Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ялған вәғәҙәләр хупланмай
Был аҙнала “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа тәҡдим итеү өсөн кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йомғаҡтары раҫланды.

Исемлектә барлығы – 108 кандидат. Шуларҙың 62-һе – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, 6-һы – партия яҡлы кешеләр, 40-ы – партияһыҙҙар. Иң йәш ҡатнашыусыға – Елена Исаеваға 24 кенә йәш, ә иң өлкәненә – Хәлил Барлыбаевҡа – 72.
– Исемлек раҫланды. Бөгөндән ҡатнашыусылар иң яуаплы этаптарҙың береһенә аяҡ баҫа – фекер алышыуҙар, һайлау­сылар менән осрашыуҙар башлана. Был осорҙа һеҙ үҙегеҙҙең конструктив идеяларығыҙҙы, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын аныҡ күрһәтергә, халыҡҡа ишеттерергә тейеш. Шәхси пиар менән мауыҡмағыҙ. Ялған вәғәҙәләр биреп, һайлаусылар алдында ярамһаҡланмағыҙ. Бындай алымдың кире ҡараш ҡына тыуҙырыуы ихтимал, – тип билдәләне үҙенең сығышында ойоштороу комитеты етәксеһе Константин Толкачев.
Фекер алышыуҙарҙы 15 майға тиклем һәр йәкшәмбелә ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр Өфө, Бөрө, Нефтекама һәм Иглиндағы сәйәси майҙансыҡтарҙа сығыш яһап өлгөргән дә инде. Партия эсендә алдан тауыш биреү 22 майға тәғәйенләнгән.
Ғөмүмән, партия эсендә алдан тауыш биреү рәүеше бик үҙен­сәлекле. “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарҙы тәҡдим итеүҙә үҙе­нә күрә өр-яңы механизм асты – алдан тауыш биреүҙә сәйәсәттә үҙ-үҙен һынап ҡарарға теләгән (партия ағзаһымы ул, әллә бөтөнләй партияһыҙ кешеме – уныһы хатта мөһим дә түгел) һәр кем ҡатнаша ала. Әлбиттә, ҡануниәттә яҙылған та­лаптарҙан сығып. Мәҫәлән, хөкөмгә тарттырылмауың, сит илдә байлығың булмауы шарт. Әйткәндәй, ошоғаса Рәсәйҙә бер партия ла бындай аҙымға барырға йөрьәт иткәне юҡ ине әле.
Ошо уҡ көндә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты.
– Мөһим сәйәси һынау – Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдында торабыҙ. Алдан билдәләнеүенсә, сираттағы һайлау кампанияһы еңел бирелмәйәсәк. Бөгөндән үк ҡайһы бер сәйәси көстәрҙең әүҙемләшеп китеүе күҙәтелә. Әммә “Берҙәм Рәсәй” бер ваҡытта ла көнәркәшлектән ҡурҡманы. Беҙ һәр ваҡыт асыҡ һәм намыҫлы көрәш алып барабыҙ, – тине үҙенең сығышында Рөстәм Зәки улы.
Төбәк етәксеһе партияның “Реаль эштәр”, “Халыҡ контроле”, “Тормош сифаты” һәм башҡа башланғыстарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҡын арала ярҙамға мохтаждарға “Изгелек кәрзине” һәм төбәктә эске туризмды үҫтереү буйынса “Республиканы ас” проекттарының эшләй башлаясағы хаҡында хәбәр итте.
Осрашыу һуңында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар “Намыҫлы һайлауҙар өсөн” килешеүенә ҡул ҡуйҙы.



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә