
Бағдад, Ҡаһирә, Бейрут, Сәнә, Дамаск... Һәр исемдән боронғолоҡ, тарих, әкиәттәрҙә генә була торған серле мөғжизә бөркөлгән һымаҡ. Ғәрәп Көнсығышы. Алыҫмы ул, яҡынмы, барыбер был тарафтарға ҡояш алданыраҡ ҡарай. Диңгеҙҙәр ярҙарға ҡаҡҡан, сүллектәр эҫенән кипкән илдәрҙә Сөләймән батша хакимлыҡ иткән, йәһүдтәр юлбашсыһы Моисей ҡан-ҡәрҙәштәрен Ҡыҙыл диңгеҙ аша фирғәүендәр ҡоллоғонан алып сыҡҡан.
Ошо яҡта — изге Мәккә, мосолмандар, йәһүдтәр, христиандар бергәләп йәшәгән һәм ғибәҙәт ҡылған Иерусалим. Яҡын Көнсығышты һәм, ғөмүмән, ғәрәп донъяһын бик яҡшы белгән Евгений Примаков раҫлауынса, Ер шарының бер генә төбәгендә лә милләттәр, диндәр, мәҙәниәттәр былай уҡмашҡан урынды табыу мөмкин түгел. Йөҙҙәрсә йыл бында мөхәббәт менән нәфрәт, йәннәт менән михнәт бергә йәшәгән. Яҙмыш һәм тарих тиҫтәләрсә телле ҡәүемдәрҙе бер урынға туплап, һүрелмәҫ дошманлыҡҡа ла дусар иткән. Күп милләтлелек, төрлө мәҙәниәт һәм хатта төрлөсә менталитет — хазина, тип раҫланһа ла, шул мөхиткә низағ ойотҡоһо һалынып торғанда, был хәл тиҙ генә сисә алмаҫлыҡ төйөнгә әүерелә.


Йәнә шуны ла өҫтәргә кәрәктер: мәҙәниәте, фәне бик борондан килһә лә, хәҙер ғәрәптәр — артта ҡалған, наҙан халыҡ. Уларҙы нефть һәм газ сығарыуға яҡын да юлатмайҙар, был тармаҡтағы топ-менеджерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр — англосакстар, ә ябай эшселәр — һиндтар, пакистандар һәм ҡытайҙар. Төшөм, әйткәнебеҙсә, шәйехтәргә, Ливия йөмһүриәте хужаһы Муаммар Ҡаддафи, Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк ише диктаторҙарға. Беҙ иһә, гәзиттәр уҡып, телевизор ҡабыҙып, ғәрәп илдәрендә бер юлы ғына гөлт итеп тоҡанған сыуалыштар тураһында ишетәбеҙ ҙә: “Аһ-аһ, быларға ни булды, әллә шайтан ҡотортамы икән?” — тип ғәжәпләнгән булабыҙ.
Байлыҡ менән фәҡирлек араһы киңәйгән, милләттәр, конфессиялар, хатта цивилизациялар араһында ҡапма-ҡаршы тороу бермә-бер көсәйгән хәҙерге осорҙа ябай кешенең михнәттәре арта бара. Өмөтһөҙлөк, социаль ғәҙелһеҙлек халыҡтың айырым бер өлөшөн радикаль эш-ғәмәлдәргә этәрә, ә йәмғиәттә милләт-ара, раса-ара түҙеп тора алмаусанлыҡ тамыр йәйә. “Сәйәсәт” фонды президенты, билдәле күҙәтеүсе һәм сәйәсмән Вячеслав Никонов, мәҫәлән, ошондай фекерҙә: “Тәү башлап һиҙемләүемсә, Туниста уңышлы социаль инҡилап бойомға аша һымаҡ. Ул массаларҙың ихтыярһыҙҙан урғылған ҡеүәтле көсөнә таяна. Ғәрәп донъяһы тарихында бындай хәлдең булғаны юҡ ине”. Ғәрәп илдәрендә бер-береһенә ялғанған болаларҙың маҡсаты, тыштан ҡарағанда ялҡытҡан диктатураларға һәм социаль ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы йүнәлтелгән һымаҡ күренһә лә, был охлократия талабы ғына булып сығыуы ихтимал. Унан һуң, ваҡиғаларҙың артабан ни рәүешле үҫеш аласағын һәм халыҡты урамға алып сыҡҡан режиссерҙарҙың кем булыуын аныҡлауы әлегә ауыр.
Шул аңлашыла: беҙ сәйер заманда, логика ҡанундарына һыйып етмәгән осорҙа йәшәйбеҙ. Илдәр иҡтисади һәм сәйәси маҡсаттар нигеҙендә интеграция барышына йәлеп ителгән һайын, милек, идеология, дин, хатта раса буйынса айырымланыу тиҙләнә бара. Аналитиктар бай “төньяҡ” менән фәҡир “көньяҡ” араһындағы ҡотолғоһоҙ низағ, ислам менән христиан донъяһының килешә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтары, ғәрәптәрҙең бүтән милләттәргә ҡарата дошманлығы һәм башҡалар тураһында торған һайын йышыраҡ яҙа. Был фаразлауҙарҙың барыһын да етди ҡабул итмәгән хәлдә лә, уларҙа хәҡиҡәт орлоҡтарының булыуын инҡар итеү мөмкин түгел.
Халыҡтың идара итеүсе даирәләргә ҡаршы сығышы әлегә башлыса ғәрәп илдәрендә — Мысырҙа, Алжирҙа, Йәмәндә, Мавританияла, Нигерияла, Сүриәлә, Иорданияла бара. Күп конфессиялы Ливанда ла хәл көсөргәнешле. Урта диңгеҙ аша сығып, сыуалыштар Албанияға ла күсте. Ваҡиғалар мосолмандарҙың бүтән донъя менән ҡапма-ҡаршы тороуы рухында дауам итһә, Сүриә, Төркиә аша Кавказға һәм Урта Азияға ла килеп етеүе ихтимал. Рәсәй уларға ғафил ҡала алмай. Сөнки ил эсендәге милләт-ара көсөргәнешлек күренештәре милли мөнәсәбәттәр сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, уларҙы хәстәрлекле иғтибар үҙәгендә тотоуҙы талап итә.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр, социаль тиңһеҙлектең тәрәнәйә барыуы донъяны дөйөм һәләкәт сигенә еткерҙе. Талиптар, Афғанстан, “Әл-Ҡағиҙә”, Ираҡтағы ҡан ҡойош, Ҡытайҙағы уйғыр сепаратсылары, “Бөйөк Албания”ны төҙөү пландары, Фәләстан менән Израиль, Франция ҡалалары биҫтәләрендәге янғындар, Ирандың Көнбайыш менән әле һүрелмәгән тартыштары, үҙебеҙҙең Төньяҡ Кавказ республикалары, Манеж майҙаны... Дауам итеү кәрәкме? Ҡитғалар, илдәр төрлө булһа ла, маҡсаттар төрлөсә яңғыраһа ла, ошо хәрәкәттәрҙең үҙәгендә логик уртаҡлыҡ һиҙелә. Ул — донъяның хәҙерге ҡоролошонан ҡәнәғәт булмау, һәр халыҡтың мәртәбәһен тиң күреүҙе талап итеү. Был — маҡсаттарҙы идеаллаштырып күҙ алдына килтергәндә. Ләкин ваҡиғаларҙың сценарийын яҙыусылар сәхнәгә уларҙы икенсерәк итеп ҡуйыуы ла ихтимал.
Үҙ тарихының тәүге мең йыллығында ислам донъя мәҙәниәтендә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә төп урынды биләгән. Был осор, һис шикһеҙ, ислам цивилизацияһының иң сәскә атҡан осоро булғандыр. Ул донъя күләмендәге полиэтник, күп расалы, ҡитға-ара цивилизация төҙөгән. Ҙур хәрби ҡеүәткә һәм иҡтисадҡа эйә булыуҙан тыш, ислам донъяһы фән, сәнғәт, философияны үҫтергән. Европа мосолмандарҙан фән һәм сәнғәткә генә өйрәнеп ҡалмаған, бәлки ниндәйҙер кимәлдә ислам цивилизацияһына мәҙәни йәһәттән буйһоноулы хәлдә булған.
Европа халыҡтары тора-бара һиҙелерлек алға сыҡҡан. Ренессанс, бөйөк географик асыштар, Реформация Көнбайышҡа хәлде үҙгәртеүгә, индустриаль прогресс машинаһын ҡуҙғатып ебәреүгә булышлыҡ иткән. Ошо объектив процесты инҡар итеү мөмкин булмаһа ла, ислам донъяһы уны оҙаҡ ваҡыт танырға теләмәгән. “Иманһыҙ варварҙар”ҙы һанға һуҡмаған йәмғиәт уларҙан нимәгәлер өйрәнеү ихтималын күҙ алдына ла килтермәгән. Көтмәгәндә артта ҡалыуҙың сәбәптәрен боронғо һәйбәт традицияларҙан тайпылыу менән аңлатҡандар.
Хәҙер донъя сәйәсәтенең берҙәм субъекты булараҡ, ислам донъяһы тураһында һүҙ алып барыу мөмкинме? Быға ыңғай яуап бирергә лә була, кире яуапҡа ла урын бар.
Ер йөҙөндә әле 1,3 миллиард мосолман йәшәй. Рәсәй халҡының һәр унынсы кешеһе — мосолман. Донъяның һәр илендә тиерлек мосолман общинаһы бар. Утыҙ биш дәүләттә мосолмандар халыҡтың күпселеген тәшкил итә, тағы егерме туғыҙында уларҙың йоғонтоһо ҙур, егерме һигеҙ илдә ислам дәүләт йәки рәсми дин тип таныла. Шул уҡ ваҡытта ислам донъяһы бик фәҡир. Ун һигеҙ ғәрәп иленең дөйөм эске тулайым продукцияһы бөгөн Испанияныҡынан аҙыраҡ.
Заманса аң һәм фәндең ислам мөхитенә үтеп инеүе бөгөн дә ғәжәп ҙур кәртәләргә төртөлә. Донъялағы ғалимдарҙың бер проценты ғына — мосолман. Израилдә генә лә фән менән шөғөлләнеүселәр һаны бөтә ислам донъяһындағынан күберәк. Ислам илдәрендә фән өсөн аҡса бүленмәй, инженерлыҡ белеме юҡ дәрәжәһендә.
Ислам традиционалистары быларҙың береһен дә күрмәй ҙә, танырға ла теләмәй. Уларҙың төп дошманы — АҠШ, йәғни “Оло шайтан”. “Кесе шайтан” ролендә — Израиль.
Ислам донъяһының ҡайнап китеүенә күп сәбәптәр йоғонто яһай. Кешелек үҙ тарихында ҡатмарлы йәнә бер осор кисерә. Мартин Кинг: “Фетнә, нигеҙҙә — һүҙен әйтеп тә ишеттерә алмағандарҙың теле ул”, — тигән. Ундай телдә һөйләшергә яҙмаһын.
Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде 14.08.2025 // Сәйәсәт
Лира Тереғолова – етенсе ҡатын-ҡыҙ мунипалитет башлығы....
Тотош уҡырға 28
Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде 13.08.2025 // Сәйәсәт
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дөйөм туҡланыу объекттарының миҙгелле залдары...
Тотош уҡырға 34
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 11.08.2025 // Сәйәсәт
Дүшәмбе Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыу...
Тотош уҡырға 32
Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте 11.08.2025 // Сәйәсәт
Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте...
Тотош уҡырға 37
Владимир Путин Башҡортостан профессорына маҡтаулы исем бирҙе 08.08.2025 // Сәйәсәт
Дәүләт башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған....
Тотош уҡырға 40
Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша 07.08.2025 // Сәйәсәт
Ике ил лидерҙарының осрашырға әҙерләнеүе тураһында Рәсәй дәүләте башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков...
Тотош уҡырға 37
Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде 06.08.2025 // Сәйәсәт
Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде...
Тотош уҡырға 43
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы 04.08.2025 // Сәйәсәт
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы...
Тотош уҡырға 46
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы 04.08.2025 // Сәйәсәт
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы...
Тотош уҡырға 41
Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 04.08.2025 // Сәйәсәт
Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...
Тотош уҡырға 39
Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды 01.08.2025 // Сәйәсәт
Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды...
Тотош уҡырға 55