Ялған вәғәҙәләр хупланмай13.04.2016
Был аҙнала “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа тәҡдим итеү өсөн кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йомғаҡтары раҫланды.
Исемлектә барлығы – 108 кандидат. Шуларҙың 62-һе – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, 6-һы – партия яҡлы кешеләр, 40-ы – партияһыҙҙар. Иң йәш ҡатнашыусыға – Елена Исаеваға 24 кенә йәш, ә иң өлкәненә – Хәлил Барлыбаевҡа – 72.
– Исемлек раҫланды. Бөгөндән ҡатнашыусылар иң яуаплы этаптарҙың береһенә аяҡ баҫа – фекер алышыуҙар, һайлаусылар менән осрашыуҙар башлана. Был осорҙа һеҙ үҙегеҙҙең конструктив идеяларығыҙҙы, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын аныҡ күрһәтергә, халыҡҡа ишеттерергә тейеш. Шәхси пиар менән мауыҡмағыҙ. Ялған вәғәҙәләр биреп, һайлаусылар алдында ярамһаҡланмағыҙ. Бындай алымдың кире ҡараш ҡына тыуҙырыуы ихтимал, – тип билдәләне үҙенең сығышында ойоштороу комитеты етәксеһе Константин Толкачев.
Фекер алышыуҙарҙы 15 майға тиклем һәр йәкшәмбелә ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр Өфө, Бөрө, Нефтекама һәм Иглиндағы сәйәси майҙансыҡтарҙа сығыш яһап өлгөргән дә инде. Партия эсендә алдан тауыш биреү 22 майға тәғәйенләнгән.
Ғөмүмән, партия эсендә алдан тауыш биреү рәүеше бик үҙенсәлекле. “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарҙы тәҡдим итеүҙә үҙенә күрә өр-яңы механизм асты – алдан тауыш биреүҙә сәйәсәттә үҙ-үҙен һынап ҡарарға теләгән (партия ағзаһымы ул, әллә бөтөнләй партияһыҙ кешеме – уныһы хатта мөһим дә түгел) һәр кем ҡатнаша ала. Әлбиттә, ҡануниәттә яҙылған талаптарҙан сығып. Мәҫәлән, хөкөмгә тарттырылмауың, сит илдә байлығың булмауы шарт. Әйткәндәй, ошоғаса Рәсәйҙә бер партия ла бындай аҙымға барырға йөрьәт иткәне юҡ ине әле.
Ошо уҡ көндә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты.
– Мөһим сәйәси һынау – Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдында торабыҙ. Алдан билдәләнеүенсә, сираттағы һайлау кампанияһы еңел бирелмәйәсәк. Бөгөндән үк ҡайһы бер сәйәси көстәрҙең әүҙемләшеп китеүе күҙәтелә. Әммә “Берҙәм Рәсәй” бер ваҡытта ла көнәркәшлектән ҡурҡманы. Беҙ һәр ваҡыт асыҡ һәм намыҫлы көрәш алып барабыҙ, – тине үҙенең сығышында Рөстәм Зәки улы.
Төбәк етәксеһе партияның “Реаль эштәр”, “Халыҡ контроле”, “Тормош сифаты” һәм башҡа башланғыстарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҡын арала ярҙамға мохтаждарға “Изгелек кәрзине” һәм төбәктә эске туризмды үҫтереү буйынса “Республиканы ас” проекттарының эшләй башлаясағы хаҡында хәбәр итте.
Осрашыу һуңында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар “Намыҫлы һайлауҙар өсөн” килешеүенә ҡул ҡуйҙы.