Америка Ҡушма Штаттарында Дональд Трамп менән Хиллари Клинтон араһында президент тәхете өсөн барған көрәште бөтә донъя ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Сер түгел, донъяның яҙмышы киләсәктә иң ҡеүәтле дәүләтте кем етәкләйәсәгенә бәйле. “Доллар батшалығы” тажы Клинтон йә Трамп башына кейҙерелһә, донъяның иҡтисади һәм сәйәси хәле ниндәй йүнәлеш алыр?Әлбиттә, Америка һайлаусылары өсөн ике кандидаттың да Рәсәйгә булған ҡарашы мөһим. Донъяла АҠШ ҡына түгел, Рәсәй тигән тос йоҙроҡло дәүләт барлығын улар яҡшы аңлай. Әгәр Трамптан: “Мин Путин менән уртаҡ тел табасаҡмын”, – тигәнерәк һүҙҙәр ишетелһә, Клинтон уның киреһен иҫбатларға тырыша. Ләкин кандидаттарҙың һайлау алды вәғәҙәләренә ышаныу ҡарға ауыҙындағы сырға ымһыныу һымағыраҡ булыр ине. Был йәһәттән логикаға таяныу ҡулайыраҡтыр. Әйтәйек, Аҡ йортҡа Трамптың килеүенән үҙгәрештәр көтөү дөрөҫөрәк. Әммә был үҙгәрештәр нимәнән ғибәрәт булыр һуң? Заманында Обама ла “үҙгәрештәр” елен алып килде, һөҙөмтәлә Рәсәй менән “һалҡын һуғыш” рухындағы кимәлгә төштө, Ҡытай менән аралары боҙолоу хәленә етте. Американың ҡеүәтен тағы ла арттырыу маҡсаты менән янған Трамп был идеяһын Рәсәй һәм башҡа илдәр өсөн хәүефле юлды һайлап бойомға ашырырға мөмкин.
Ә бына Клинтондың килеүе иһә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр вәғәҙә итмәгәндәй, йәғни бар эштәр ҙә элеккесә, ләкин ныҡышмалыраҡ башҡарыласаҡ, тип фаразларға ҡала. Был Рәсәйгә лә, Украинаға ла, Сүриәгә лә, НАТО-ға ла, ПРО-ға ла... ҡағыла.
Шулай ҙа элек алмашынған етәкселектең эшмәкәрлегенә ҡарап та фекер йөрөтөргә булалыр. Беренсенән, сәйәсмәндең һайлау алдынан биргән вәғәҙәләре президент креслоһына ултырғас, мотлаҡ үтәләсәк тигән һүҙ түгел. Уның артабанғы эшмәкәрлегенә башҡа абруйлы шәхестәрҙең, кәңәшселәрҙең дә йоғонтоһо буласаҡ.
Икенсенән, Американың тышҡы сәйәсәтендә электән килгән “мираҫҡа” тоғролоҡ һаҡлана. Яңы хакимиәт барлыҡҡа килеү менән Американың тышҡы һәм эске сәйәси хәле драматик рәүештә үҙгәреш кисергәне юҡ. Элекке хакимиәт ҡабул иткән ҡарарҙар яңыларының эшмәкәрлегенә юл һала. Был, әлбиттә, ниндәйҙер үҙгәрештәр булмай тигәнде аңлатмай. Ләкин уларҙы кинәт түгел, ә йылдар һуҙымында күрергә мөмкин.
Өсөнсөнән, Вашингтонда яңы етәкселектең барлыҡҡа килеүе Рәсәй менән Америка араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә юл аса. Ләкин был йүнәлештәге тәүге аҙымды кем яһар – Мәскәүме, әллә Вашингтонмы? Әлбиттә, Клинтондың Рәсәйгә һәм Путинға ҡаршы “өрөүе” уның йөҙөн биҙәмәй. Ләкин, алда әйткәнсә, урынға үрмәләр өсөн ни генә эшләмәҫһең... Был мәсьәләгә киңерәк ҡараш ташлағанда, шуны шәйләргә була: Америкала Рәсәйҙең һәм Путиндың “шомло” образы тыуҙырылды. Шуға ла Клинтондың мулыраҡ тауыш йыйыр өсөн Трампты, Рәсәй агенты тип, Путин менән бәйләргә тырышыуы аңлашыла.
Ғөмүмән, яңы власть килгәс, Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр үҙгәрерме? Һүҙ ҙә юҡ, ике ҡеүәтле илдең сәйәси аренала сәкәләшеүен бер кем дә теләмәй һәм бынан ике яҡ та отмай. Кем әйтмешләй, арыҫландар алышҡанда ҡоҙғондар ғына шатлана. Ошо ябай хәҡиҡәтте Хиллари Клинтон да, Трамп та яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Нисек кенә булмаһын, яңы етәксегә илебеҙ менән мөнәсәбәттәрен көйләргә тура киләсәк. Бының өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. “Тауҙы урынынан күсерергә теләгән кеше бәләкәй таштарҙы берәмләп ташый”, – ти ҡытайҙар. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа ғына ике ил араһына байтаҡ “таш”тар өйөлөп, тау хасил булды. Тимәк, уларҙы берәмләп ташығанда ла, байтаҡ һыу ағасаҡ әле. Иң мөһиме – бер-береңә ғәйеп өйөүҙән туҡталырға ваҡыт. Оло ыҙғыштар бәләкәй ғәйеп ташлауҙан башлана.