡа­рыласаҡ, тип фараз­ларға ҡала. Был Рә­сәйгә лә, Укра­инаға ла, Сүриәгә лә, НАТО-ға ла, ПРО-ға ла... ҡағыла.
Шулай ҙа элек алмашынған етәк­селектең эшмә­кәрлегенә ҡарап та фекер йөрөтөргә булалыр. Берен­се­нән, сәйәс­мәндең һайлау алдынан биргән вәғәҙә­ләре президент креслоһына ултырғас, мотлаҡ үтәләсәк тигән һүҙ түгел. Уның артабанғы эшмәкәрлегенә башҡа абруйлы шәхестәрҙең, кәңәшсе­ләр­ҙең дә йоғонтоһо буласаҡ.
Икенсенән, Американың тыш­ҡы сәйәсәтендә электән килгән “мираҫҡа” тоғролоҡ һаҡлана. Яңы хакимиәт барлыҡҡа килеү менән Американың тышҡы һәм эске сәйәси хәле драматик рәүештә үҙгәреш кисергәне юҡ. Элекке хакимиәт ҡабул иткән ҡарарҙар яңыларының эшмәкәрлегенә юл һала. Был, әлбиттә, нин­дәйҙер үҙгәрештәр булмай тигәнде аңлатмай. Ләкин уларҙы кинәт түгел, ә йылдар һуҙы­мында күрергә мөмкин.
Өсөнсөнән, Вашингтонда яңы етәкселек­тең барлыҡҡа килеүе Рәсәй менән Америка араһындағы мөнәсә­бәттәрҙе көй­ләүгә юл аса. Ләкин был йүнәлештәге тәүге аҙымды кем яһар – Мәс­кәүме, әллә Вашинг­тон­мы? Әл­биттә, Клин­­тондың Рәсәйгә һәм Путинға ҡаршы “өрөүе” уның йөҙөн биҙә­мәй. Ләкин, алда әйткәнсә, урын­ға үрмә­ләр өсөн ни генә эшләмәҫһең... Был мәсьәләгә киңерәк ҡа­раш ташлағанда, шуны шәйләргә була: Америкала Рәсәй­ҙең һәм Путиндың “шомло” образы тыуҙырылды. Шуға ла Клинтон­дың мулыраҡ тауыш йыйыр өсөн Трампты, Рә­сәй агенты тип, Путин менән бәйләргә тырышыуы аңлашыла.
Ғөмүмән, яңы власть килгәс, Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр үҙгәрерме? Һүҙ ҙә юҡ, ике ҡеүәтле илдең сәйәси аренала сәкәләшеүен бер кем дә теләмәй һәм бынан ике яҡ та отмай. Кем әйтмешләй, арыҫландар алышҡанда ҡоҙғондар ғына шатлана. Ошо ябай хәҡиҡәтте Хиллари Клинтон да, Трамп та яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Нисек кенә булмаһын, яңы етәксегә илебеҙ менән мөнәсәбәттәрен көйләргә тура киләсәк. Бының өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. “Тауҙы урынынан күсерергә теләгән кеше бәләкәй таштарҙы берәмләп ташый”, – ти ҡытайҙар. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа ғына ике ил араһына байтаҡ “таш”тар өйөлөп, тау хасил булды. Тимәк, уларҙы берәмләп ташығанда ла, байтаҡ һыу ағасаҡ әле. Иң мөһиме – бер-береңә ғәйеп өйөүҙән туҡталырға ваҡыт. Оло ыҙғыштар бәләкәй ғәйеп ташлауҙан башлана.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә