Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән осрашты һәм сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.– Рәсәй менән Индонезияны дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ ошо хеҙмәттәшлекте, һис шикһеҙ, нығытасаҡбыҙ. Илдәребеҙ парламентының юғары палаталары кимәлендә үҙ-ара эш итеү яйға һалынды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Индонезия төбәктәре менән мөнәсәбәттәр көйләнә. Әле Көнбайыш Ява провинцияһы менән тәүге бәйләнештәр ҡарала.
Республика Башлығы әйтеүенсә, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар.
– Бынан тыш, беҙгә мәҙәни, гуманитар хеҙмәттәшлекте лә яйға һалырға кәрәк. Индонезия студенттарын беҙҙең вуздарҙа уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Индонезия илсеһе әлеге ваҡытта двигателдәре Өфөлә йыйылған һигеҙ Су-35 самолётын һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барылыуын билдәләне. Ул шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Көнбайыш Яваның баш ҡалаһы Бандунг техник университеты менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшереүен хәбәр итте.
2015 йылда Башҡортостан менән Индонезия араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 1,5 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың төп өлөшө беҙҙең республикаға тура килә. Башҡортостандан Индонезияға синтетик каучук, турбореактив двигателдәр һәм монофенолдар оҙатыла. Беҙгә күн әйберҙәр, ҡорамалдар, кейем-һалым һәм башҡа продукция килтерелә.