Тоҙ кешелек тормошонда иң мөһим урын тотҡан аҙыҡ-түлектәр иҫәбенә ҡарай. Борон, уны табыуы ҡатмарлы булғанлыҡтан, хатта алтынға ҡарағанда ла ҡиммәт торған. Мәҫәлән, Римда эш хаҡының бер өлөшөн тоҙлата түләгәндәр. Был серле тәмләткес тураһында халҡыбыҙҙа телдән-телгә күсеп килгән ҡанатлы һүҙҙәр ҙә юҡтан ғына тыумаған: “Икмәк тәме тоҙ менән”, “Ҡыҙ һаҡлағансы, тоҙ һаҡла”, “Донъя баҫһа, тоҙ ҙа алтынға әйләнә”, “Хәбәренең тоҙо юҡ”, “Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә” һәм башҡалар. Рәсәй Хөкүмәте илебеҙгә санкция иғлан иткән сит дәүләттәрҙән 1 ноябрҙән башлап тоҙ индереүҙе тыйҙы. Эмбарго АҠШ, Евросоюз, Австралия, Албания, Исландия, Канада, Лихтенштейн, Норвегия, Украина, Черногория өлөшөнә төштө. Былтыр, мәҫәлән, Украинанан индерелгән тоҙ был тауар импортының 33 процентын тәшкил итте. Ә үрҙә телгә алынған илдәрҙән индерелгән тоҙҙоң күләме 20 процент самаһы. Вазифалы кешеләр әйтеүенсә, үҙебеҙҙәге тоҙ баштан ашҡан. Монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәте (ФАС) етәксеһе Игорь Артемьев иһә: “Рәсәй – тоҙ дәүләте, – тип ебәрҙе. – Әгәр үҙебеҙҙең генә ҡулдан килмәй икән, туғандаш белорустар ярҙам итәсәк. Беҙҙең предприятиелар, белорустарҙыҡын да иҫәпкә алып, тоҙға булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплай”.
Әлбиттә, бөтә өмөт эске етештереүгә ҡайтып ҡала. Рәсәйҙә тоҙҙо нигеҙҙә “Руссоль” предприятиеһы менән Көньяҡ – Төньяҡ сауҙа сәнәғәт компанияһына ҡараған Тырет тоҙ руднигы етештерә.
Нимә генә тиһәк тә, беҙгә санкциялар иғлан иткән илдәргә ҡарата ҡулланылған сара иҡтисади “яра”ға һибелгән тоҙ булмаҫ тип ышанғы килә.
Ҡунаҡ ҡаршыларға һәр саҡ
Әҙер икмәк-тоҙобоҙ.
Ниәтегеҙ изге икән,
Әйҙә, түрҙән уҙығыҙ!
Әгәр “тоҙһоҙлоҡ”ҡа барып,
Этлек ҡылыр булһағыҙ,
Сәләменә күрә – яуап:
Тоҙоғоҙҙо “тоҙлағыҙ”!