Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Дуҫ тигәнең дошман булһа...
Дуҫ тигәнең дошман булһа... Рәсәйҙе был тиклем дә үпкәләткәндәре юҡ ине әле. Көпә-көндөҙ арттан килтереп тондорҙолармы ни... Кем-кем – ғүмер буйы дуҫ тип йөрөгән союздаштар... Әллә ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, уның сәйәсәтенә аяҡ салырға теләнеләр, әллә үҙҙәренең мәнфәғәттәренән сығып эш иттеләр, әллә бәғзе берәүҙәрҙең бойороғон үтәнеләр... Һәр хәлдә, кәрт асылды. Кем нисек йәшәй, нимә өсөн йәшәй, кем менән йәшәй... “СУ-24” иһә был осраҡта сәбәп кенә булды, ахырыһы. Ҡаты, аяуһыҙ, мәкерле сәбәп...

Төрөктәр беҙҙән башҡасараҡ реакция көткәйне, әлбиттә – йә шымып ҡалырға, йә һуғыш иғлан итергә тейеш инек. Тик бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырғандар – Рәсәй ҡоралға һуңғы сиктә генә тотона, беҙҙең өсөн тыныслыҡ, именлек, халыҡ-ара берҙәмлек тәүге урында. Шуға ил етәкселегенең, ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы, бөтөнләй башҡа юлды һайлауы осраҡлы булманы. Әммә барҙы юҡҡа сығарыуы ла еңел түгел. Йылдар менән һыналған дуҫлыҡ, эшлекле мөнәсәбәттәр, киләсәккә пландар, ҙур-ҙур проекттар, килешеүҙәр... Һәр хәлдә, беҙ быға ышанып йәшәнек. Эскерһеҙ, саф, тоғро дуҫлыҡҡа ышандыҡ. Әммә... Сүриә – Төркиә сиге... 6000 метр бейеклек... “СУ-24”... Сәбәп түгел, ысынбарлыҡ булды, ахырыһы, ул... Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бөгөн Төркиәгә ял путевкалары һатыуҙан туҡтатылды, декабрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үтергә тейешле Рәсәй – Төркиә саммитына “нөктә” ҡуйылды, тауар әйләнешенә алмаш эҙләйҙәр, импортты сикләү мәсьәләһе өйрәнелә, Сүриәгә “С-300” һәм “С-400” зенит-ракета системаһы индерелде... Ә бит былар аҙналар, айҙар дауамында ҡабул ителгән ҡарарҙар түгел.
Рәсәйҙе үпкәләттеләр... Әммә үсектермәнеләр. Беткә үсегеп, тун яғыр заман үтте инде. Беҙ күптән һынауҙарға ҡаршы торорға өйрәндек. Үҙҙәре өйрәттеләр... Сыныҡтырҙылар... Санкцияға — санкция, террорға — ҡорал... Билдәле, Рәсәйҙең һуңғы ваҡыттағы әүҙемлеге, ил етәксеһенең абруйы, төплө, эшлекле, аныҡ сәйәсәте кемдәргәлер оҡшап етмәй. Тураһын әйткән туғанына ярамаған, тимәҫтәр ине. Әммә дуҫ тигәнең дә дошман булһа...
Төркиә Президенты Рәжәп Эрдогандың иһә, беҙҙең осоусыларҙы һауа киңлеген боҙоуҙа ғәйепләп, һыуҙан ҡоро сығырға маташыуын аңларға була. Бар донъяға малайының бизнесы өсөн көрәшеүе, террорсылар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеүе, беҙҙең хәрби авиацияның “ИГИЛ”-дан осһоҙ хаҡҡа нефть ташыуға ҡамасаулауы, бензовоз колонналарын бомбаға тотоуы хаҡында һөйләп тормаҫ та инде... Ҡыҙғаныс, әммә ҡояшлы, диңгеҙле, курортлы Төркиәне бөтөнләй белмәгән булып сығабыҙ... Эске сәйәсәт – айырым, туризм менән Рәсәй араһындағы йылы мөнәсәбәттәр айырым... Бөгөн иһә бөтөнләй айырым...
Ирекһеҙҙән, тәхет вариҫы Франц-Фердинандтың үлеме иҫкә төшә. Тарихтан белеүебеҙсә, нәҡ герцогтың үлтерелеүе Беренсе донъя һуғышы башланыуға сәбәп булған. “СУ-24” осоусыһына бәйле ваҡиғалар ҙа ҡан ҡойошҡа килтереп ҡуймаһын. Ғөмүмән, теләйбеҙме-юҡмы, Ерҙе ҡабаттан бүлешеүгә табан китеп барабыҙ, ахырыһы...



P.S. Материал баҫмаға әҙерләнгән арала Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалала­рындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһынан хат алдыҡ. Унда былай тиелә: “Бөгөн барлыҡ мил­ләт­тәштәребеҙ исеменән, Рәсәй халыҡтары менән теләктәшлектә, халыҡ-ара ойош­маларға — БМО-ға, ШОС-ҡа, Ғәрәп дәү­ләт­тәре лигаһына, Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаға — “Асыҡ мөрәжәғәт” ҡабул иттек. Төп фекер — Төркиәнең Рәсәйгә, террорризмды бөтөрөү өсөн көрәшкән барлыҡ кешелек донъяһына ҡарата әшәке һәм фетнәсел эшмәкәрлеге”.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә