“Ҡара алтын”дың ысын төҫтәре31.10.2015
“Ҡара алтын”дың ысын төҫтәре Бөйөк дәүләттәр мосолман донъяһында нимә эҙләй?
Бағдад, Ҡаһирә, Бейрут, Сәнә, Дамаск... Һәр исемдән боронғолоҡ, тарих, әкиәттәрҙә генә була торған серле мөғжизә бөркөлгән һымаҡ. Ғәрәп Көнсығышы. Алыҫмы ул, яҡынмы, барыбер был тарафтарға ҡояш алданыраҡ ҡарай. Диңгеҙҙәр ярҙарға ҡаҡҡан, сүллектәр эҫенән кипкән илдәрҙә Сөләймән батша хакимлыҡ иткән, йәһүдтәр юлбашсыһы Моисей ҡан-ҡәрҙәштәрен Ҡыҙыл диңгеҙ аша фирғәүендәр ҡоллоғонан алып сыҡҡан.


Ошо яҡта — изге Мәккә, мосолмандар, йәһүдтәр, христиандар бергәләп йәшәгән һәм ғи­бәҙәт ҡылған Иерусалим. Яҡын Көнсығышты һәм, ғөмү­мән, ғәрәп донъяһын бик яҡшы бел­гән Евгений Примаков раҫ­ла­уынса, Ер шарының бер генә төбәгендә лә милләттәр, диндәр, мәҙәниәттәр былай уҡмашҡан урынды табыу мөмкин түгел. Йөҙҙәрсә йыл бында мөхәббәт менән нәфрәт, йәннәт менән мих­нәт бергә йәшәгән. Яҙмыш һәм тарих тиҫтәләрсә телле ҡәүемдәрҙе бер урынға туплап, һүрелмәҫ дошманлыҡҡа ла ду­сар иткән. Күп милләтлелек, төр­лө мәҙәниәт һәм хатта төрлөсә менталитет — хазина, тип раҫланһа ла, шул мөхиткә низағ ойотҡоһо һалынып тор­ғанда, был хәл тиҙ генә сисә алмаҫлыҡ төйөнгә әүерелә.
“Ҡара алтын”дың ысын төҫтәре Бик боронғо замандарҙа уҡ Африкаға, Азияға, Яҡын, Алыҫ һәм Урта Көнсығышҡа, ғәрәп һәм мо­солман донъяһына, шул донъя эсендә йәшәгән тиҫтә­ләр­сә ­ҡәүемде христианлыҡҡа күн­дереү маҡсатында, мисси­оне­р­ҙар йөрөп торған. Христианлаштырыу тәре походтары менән дә бойомға ашы­рылған. Хәрби һәм иҡтисади ҡеүәт туплап өлгөргән Көнбайыш дәүләттәре донъяны бүлгеләй башлағас, феодаль һәм хатта патриархаль тормошта көн күргән, үҙен-үҙе яҡлай алмаҫтай Африка, Азия халыҡтары колониаль бойондороҡлолоҡҡа ду­сар булған. Был хәл шунда йәшәгән ҡәүемдәрҙең һәр йәһәт­тән үҫешен тотҡарлаған. Ә инде формаль бойондороҡһоҙлоҡ ал­ған илдәрҙә нефть, газ, төрлө металл ятҡылыҡтарының ифрат бай булыуы асыҡланғас, улар мөлкәт бүлешеүселәр араһын­дағы талаш-тартыштың ҡап ур­та­һында ҡалған.
“Ҡара алтын”дың ысын төҫтәре Үҙ илеңдә илһеҙ ҡалып, алтынға күмелеп тә, хәйерсе булып, даръяларҙа йөҙөп тә сарсап йәшәргә мөмкин икән. Ғәрәп илдәре һәм, ғөмүмән, мосолман донъяһы халыҡтары хәҙер бай­таҡтан бирле инде шул хәлдә. Нефть һәм газ сәнәғәте ныҡ үҫешһә лә, ғәрәп илдәренең иҡтисады бары сеймал һатып килем алыуға ҡоролған. Нефть һәм газ, әлбиттә, ғәрәптәрҙең идара иткән кландарына аҡыл етмәҫлек төшөм килтерә. Шәйех­тәрҙең байлығын легенда итеп һөйләйҙәр. Ираҡтың элекке диктаторы Саддам Хөсәйен Америка һәм Европа банктарында тиҫтәләрсә миллиард дол­лар һаҡлаған. Филиппин респуб­ликаһы президенты Фердинанд Маркос менән ҡатыны Имельда­ның илде нисек талауы тура­һында ла ишетеп белдек. Тунистың бәреп төшөрөлгән президенты Зина әл-Әбидин бин Әли, иленән ҡасҡанда, миллиардтарын ситкә сығарып өл­гөргән.
Йәнә шуны ла өҫтәргә кәрәк­тер: мәҙәниәте, фәне бик борондан килһә лә, хәҙер ғәрәптәр — артта ҡалған, наҙан халыҡ. Улар­ҙы нефть һәм газ сығарыуға яҡын да юлатмайҙар, был тар­маҡ­тағы топ-менеджерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр — англосакстар, ә ябай эшселәр — һиндтар, пакис­тандар һәм ҡытайҙар. Төшөм, әйткәнебеҙсә, шәйехтәргә, Ливия йөмһүриәте хужаһы Муаммар Ҡаддафи, Мысыр президенты Хөс­ни Мөбәрәк ише диктатор­ҙарға. Беҙ иһә, гәзиттәр уҡып, телевизор ҡабыҙып, ғәрәп илдә­рен­дә бер юлы ғына гөлт итеп тоҡанған сыуалыштар тура­һын­да ишетәбеҙ ҙә: “Аһ-аһ, бы­ларға ни булды, әллә шайтан ҡотортамы икән?” — тип ғәжәп­ләнгән булабыҙ.
Байлыҡ менән фәҡирлек араһы киңәйгән, милләттәр, конфессиялар, хатта цивилизациялар араһында ҡапма-ҡаршы тороу бермә-бер көсәйгән хә­ҙерге осорҙа ябай кешенең мих­нәт­тәре арта бара. Өмөтһөҙлөк, социаль ғәҙелһеҙлек халыҡтың айырым бер өлөшөн радикаль эш-ғәмәлдәргә этәрә, ә йәмғиәт­тә милләт-ара, раса-ара түҙеп тора алмаусанлыҡ тамыр йәйә. “Сәйәсәт” фонды президенты, билдәле күҙәтеүсе һәм сәйәсмән Вячеслав Никонов, мә­ҫәлән, ошондай фекерҙә: “Тәү башлап һиҙемләүемсә, Туниста уңыш­лы социаль инҡилап бо­йом­ға аша һымаҡ. Ул масса­ларҙың ихтыярһыҙҙан урғылған ҡеүәт­ле көсөнә таяна. Ғәрәп донъя­һы тарихында бындай хәлдең булғаны юҡ ине”. Ғәрәп илдәрен­дә бер-береһенә ялған­ған бола­ларҙың маҡсаты, тыштан ҡа­ра­­ғанда ялҡытҡан дик­та­ту­раларға һәм социаль ғәҙелһеҙ­леккә ҡаршы йүнәлтел­гән һымаҡ күренһә лә, был охлократия талабы ғына булып сығыуы ихтимал. Унан һуң, ваҡи­ға­ларҙың артабан ни рәүешле үҫеш аласағын һәм халыҡты урамға алып сыҡҡан режиссер­ҙарҙың кем булыуын аныҡлауы әлегә ауыр.
Шул аңлашыла: беҙ сәйер заманда, логика ҡанундарына һы­йып етмәгән осорҙа йәшәйбеҙ. Илдәр иҡтисади һәм сәйәси маҡсаттар нигеҙендә интеграция барышына йәлеп ителгән һайын, милек, идеология, дин, хатта раса буйынса айырымланыу тиҙ­ләнә бара. Аналитиктар бай “төньяҡ” менән фәҡир “көньяҡ” араһындағы ҡотолғоһоҙ низағ, ислам менән христиан донъя­һының килешә алмаҫлыҡ ҡар­шылыҡтары, ғәрәптәрҙең бүтән милләттәргә ҡарата дошман­лығы һәм башҡалар тураһында торған һайын йышыраҡ яҙа. Был фаразлауҙарҙың барыһын да етди ҡабул итмәгән хәлдә лә, уларҙа хәҡиҡәт орлоҡтарының булыуын инҡар итеү мөмкин түгел.
Халыҡтың идара итеүсе даи­рә­ләргә ҡаршы сығышы әлегә башлыса ғәрәп илдәрендә — Мысырҙа, Алжирҙа, Йәмәндә, Мавританияла, Нигерияла, Сү­риә­лә, Иорданияла бара. Күп конфессиялы Ливанда ла хәл көсөргәнешле. Урта диңгеҙ аша сығып, сыуалыштар Албанияға ла күсте. Ваҡиғалар мосол­мандарҙың бүтән донъя менән ҡапма-ҡаршы тороуы рухында дауам итһә, Сүриә, Төркиә аша Кавказға һәм Урта Азияға ла килеп етеүе ихтимал. Рәсәй улар­ға ғафил ҡала алмай. Сөнки ил эсендәге милләт-ара көсөр­гәнешлек күренештәре милли мөнәсәбәттәр сәйәсәтен камил­лаш­тырыуҙы, уларҙы хәстәрлек­ле иғтибар үҙәгендә тотоуҙы талап итә.
Милләт-ара мөнәсә­бәт­тәр, социаль тиңһеҙлектең тәрәнәйә барыуы донъяны дө­йөм һәләкәт сигенә еткерҙе. Талиптар, Аф­ған­стан, “Әл-Ҡағиҙә”, Ираҡтағы ҡан ҡойош, Ҡытайҙағы уйғыр сепаратсылары, “Бөйөк Алба­ния”ны төҙөү пландары, Фә­ләс­тан менән Израиль, Франция ҡалалары биҫтәләрендәге янғындар, Ирандың Көнбайыш менән әле һүрелмәгән тартыштары, үҙебеҙҙең Төньяҡ Кавказ республикалары, Манеж майҙа­ны... Дауам итеү кәрәкме? Ҡитға­лар, илдәр төрлө булһа ла, маҡ­саттар төрлөсә яңғыраһа ла, ошо хәрәкәттәрҙең үҙәгендә логик уртаҡлыҡ һиҙелә. Ул — донъяның хәҙерге ҡоролошонан ҡәнәғәт булмау, һәр халыҡтың мәртәбәһен тиң күреүҙе талап итеү. Был — маҡсаттарҙы идеаллаштырып күҙ алдына килтер­гәндә. Ләкин ваҡиғаларҙың сце­нарийын яҙыусылар сәхнәгә уларҙы икенсерәк итеп ҡуйыуы ла ихтимал.
Үҙ тарихының тәүге мең йыл­лығында ислам донъя мәҙә­ниәтендә һәм халыҡ-ара мө­нә­сәбәттәрҙә төп урынды биләгән. Был осор, һис шикһеҙ, ислам цивилиза­цияһының иң сәскә атҡан осоро булғандыр. Ул донъя күләмен­дәге полиэтник, күп расалы, ҡитға-ара цивилизация төҙөгән. Ҙур хәрби ҡеүәткә һәм иҡтисадҡа эйә булыуҙан тыш, ислам донъя­һы фән, сән­ғәт, философияны үҫтергән. Европа мосолман­дар­ҙан фән һәм сәнғәткә генә өйрә­неп ҡалмаған, бәлки ниндәйҙер кимәлдә ис­лам цивилизация­һына мәҙәни йәһәт­тән буйһоноу­лы хәлдә булған.
Европа халыҡ­тары тора-бара һиҙелерлек алға сыҡҡан. Ренессанс, бөйөк географик асыштар, Реформация Көнбайышҡа хәлде үҙгәртеүгә, индустриаль прогресс машина­һын ҡуҙғатып ебәреүгә булыш­лыҡ иткән. Ошо объектив про­цес­ты инҡар итеү мөмкин булмаһа ла, ислам донъяһы уны оҙаҡ ваҡыт танырға теләмәгән. “Иманһыҙ варварҙар”ҙы һанға һуҡмаған йәмғиәт уларҙан нимә­гәлер өйрәнеү ихтималын күҙ алдына ла килтермәгән. Көт­мә­гән­дә артта ҡалыуҙың сәбәптәрен боронғо һәйбәт традицияларҙан тайпылыу менән аңлатҡандар.
Хәҙер донъя сәйәсәтенең берҙәм субъекты булараҡ, ислам донъяһы тураһында һүҙ алып барыу мөмкинме? Быға ыңғай яуап бирергә лә була, кире яуапҡа ла урын бар.
Ер йөҙөндә әле 1,3 миллиард мосолман йәшәй. Рәсәй халҡы­ның һәр унынсы кешеһе — мосолман. Донъяның һәр илендә тиерлек мосолман общинаһы бар. Утыҙ биш дәүләттә мосолмандар халыҡ­тың күпселеген тәшкил итә, тағы егерме туғы­ҙында уларҙың йоғонтоһо ҙур, егерме һигеҙ илдә ислам дәүләт йәки рәсми дин тип таныла. Шул уҡ ваҡытта ислам донъяһы бик фәҡир. Ун һигеҙ ғәрәп иленең дөйөм эске тулайым продук­цияһы бөгөн Испанияныҡынан аҙыраҡ.
Заманса аң һәм фәндең ис­лам мөхитенә үтеп инеүе бөгөн дә ғәжәп ҙур кәртәләргә төртөлә. Донъялағы ғалимдарҙың бер проценты ғына — мосолман. Из­раилдә генә лә фән менән шө­ғөл­ләнеүселәр һаны бөтә ислам донъяһындағынан күберәк. Ис­лам илдәрендә фән өсөн аҡса бүленмәй, инженерлыҡ белеме юҡ дәрәжәһендә.
Ислам традиционалистары быларҙың береһен дә күрмәй ҙә, танырға ла теләмәй. Уларҙың төп дошманы — АҠШ, йәғни “Оло шайтан”. “Кесе шайтан” ролендә — Израиль.
Ислам донъяһының ҡайнап китеүенә күп сәбәптәр йоғонто яһай. Кешелек үҙ тарихында ҡат­марлы йәнә бер осор кисерә. Мартин Кинг: “Фетнә, нигеҙҙә — һүҙен әйтеп тә ишеттерә алма­ғандарҙың теле ул”, — тигән. Ундай телдә һөйләшергә яҙма­һын.




Вернуться назад