Сәйәси тормош тынып тормай. Хәйер, яңылышам — 1 ғинуарҙа әллә Яңы йыл төнөнән һуң, әллә башҡа мөғжизә менән шау-шыу һиҙелмәне. Ә бына 2 ғинуарҙан башланды ла инде...Дини ҡапма-ҡаршылыҡмы, әллә...Тынлыҡты Сәғүд Ғәрәбстанының власть вәкилдәре боҙҙо — улар 47 кешене, шул иҫәптән короллектең көнсығышында төпләнгән шиғиларҙың хоҡуғы өсөн көрәшкән билдәле дин әһеле Нимр ан-Нимрҙы язаға тарттырған. Һөҙөмтәлә Эр-Риядтағы әлеге ваҡиға Иранда киҫкен ҡаршылыҡ тыуҙырған — 3 ғинуарға ҡарай төндә демонстранттар Сәғүд Ғәрәбстанының Тегерандағы илселеген ҡыйратҡан. Короллек тиҙ арала Ирандағы дипломаттарын ҡайтарып алырға мәжбүр булған, Иран менән дипломатик мөнәсәбәттәрен һәм сауҙа бәйләнештәрен өҙгән. Иран да яуапһыҙ ҡалмаған —республикаға Сәғүд Ғәрәбстанынан килтерелгән бар төр ризыҡтарҙы индереү тыйылған. Әлегә ыҙғыш самолет һәм танктар ҡыҫылышынан тыш бара, әлбиттә, башлыса дипломатик фронтта. Әммә аш бәләһе баш бәләһе булып ҡуймағайы...
Сәйәсмәндәр иһә Сәғүд Ғәрәбстаны менән Иран дәүләте араһындағы низағты үҙҙәренсә аңлатырға тырыша: “Был шиғилар менән сөнниләр араһындағы дини ҡапма-ҡаршылыҡтан да бигерәк сәйәси конфликтҡа тартымыраҡ. 47 оппозиционерҙы хөкөмгә тарттырыу — тәү сиратта Сәғүд Ғәрәбстанындағы шиғилар хәрәкәтен юҡҡа сығарырға теләү тигән һүҙ. Был илдә йәшәгән шиғилар халыҡтың 20 процентын тәшкил итә, һәр төрлө иҙелеүгә дусар ителә”, — ти улар.
Һәр хәлдә политологтар Иран менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһындағы низағ асыҡтан-асыҡ һуғышҡа барып етмәйәсәк тип тынысландыра. Был Иранға ла, Сәғүд Ғәрәбстанына ла файҙаға булмаясаҡ — ике дәүләт былай ҙа Сүриә менән Йәмәндәге низағҡа ҡушылған, ә Иран өҫтәүенә күптән түгел генә АҠШ менән “Ядро килешеүен” дә төҙөп өлгөрҙө.
Путин саҡ ҡына алдараҡ килһә...Был арала Рәсәй Президентының немец журналистарына биргән интервьюһы популярлыҡ яулай бара. Сит ил хәбәрселәрен әлеге лә баяғы Яҡын Көнсығыш, Ҡырым, Украиналағы хәлдәр, санкцияларға ҡағылышлы яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. “Әгәр беҙҙең позиция кемгәлер оҡшап етмәй икән, әйләнгән һайын беҙҙе дошман күрергә тимәгән бит. Был осраҡта ҡолаҡ һалыу, тәнҡит күҙлегенән сығып фекер йөрөтөү, ниндәйҙер осраҡта хатта ризалашыу һәм һуңғы сиктә хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү зарур”, — тине ил етәксеһе.
Президент һәр ваҡыттағыса һорауҙарға ихлас һәм асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе. Әлбиттә, барыһына ла ярап бөтөп тә булмай. Кемдер әлеге сәйәсәт менән риза, кемдер юҡ. Уның ҡарауы, Литва Республикаһында Владимир Путин “Донъяның йыл кешеһе” тип танылған. Ә Африканың Мали халҡы бөтөнләй Рәсәй лидерына ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәксе. Урындағы тәртипһеҙлектән һәм боланан тамам ялҡҡан малиҙар был йәһәттән 8 миллион имза йыйырға ла әҙер. Ҡыҫҡаһы, Сүриә, Ираҡ, Ливия, унан инде Малиҙан ҡала Афғанстан, Кельн халҡы ла Рәсәйгә теге йәки был хәл-ваҡиғаны хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итмәҫ тимә. Һәр хәлдә билдәле кинорежиссер Эмир Кустурицаның уйынлы-ысынлы “Путин сәйәсәткә саҡ ҡына алданыраҡ килһә, Югославияны ҡотҡарып ҡалып булыр ине” тигән һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итә...
Йәнә террор шәүләһеТеракттар ҙа тынмай. Ошо көндәрҙә генә Төркиәнең Диярбаҡыр ҡалаһында бомба һалынған автомобиль шартланы. Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, биш кеше һәләк булған, 36-һы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Шартлау урындағы полиция бинаһы алдында ғәмәлгә ашырылған. Һөҙөмтәлә яҡын-тирәләге йорттар ҙа зыян күргән. Әйткәндәй, Төркиәләге был хәл бер аҙна эсендә генә икенсегә ҡабатлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 12 ғинуарҙа ошоға оҡшаш шартлау Истанбул ҡалаһында теркәлгәйне. Теракт һөҙөмтәһендә 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 15-е яраланған. Һәләк булыусыларҙың күбеһе — сит ил туристары.
Индонезияның баш ҡалаһы Джакартала ла тыныс түгел. Үҙәк мәғлүмәт саралары ҡалала, атап әйткәндә, эре сауҙа үҙәге янында алты шартлау яңғырауын хәбәр итә. Алты кеше һәләк булған.