Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тоҙҙо ла “тоҙлап” ҡуйҙыҡ...
Тоҙҙо ла  “тоҙлап” ҡуйҙыҡ... Тоҙ кешелек тормошонда иң мөһим урын тотҡан аҙыҡ-түлектәр иҫәбенә ҡарай. Борон, уны табыуы ҡатмарлы булғанлыҡтан, хатта алтынға ҡарағанда ла ҡиммәт торған. Мәҫәлән, Римда эш хаҡының бер өлөшөн тоҙлата түләгәндәр. Был серле тәмләткес тураһында халҡыбыҙҙа телдән-телгә күсеп килгән ҡанатлы һүҙҙәр ҙә юҡтан ғына тыумаған: “Икмәк тәме тоҙ менән”, “Ҡыҙ һаҡлағансы, тоҙ һаҡла”, “Донъя баҫһа, тоҙ ҙа алтынға әйләнә”, “Хәбәренең тоҙо юҡ”, “Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә” һәм башҡалар.

Рәсәй Хөкүмәте илебеҙгә санкция иғлан иткән сит дәүләттәрҙән 1 ноябрҙән башлап тоҙ индереүҙе тыйҙы. Эмбарго АҠШ, Евросоюз, Австралия, Албания, Исландия, Канада, Лихтенштейн, Норвегия, Украина, Черногория өлөшөнә төштө. Былтыр, мәҫәлән, Украинанан индерелгән тоҙ был тауар импортының 33 процентын тәшкил итте. Ә үрҙә телгә алынған илдәрҙән индерелгән тоҙҙоң күләме 20 процент самаһы. Вазифалы кешеләр әйте­үенсә, үҙебеҙҙәге тоҙ баштан ашҡан. Монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәте (ФАС) етәксеһе Игорь Артемьев иһә: “Рәсәй – тоҙ дәүләте, – тип ебәрҙе. – Әгәр үҙебеҙҙең генә ҡулдан килмәй икән, туғандаш белорустар ярҙам итәсәк. Беҙҙең предприятиелар, белорустарҙыҡын да иҫәпкә алып, тоҙға булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплай”.
Әлбиттә, бөтә өмөт эске етеште­реүгә ҡайтып ҡала. Рәсәйҙә тоҙҙо нигеҙҙә “Руссоль” предприятиеһы менән Көньяҡ – Төньяҡ сауҙа сәнәғәт компа­нияһына ҡараған Тырет тоҙ руднигы етештерә.
Нимә генә тиһәк тә, беҙгә санкциялар иғлан иткән илдәргә ҡарата ҡулла­нылған сара иҡтисади “яра”ға һибелгән тоҙ булмаҫ тип ышанғы килә.
Ҡунаҡ ҡаршыларға һәр саҡ
Әҙер икмәк-тоҙобоҙ.
Ниәтегеҙ изге икән,
Әйҙә, түрҙән уҙығыҙ!
Әгәр “тоҙһоҙлоҡ”ҡа барып,
Этлек ҡылыр булһағыҙ,
Сәләменә күрә – яуап:
Тоҙоғоҙҙо “тоҙлағыҙ”!




Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 2

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы
Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы 01.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 4

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте...

Тотош уҡырға 6

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы 26.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән ......

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы 25.05.2026 // Сәйәсәт

Ул республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы....

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә