Халыҡ тауышының шаңдауы30.09.2016
Үткән һайлауҙар тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдерә, икенселәр ҡәнәғәтлек кисерә. Нимә генә тиһәк тә, һайлау – ул көрәш.
Ә көрәштә һәр саҡ еңгән һәм еңелгән була. Был “алышта” ла еңелгән яҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе тәбиғи күренеш, әлбиттә, әммә ундайҙар күп түгел. Тимәк, дәүләт етәкселеге тарафынан алға ҡуйылған маҡсатты, барыр юлды тоҫмаллай халыҡ һәм “кисеүҙә ат алмаштырмайҙар” тигән тапҡыр әйтемде лә иҫенән сығармай.
Һайлауҙа етди хоҡуҡ боҙоуҙар булмауы, сәйәси кампанияның законлылығын халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә иҫбатлауы тураһында республика Башлығы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе.
– Һайлау тамам, хәҙер халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәк, башҡарылған эштәр хаҡында даими отчет талап ителәсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостандан Дәүләт Думаһына 15 депутат үтте, уларҙың төп өлөшө, йәғни ун бере, “Берҙәм Рәсәй”ҙән. Халыҡ һайланыусыларының барыһы ла – республикала һәм илдә билдәле шәхестәр. Һайлауға халыҡтың 70 проценты килһә, күпселек тап “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биргән, был – ышаныслы һәм лайыҡлы еңеү.
Беҙҙең республика “Берҙәм Рәсәй”ҙәр өсөн тауыш биреү буйынса алдынғы биш төбәк исемлегенә инә. Был сәйәси фирҡәнең абруйы хаҡында һөйләй. Эште һайлау бөтмәҫ элек башлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, депутат Зариф Байғусҡаров халыҡ наказдарын үтәүгә тотонған да инде. Ул эште төрлө тармаҡ белгестәре менән берлектә алып барырға ниәтләй, йыл һайын йәмәғәтселек алдында яуап тоторға ла уйлай.
Республикала, Дәүләт Думаһынан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм район-ҡала советтарына депутаттар һайланды. Барлығы 1 мең 800 мандат. Кимәл төрлө булыуға ҡарамаҫтан, маҡсат уртаҡ – республика, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу.
Сарала депутат булып һайланған Рәмзил Ишһарин урынына төбәк бүлексәһенең яңы етәксеһе лә тәҡдим ителде. Был вазифаға “Аҡбуҙат” ипподромы директоры булып эшләгән Руслан Ғиззәтуллиндың кандидатураһы ҡарала.
Республикала һайлаусыларҙың 1 миллион 200 мең тирәһе “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биргән, был – яҡынса 56 процент. Хәҙер инде депутаттар алдында биргән вәғәҙәләрен үтәү, халыҡтың ышанысын аҡлау бурысы тора.