Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр бар
Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр бар Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән осрашты һәм сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Рәсәй менән Индонезияны дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ ошо хеҙмәттәшлекте, һис шикһеҙ, нығытасаҡбыҙ. Илдәребеҙ парламентының юғары палаталары кимәлендә үҙ-ара эш итеү яйға һалынды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Индонезия төбәктәре менән мөнәсәбәттәр көйләнә. Әле Көнбайыш Ява провинцияһы менән тәүге бәйләнештәр ҡарала.
Республика Башлығы әйтеүенсә, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар.
– Бынан тыш, беҙгә мәҙәни, гуманитар хеҙмәттәшлекте лә яйға һалырға кәрәк. Индонезия студенттарын беҙҙең вуздарҙа уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Индонезия илсеһе әлеге ваҡытта двигателдәре Өфөлә йыйылған һигеҙ Су-35 самолётын һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барылыуын билдәләне. Ул шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Көнбайыш Яваның баш ҡалаһы Бандунг техник университеты менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшереүен хәбәр итте.
2015 йылда Башҡортостан менән Индонезия араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 1,5 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың төп өлөшө беҙҙең республикаға тура килә. Башҡортостандан Индонезияға синтетик каучук, турбореактив двигателдәр һәм монофенолдар оҙатыла. Беҙгә күн әйберҙәр, ҡорамалдар, кейем-һалым һәм башҡа продукция килтерелә.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә