Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Халыҡ тауышының шаңдауы
Үткән һайлауҙар тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдерә, икенселәр ҡәнәғәтлек кисерә. Нимә генә тиһәк тә, һайлау – ул көрәш.
Ә көрәштә һәр саҡ еңгән һәм еңелгән була. Был “алышта” ла еңелгән яҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе тәбиғи күренеш, әлбиттә, әммә ундайҙар күп түгел. Тимәк, дәүләт етәкселеге тарафынан алға ҡуйылған маҡсатты, барыр юлды тоҫмаллай халыҡ һәм “кисеүҙә ат алмаштырмайҙар” тигән тапҡыр әйтемде лә иҫенән сығармай.



Һайлауҙа етди хоҡуҡ боҙоуҙар булмауы, сәйәси кампанияның законлылығын халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә иҫбатлауы тураһында республика Башлығы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференция­һында белдерҙе.
– Һайлау тамам, хәҙер халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәк, башҡарылған эштәр хаҡында даими отчет талап ителәсәк, – тине Рөстәм Хәми­тов. – Башҡортостандан Дәүләт Думаһына 15 депутат үтте, уларҙың төп өлөшө, йәғни ун бере, “Берҙәм Рәсәй”ҙән. Халыҡ һайланыусы­ларының барыһы ла – республикала һәм илдә билдәле шәхестәр. Һайлауға халыҡтың 70 про­центы килһә, күпселек тап “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биргән, был – ышаныслы һәм лайыҡлы еңеү.
Беҙҙең республика “Берҙәм Рәсәй”ҙәр өсөн тауыш биреү буйынса алдынғы биш төбәк исемлегенә инә. Был сәйәси фирҡәнең абруйы хаҡында һөйләй. Эште һайлау бөтмәҫ элек башлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, депутат Зариф Байғусҡаров халыҡ наказдарын үтәүгә тотонған да инде. Ул эште төрлө тармаҡ белгестәре ме­нән берлектә алып барырға ниәтләй, йыл һайын йәмәғәтселек алдында яуап тоторға ла уйлай.
Республикала, Дәүләт Думаһынан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм район-ҡала советтарына депутаттар һайланды. Барлығы 1 мең 800 мандат. Кимәл төрлө булыуға ҡарамаҫтан, маҡсат уртаҡ – республика, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу.
Сарала депутат булып һайланған Рәмзил Ишһарин урынына төбәк бүлексәһенең яңы етәксеһе лә тәҡдим ителде. Был вазифаға “Аҡбуҙат” ипподромы директоры булып эшләгән Руслан Ғиззәтуллиндың кандидатураһы ҡарала.
Республикала һайлаусыларҙың 1 миллион 200 мең тирәһе “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биргән, был – яҡынса 56 процент. Хәҙер инде депутаттар алдында биргән вәғәҙәләрен үтәү, халыҡтың ышанысын аҡлау бурысы тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә