Рәсәйҙе был тиклем дә үпкәләткәндәре юҡ ине әле. Көпә-көндөҙ арттан килтереп тондорҙолармы ни... Кем-кем – ғүмер буйы дуҫ тип йөрөгән союздаштар... Әллә ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, уның сәйәсәтенә аяҡ салырға теләнеләр, әллә үҙҙәренең мәнфәғәттәренән сығып эш иттеләр, әллә бәғзе берәүҙәрҙең бойороғон үтәнеләр... Һәр хәлдә, кәрт асылды. Кем нисек йәшәй, нимә өсөн йәшәй, кем менән йәшәй... “СУ-24” иһә был осраҡта сәбәп кенә булды, ахырыһы. Ҡаты, аяуһыҙ, мәкерле сәбәп...Төрөктәр беҙҙән башҡасараҡ реакция көткәйне, әлбиттә – йә шымып ҡалырға, йә һуғыш иғлан итергә тейеш инек. Тик бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырғандар – Рәсәй ҡоралға һуңғы сиктә генә тотона, беҙҙең өсөн тыныслыҡ, именлек, халыҡ-ара берҙәмлек тәүге урында. Шуға ил етәкселегенең, ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы, бөтөнләй башҡа юлды һайлауы осраҡлы булманы. Әммә барҙы юҡҡа сығарыуы ла еңел түгел. Йылдар менән һыналған дуҫлыҡ, эшлекле мөнәсәбәттәр, киләсәккә пландар, ҙур-ҙур проекттар, килешеүҙәр... Һәр хәлдә, беҙ быға ышанып йәшәнек. Эскерһеҙ, саф, тоғро дуҫлыҡҡа ышандыҡ. Әммә... Сүриә – Төркиә сиге... 6000 метр бейеклек... “СУ-24”... Сәбәп түгел, ысынбарлыҡ булды, ахырыһы, ул... Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бөгөн Төркиәгә ял путевкалары һатыуҙан туҡтатылды, декабрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үтергә тейешле Рәсәй – Төркиә саммитына “нөктә” ҡуйылды, тауар әйләнешенә алмаш эҙләйҙәр, импортты сикләү мәсьәләһе өйрәнелә, Сүриәгә “С-300” һәм “С-400” зенит-ракета системаһы индерелде... Ә бит былар аҙналар, айҙар дауамында ҡабул ителгән ҡарарҙар түгел.
Рәсәйҙе үпкәләттеләр... Әммә үсектермәнеләр. Беткә үсегеп, тун яғыр заман үтте инде. Беҙ күптән һынауҙарға ҡаршы торорға өйрәндек. Үҙҙәре өйрәттеләр... Сыныҡтырҙылар... Санкцияға — санкция, террорға — ҡорал... Билдәле, Рәсәйҙең һуңғы ваҡыттағы әүҙемлеге, ил етәксеһенең абруйы, төплө, эшлекле, аныҡ сәйәсәте кемдәргәлер оҡшап етмәй. Тураһын әйткән туғанына ярамаған, тимәҫтәр ине. Әммә дуҫ тигәнең дә дошман булһа...
Төркиә Президенты Рәжәп Эрдогандың иһә, беҙҙең осоусыларҙы һауа киңлеген боҙоуҙа ғәйепләп, һыуҙан ҡоро сығырға маташыуын аңларға була. Бар донъяға малайының бизнесы өсөн көрәшеүе, террорсылар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеүе, беҙҙең хәрби авиацияның “ИГИЛ”-дан осһоҙ хаҡҡа нефть ташыуға ҡамасаулауы, бензовоз колонналарын бомбаға тотоуы хаҡында һөйләп тормаҫ та инде... Ҡыҙғаныс, әммә ҡояшлы, диңгеҙле, курортлы Төркиәне бөтөнләй белмәгән булып сығабыҙ... Эске сәйәсәт – айырым, туризм менән Рәсәй араһындағы йылы мөнәсәбәттәр айырым... Бөгөн иһә бөтөнләй айырым...
Ирекһеҙҙән, тәхет вариҫы Франц-Фердинандтың үлеме иҫкә төшә. Тарихтан белеүебеҙсә, нәҡ герцогтың үлтерелеүе Беренсе донъя һуғышы башланыуға сәбәп булған. “СУ-24” осоусыһына бәйле ваҡиғалар ҙа ҡан ҡойошҡа килтереп ҡуймаһын. Ғөмүмән, теләйбеҙме-юҡмы, Ерҙе ҡабаттан бүлешеүгә табан китеп барабыҙ, ахырыһы...
P.S. Материал баҫмаға әҙерләнгән арала Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһынан хат алдыҡ. Унда былай тиелә: “Бөгөн барлыҡ милләттәштәребеҙ исеменән, Рәсәй халыҡтары менән теләктәшлектә, халыҡ-ара ойошмаларға — БМО-ға, ШОС-ҡа, Ғәрәп дәүләттәре лигаһына, Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаға — “Асыҡ мөрәжәғәт” ҡабул иттек. Төп фекер — Төркиәнең Рәсәйгә, террорризмды бөтөрөү өсөн көрәшкән барлыҡ кешелек донъяһына ҡарата әшәке һәм фетнәсел эшмәкәрлеге”.