Сүриәләге ваҡиғалар – бөгөнгө йәмғиәт өсөн көнүҙәк темаларҙың береһе. Көнбайыш сәйәсмәндәре был илдең президенты Бәшәр Әсәдкә төрлөсә баҫым яһап ҡараны, бер ни булдыра алмағас, уға иң ҡәҙерле кешеләре – ҡатыны һәм балалары – аша ла йоғонто яһап маташты. Сәйәсәт – бик нескә мәсьәлә. Бында хистәргә урын юҡ һымаҡ. Әммә президент ҡатыны Әсмә Әсәд был медиа-алышта еңеүсе булып сыҡты.Бәшәр Әсәд Көнсығыш Ғәрәп илдәре СССР менән тығыҙ бәйләнештә булған дәүерҙә үҫкән. Ул ваҡытта Сүриә егеттәре өсөн совет хәрби училищеларында әҙерлек үткәргәндәр. Мысыр Президенты Хөсәйен Мөбәрәк һәм Хәфез Әсәд, мәҫәлән, Советтар Союзында хәрби осоусы һөнәрен үҙләштергән.
Дамаск ҡалаһындағы “Хөриә” француз лицейында белем ала Бәшәр. Сит телдәрҙе өйрәнә, шул иҫәптән французса, инглизсә уҡый. Артабан күҙ табибы булыу хыялы менән медицина университетына юллана. Сәйәсәт Бәшәрҙе әллә ни ҡыҙыҡһындырмай, сөнки атаһы үҙенең вариҫы итеп өлкән улын һайлаған...
1988 йылда университетты тамамлағандан һуң егет Дамаск эргәһендәге хәрби госпиталгә эшкә урынлаша. Бер аҙҙан икенсе исем алып, Бөйөк Британияға стажировкаға юллана. Тик 1994 йылдағы ваҡиғалар тормошон ҡырҡа үҙгәртә: өлкән ағаһы Басель автоһәләкәттә вафат булғас, шул сәбәпле атаһы инфаркт үткәргәс, Бәшәрҙе тиҙ арала Сүриәгә ҡайтаралар.
Шулай итеп, Европала белем алған офтальмолог дошмандар менән уратып алынған иленә етәкселек итергә әҙерләнә. Үҙ алдында торған бурыстарҙы яҡшы аңлап эш итә ул: интеллигент-табипҡа ҡарағанда погонлы хәрбиҙе яҡыныраҡ күрәсәктәрен фаразлай һәм хәрби училищеға уҡырға инә. Танк батальоны командиры булып, капитан дәрәжәһен ала Бәшәр.
Был ваҡиғаларҙан һуң күпмелер ваҡыт үтеүгә әлеге ашығыс сараларҙың тиктәҫкә булмағаны асыҡлана: Хәфез Әсәд яҡты донъя менән хушлаша. 2000 йылда Бәшәр Әсәдте Сүриәнең президенты итеп һайлау өсөн референдум үткәрелә. Тауыш биреүселәрҙең 97 проценты уның кандидатураһын яҡлай. АҠШ һәм Европа илдәре лә яңы етәксене хуплап сығыш яһай.
Сүриә халҡының 80 проценты – мосолман-сөнниҙәр. Ә Бәшәр Әсәд сығышы менән илдә ни бары 15 процент тәшкил иткән ғәләүиҙәргә (шығыйҙарҙың бер ағымы) ҡарай. Халыҡтың күпселеге яҡын күрһен өсөн уға туғандары сөнниҙәр араһынан кәләш алырға кәңәш итә. Әммә эш сәйәсәттә генә түгел.
Әсмәнең ғаиләһе һаман да Лондонда йәшәй. Атаһы Фәүәз – йөрәк табибы, әсәһе Сәхәр иһә элек Бөйөк Британияла Сүриә илсеһенең беренсе секретары булып эшләгән. Ҡыҙҙарына һәйбәт тәрбиә һәм белем биргәндәр. Лондон университеты колледжын тамамлағандан һуң 2000 йылда Бәшәргә кейәүгә сыҡҡансы Әсмә ҙур банктарҙа белгес булып йөрөгән. Уларҙың ғаиләләре күптән аралашҡан һәм Әсмә интервьюларҙа гел: “Бала саҡтағы дуҫлыҡтан яралған мөхәббәт”, – тип ҡабатларға яратҡан. Әле улар Хәфиз, Зәйн, Кәрим исемле өс бала тәрбиәләй.
Әгәр ир менән ҡатындың араһына сәйәсәт килеп ҡыҫылмаһа, был матур ғаиләгә ҙур һынауҙар аша үтергә тура килмәҫ ине, моғайын.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сыҡҡан журналдар артабанғы йылдарҙа ярыша-ярыша Әсмә Әсәдте дәүләттең беренсе ханымдары араһында иң сибәре тип атаны. Ваҡыт иһә уның, матур булыуҙан тыш, көслө рухлы ҡатын икәнен дә раҫланы.
...2013 йылда террорсылар президент йорто эргәһендәге Генераль штабты шартлата. Эргәлә генә яңғыраған бомба тауышын ишеткәс, өлкән улдары мәктәпкә бармаҫҡа була. Әммә Әсмә уны елтерәтеп тигәндәй уҡыуға оҙата.
– Һин мине яратмайһың! Үлтерһәләр?! – тип ғәйеп ташлай улы.
– Киреһенсә, яратҡанға был аҙымға барырға мәжбүрмен! Минең улым ҡурҡаҡ булып үҫмәһен, тип. Һин уҡырға һәм белемле кеше булып үҫергә тейеш! Беҙгә һөжүм иткән кешеләргә үс итеп! – ти Әсмә.
Әле лә, хәрби бәрелештәр Дамаск ҡалаһына яҡынлашҡас, күптәрҙе “Был тауыштарҙы Әсмә ишетәме икән?” тигән һорау борсой. Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә был темаға төрлөсә фараз йөрөтөүселәр бихисап. Хатта, Бәшәр Әсәд Мәскәүгә килеп ҡайтҡас, ғаиләһен Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшерә, имеш, тип тә яҙҙылар.
Психологтар билдәләүенсә, әгәр ҡатыны ирен гел ҡеүәтләп, ярҙам итеп торһа, ғаилә башлығының карьераһы алға бара икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәсәттә йышыраҡ киреһен күрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ иренең карьераһын нисек боҙа ала? Еңел. Бер яңылыш аҙым менән. Дипломатияла “ил тураһында ыңғай фекерҙе илсе түгел, ә уның ҡатыны тыуҙыра” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Сәйәсәттә лә шулай. Күҙ алдына килтерегеҙ: ниндәй ҙә булһа берәй президенттың ҡатыны этикетты боҙа, уның үҙен тотошо йәмһеҙ һәм һөйләгән хәбәре тоҙһоҙ икән, был тәү сиратта халыҡ күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ. Һөҙөмтә булараҡ, сәйәсмәндең рейтингы төшәсәк, һайлауҙа уның өсөн тауыш биреүселәр аҙаясаҡ.
Сәйәсмәндең ҡатыны нимә менән шөғөлләнеүе лә мөһим. Был йәһәттән Францияның элекке президенты Саркозиның, ҡытыны менән айырылышып, модель Карла Бруниға өйләнеүен хәтергә төшөрәйек. Һәр яҡлап консерватизмға ынтылған француздарҙа был хәл ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Киң мәғлүмәт саралары моделдең яланғас килеш төшкән бөтөн фотоларын да иҫкә төшөрҙө. Ә бына Ҡытай лидеры Си Цзиньпиндың ҡатыны, йырсы Пэн Лиюангә йәмғиәттең ҡарашы бөтөнләй икенсе. Пэн тыуҙырған образ иренең рейтингында тик ыңғай яҡтан сағылыш таба. Халыҡ йырҙарын башҡарған сәхнә оҫтаһы бихисап ижади конкурстарҙа еңгән. Хәрби хеҙмәттә иһә Пэн генерал-майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән булған. Шундай ҡатынды нисек хөрмәт итмәйһең?!
Сүриәлә граждандар һуғышы башланғанға тиклем Көнбайыш йәмәғәтселеге Әсмә Әсәдте маҡтап ҡына телгә алды: илдең беренсе ханымы ике юғары белем алған, европаса фекер йөрөтә, бөркәнсек ябынмай, модалы кейеме уның матурлығын йәшермәй... Төрлө журналдар Әсмәнең фотоларын һан һайын тиерлек баҫты. Ә бына Сүриә артиллерияһы баҫҡынсылар төркөмөнә ҡаршы ата башлау менән, быға тиклем “Сүллек Раузаһы” тип маҡталған Әсмәнән тәүҙә ниндәйҙер аҙым көттөләр: ирен ғәйепләп сығыр, ҡорал һалыуҙы талап итер йә Сүриәнән ҡасыр, тип уйланылар. Әммә ҡатыны Бәшәр Әсәдтең сәйәсәтен дөрөҫ тип билдәләне һәм уның эргәһендә ҡалды.
Был Көнбайыш илдәренә, әлбиттә, оҡшаманы. Әсмәнең ошо ауыр ваҡытта Сүриә халҡына ярҙам ҡулы һуҙыуын улар “пиар” тип баһаланы һәм президент ҡатынын һәр яҡлап ғәйепләп маташты. Көнбайыш дәүләттәре етәкселәренең ҡатындары иһә, Сүриәләге ҡан ҡойош мәлендә төшөрөлгән фотоларҙы, видеояҙмаларҙы һалып, Әсмә Әсәдкә хат ебәргән. Улар уның нисек булһа ла иренә йоғонто яһауын һорай. Әсмә тәүҙә был ғәйепләүҙәргә бер нисек тә яуап бирмәй ине, әммә ваҡиғаны ҡуйыртып яһиллашҡан журналистарға электрон хат ебәргән. “Бәшәр Әсәд – бөтөн Сүриәнең һайлап ҡуйылған президенты, ә илдәге ниндәйҙер бер өлөштөң генә хакимы түгел. Беренсе ханым булараҡ, уның был вазифалағы эшмәкәрлеген хуплайым”, – тиелгән унда. Ошонан һуң күп тә үтмәй Әсмә зәйтүн ағастары ултыртҡан мәлдә интервью бирҙе һәм халыҡ өсөн иң ауыр мәлдә лә Сүриәне ташлап китмәйәсәген белдерҙе.
Евросоюз тарафынан Сүриәгә ҡарата иғлан ителгән санкциялар Әсмәнең кеҫәһенә һуҡҡан. Ул хәҙер сит илдәге мөлкәтен һата, банк хеҙмәттәрен файҙалана алмай. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Әсмә Әсәдтең иҫәбендә 50 миллиардтан ашыу евро ятыуын белдерә. Бынан тыш, Сүриә президентының ғаиләһенә Европаға юлды яптылар.
Әсмәнең атаһы иһә ҡыҙы һәм ейәндәре өсөн хәүефләнеүен йәшермәй. Әсәдтең сәйәсәтенә ҡаршы булған яҡташтары бер нисә тапҡыр янағандан һуң, Лондонда улар ҙа икенсе урынға күсергә мәжбүр булған.
Әсмә Әсәд илдең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Президент һарайында уның социаль-гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм хәйриә мәсьәләләре буйынса офисы бар. Әсмә ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге абруйын күтәреүгә байтаҡ өлөш индерә, халыҡ менән йыш осраша. Хәрби хеҙмәттә ғүмерен ҡорбан иткән һалдаттарҙың әсәләрен сәйгә саҡырып, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашҡаны өсөн сит илдәрҙең матбуғат баҫмалары ғәйеп ташлап маташҡайны, һуңынан етем балалар менән осрашыуын олоғара ваҡиға итеп һүрәтләнеләр.
Бөгөн – мәғлүмәт технологиялары заманы. Кемгәлер ҡара яғырға кәрәк икән, сараһын барыбер табалар. “Guardian” журналистары, Әсмә менән Бәшәрҙең электрон почталарына инеп, ир менән ҡатындың бер-береһенә яҙған хаттарын урланы һәм нәшер итте. Президент ҡатынына мөхәббәтле шиғырҙар юллаһа, ҡатыны ҡайһы магазиндан нимә һатып алыуы тураһында отчет менән яуап бирә икән. “Ҡиммәтле ултырғыстар алғансы, был аҡсаны армияны аҫрауға тотонһалар ни була?” – тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бихисап булды. Хәҙер иһә яңы “шаҡ ҡатырғыс” мәғлүмәт сығарҙылар: Әсмә Британия разведкаһына хеҙмәт иткән агент, имеш. Хатта принцесса Диананың үлемендә лә уны ғәйепләп ҡуйҙылар.
Сүриә Раузаһы имеш-мимешкә ҡолаҡ һалмай, иренең эргәһендә, уның ышаныслы ярҙамсыһы булып ҡала. Әйткәндәй, илдәрендә һуғыш барыуға ҡарамаҫтан, Әсәдтәр ғаиләһендә яҙғыһын тағы бер сабый донъяға ауаз һаласаҡ. Тормош дауам итә...