Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Сәйәсәттә ял, байрам юҡ
Сәйәсәттә ял, байрам юҡ Сәйәси тормош тынып тормай. Хәйер, яңылышам — 1 ғинуарҙа әллә Яңы йыл төнөнән һуң, әллә башҡа мөғжизә менән шау-шыу һиҙелмәне. Ә бына 2 ғинуарҙан башланды ла инде...

Дини ҡапма-ҡаршылыҡмы, әллә...

Тынлыҡты Сәғүд Ғәрәбстанының власть вәкилдәре боҙҙо — улар 47 кешене, шул иҫәптән короллектең көн­сығышында төпләнгән шиғиларҙың хоҡуғы өсөн көрәшкән билдәле дин әһеле Нимр ан-Нимрҙы язаға тарт­тырған. Һөҙөмтәлә Эр-Риядтағы әлеге ваҡиға Иранда киҫкен ҡаршылыҡ тыуҙырған — 3 ғинуарға ҡарай төндә демонстранттар Сәғүд Ғәрәбстанының Тегерандағы илселеген ҡыйратҡан. Короллек тиҙ арала Ирандағы дипломаттарын ҡайтарып алырға мәжбүр булған, Иран менән дипломатик мө­нәсәбәттәрен һәм сауҙа бәйләнештәрен өҙгән. Иран да яуапһыҙ ҡалмаған —республикаға Сәғүд Ғәрәбстанынан килтерелгән бар төр ризыҡтарҙы индереү тыйылған. Әлегә ыҙғыш самолет һәм танктар ҡыҫылышынан тыш бара, әлбиттә, башлыса дипломатик фронтта. Әммә аш бәләһе баш бәләһе булып ҡуймағайы...
Сәйәсмәндәр иһә Сәғүд Ғәрәбстаны менән Иран дәүләте араһындағы низағты үҙҙәренсә аңлатырға тырыша: “Был шиғилар менән сөнниләр ара­һындағы дини ҡапма-ҡаршылыҡтан да бигерәк сәйәси конфликтҡа тарты­мыраҡ. 47 оппозиционерҙы хөкөмгә тарттырыу — тәү сиратта Сәғүд Ғә­рәбстанындағы шиғилар хәрәкәтен юҡҡа сығарырға теләү тигән һүҙ. Был илдә йәшәгән шиғилар халыҡтың 20 процентын тәшкил итә, һәр төрлө иҙелеүгә дусар ителә”, — ти улар.
Һәр хәлдә политологтар Иран менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһындағы низағ асыҡтан-асыҡ һуғышҡа барып етмә­йәсәк тип тынысландыра. Был Иранға ла, Сәғүд Ғәрәбстанына ла файҙаға булмаясаҡ — ике дәүләт былай ҙа Сү­риә менән Йәмәндәге низағҡа ҡушыл­ған, ә Иран өҫтәүенә күптән түгел генә АҠШ менән “Ядро килешеүен” дә төҙөп өлгөрҙө.

Путин саҡ ҡына алдараҡ килһә...

Был арала Рәсәй Президентының немец журналистарына биргән ин­тервьюһы популярлыҡ яулай бара. Сит ил хәбәрселәрен әлеге лә баяғы Яҡын Көнсығыш, Ҡырым, Украиналағы хәл­дәр, санкцияларға ҡағылышлы яңы­лыҡтар ҡыҙыҡһындыра. “Әгәр беҙҙең позиция кемгәлер оҡшап етмәй икән, әйләнгән һайын беҙҙе дошман күрергә тимәгән бит. Был осраҡта ҡолаҡ һалыу, тәнҡит күҙлегенән сығып фекер йөрө­төү, ниндәйҙер осраҡта хатта ризалашыу һәм һуңғы сиктә хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү зарур”, — тине ил етәксеһе.
Президент һәр ваҡыттағыса һорау­ҙарға ихлас һәм асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе. Әлбиттә, барыһына ла ярап бөтөп тә булмай. Кемдер әлеге сәйәсәт менән риза, кемдер юҡ. Уның ҡарауы, Литва Республикаһында Владимир Путин “Донъяның йыл кешеһе” тип та­нылған. Ә Африканың Мали халҡы бөтөнләй Рәсәй лидерына ярҙам һорап мөрә­жәғәт итмәксе. Урындағы тәртип­һеҙ­лектән һәм боланан тамам ялҡҡан малиҙар был йәһәттән 8 миллион имза йыйырға ла әҙер. Ҡыҫҡаһы, Сүриә, Ираҡ, Ливия, унан инде Малиҙан ҡала Афғанстан, Кельн халҡы ла Рәсәйгә теге йәки был хәл-ваҡиғаны хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итмәҫ тимә. Һәр хәлдә билдәле кинорежиссер Эмир Кустури­цаның уйынлы-ысынлы “Путин сәйә­сәткә саҡ ҡына алданыраҡ килһә, Югос­лавияны ҡотҡарып ҡалып булыр ине” тигән һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итә...

Йәнә террор шәүләһе

Теракттар ҙа тынмай. Ошо көндәрҙә генә Төркиәнең Диярбаҡыр ҡалаһында бомба һалынған автомобиль шартланы. Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр ите­үенсә, биш кеше һәләк булған, 36-һы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Шартлау урындағы полиция бинаһы алдында ғәмәлгә ашырылған. Һөҙөм­тәлә яҡын-тирәләге йорттар ҙа зыян күргән. Әйткәндәй, Төркиәләге был хәл бер аҙна эсендә генә икенсегә ҡа­бат­лана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 12 ғин­уарҙа ошоға оҡшаш шартлау Истанбул ҡалаһында теркәлгәйне. Теракт һө­ҙөмтәһендә 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 15-е яраланған. Һәләк бу­лыусыларҙың күбеһе — сит ил турис­тары.
Индонезияның баш ҡалаһы Джакартала ла тыныс түгел. Үҙәк мәғлүмәт саралары ҡалала, атап әйткәндә, эре сауҙа үҙәге янында алты шартлау яңғырауын хәбәр итә. Алты кеше һәләк булған.



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә