Сүллек Раузаһымы, әллә йәшерен агентмы?30.10.2015
Сүллек Раузаһымы, әллә  йәшерен агентмы? Сүриәләге ваҡиғалар – бөгөнгө йәмғиәт өсөн көнүҙәк темаларҙың береһе. Көнбайыш сәйәсмәндәре был илдең президенты Бәшәр Әсәдкә төрлөсә баҫым яһап ҡараны, бер ни булдыра алмағас, уға иң ҡәҙерле кешеләре – ҡатыны һәм балалары – аша ла йоғонто яһап маташты. Сәйәсәт – бик нескә мәсьәлә. Бында хистәргә урын юҡ һымаҡ. Әммә президент ҡатыны Әсмә Әсәд был медиа-алышта еңеүсе булып сыҡты.

Бәшәр Әсәд Көнсығыш Ғәрәп илдәре СССР менән тығыҙ бәй­ләнештә булған дәүерҙә үҫкән. Ул ваҡытта Сүриә егеттәре өсөн совет хәрби училищеларында әҙерлек үткәргәндәр. Мысыр Президенты Хөсәйен Мөбәрәк һәм Хәфез Әсәд, мәҫәлән, Советтар Союзында хәрби осоусы һөнәрен үҙләштергән.
Дамаск ҡалаһындағы “Хөриә” француз лицейында белем ала Бәшәр. Сит телдәрҙе өйрәнә, шул иҫәптән французса, инглиз­сә уҡый. Артабан күҙ табибы булыу хыялы менән медицина университетына юллана. Сәйә­сәт Бәшәрҙе әллә ни ҡыҙыҡ­һындырмай, сөнки атаһы үҙенең вариҫы итеп өлкән улын һайлаған...
1988 йылда университетты тамамлағандан һуң егет Дамаск эргәһендәге хәрби госпиталгә эшкә урынлаша. Бер аҙҙан икен­се исем алып, Бөйөк Британияға стажировкаға юллана. Тик 1994 йылдағы ваҡиғалар тормошон ҡырҡа үҙгәртә: өлкән ағаһы Басель автоһәләкәттә вафат бул­ғас, шул сәбәпле атаһы инфаркт үткәргәс, Бәшәрҙе тиҙ арала Сүриәгә ҡайтаралар.
Шулай итеп, Европала белем алған офтальмолог дошмандар менән уратып алынған иленә етәкселек итергә әҙерләнә. Үҙ алдында торған бурыстарҙы яҡшы аңлап эш итә ул: интеллигент-табипҡа ҡарағанда погонлы хәрбиҙе яҡыныраҡ күрәсәктәрен фаразлай һәм хәрби училищеға уҡырға инә. Танк батальоны ко­мандиры булып, капитан дәрә­жәһен ала Бәшәр.
Был ваҡиғаларҙан һуң күп­ме­лер ваҡыт үтеүгә әлеге ашығыс сараларҙың тиктәҫкә булмағаны асыҡлана: Хәфез Әсәд яҡты донъя менән хушлаша. 2000 йыл­да Бәшәр Әсәдте Сүриәнең президенты итеп һайлау өсөн референдум үткәрелә. Тауыш би­реүселәрҙең 97 проценты уның кандида­тураһын яҡлай. АҠШ һәм Европа илдәре лә яңы етәксене хуплап сығыш яһай.
Сүриә халҡы­ның 80 проценты – мосолман-сөн­ни­ҙәр. Ә Бәшәр Әсәд сығышы менән илдә ни бары 15 процент тәш­кил иткән ғәлә­үиҙәргә (шығый­ҙар­ҙың бер ағымы) ҡарай. Ха­лыҡ­тың күп­селеге яҡын күрһен өсөн уға туған­дары сөнниҙәр ара­һынан кәләш алырға кәңәш итә. Әммә эш сәйәсәттә генә түгел.
Әсмәнең ғаиләһе һаман да Лондонда йәшәй. Атаһы Фәүәз – йөрәк табибы, әсәһе Сәхәр иһә элек Бөйөк Британияла Сүриә илсеһенең беренсе секретары булып эшләгән. Ҡыҙҙарына һәй­бәт тәрбиә һәм белем биргән­дәр. Лондон университеты кол­леджын тамамлағандан һуң 2000 йылда Бәшәргә кейәүгә сыҡҡансы Әсмә ҙур банктарҙа белгес булып йөрөгән. Уларҙың ғаиләләре күптән аралашҡан һәм Әсмә интервьюларҙа гел: “Бала саҡтағы дуҫлыҡтан ярал­ған мөхәббәт”, – тип ҡабатларға яратҡан. Әле улар Хәфиз, Зәйн, Кәрим исемле өс бала тәр­биә­ләй.
Әгәр ир менән ҡатындың ара­һына сәйәсәт килеп ҡыҫылмаһа, был матур ғаиләгә ҙур һынауҙар аша үтергә тура килмәҫ ине, моғайын.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сыҡҡан журналдар артабанғы йылдарҙа ярыша-ярыша Әсмә Әсәдте дәү­ләттең беренсе ханымдары араһында иң сибәре тип атаны. Ваҡыт иһә уның, матур булыуҙан тыш, көслө рухлы ҡатын икәнен дә раҫланы.
...2013 йылда террорсылар президент йорто эргәһендәге Генераль штабты шартлата. Эргә­лә генә яңғыраған бомба та­уы­шын ишеткәс, өлкән улдары мәктәпкә бармаҫҡа була. Әммә Әсмә уны елтерәтеп тигәндәй уҡыуға оҙата.
– Һин мине яратмайһың! Үлтерһәләр?! – тип ғәйеп ташлай улы.
– Киреһенсә, яратҡанға был аҙымға барырға мәжбүрмен! Минең улым ҡурҡаҡ булып үҫмә­һен, тип. Һин уҡырға һәм белем­ле кеше булып үҫергә тейеш! Беҙгә һөжүм иткән кешеләргә үс итеп! – ти Әсмә.
Әле лә, хәрби бәрелештәр Да­маск ҡалаһына яҡынлашҡас, күптәрҙе “Был тауыштарҙы Әсмә ишетәме икән?” тигән һорау борсой. Интернеттағы социаль сел­тәрҙәрҙә был темаға төрлөсә фараз йөрөтөүселәр бихисап. Хатта, Бәшәр Әсәд Мәскәүгә килеп ҡайтҡас, ғаиләһен Рә­сәйҙең баш ҡалаһында йәшерә, имеш, тип тә яҙҙылар.
Психологтар билдәләүенсә, әгәр ҡатыны ирен гел ҡеүәтләп, ярҙам итеп торһа, ғаилә баш­лы­ғының карьераһы алға бара икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйә­сәттә йышыраҡ киреһен күрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ иренең карьераһын нисек боҙа ала? Еңел. Бер яңылыш аҙым менән. Дипломатияла “ил тураһында ыңғай фе­керҙе илсе түгел, ә уның ҡатыны тыуҙыра” тип юҡҡа ғына әйтмәй­ҙәрҙер. Сәйәсәттә лә шулай. Күҙ алдына килтерегеҙ: ниндәй ҙә булһа берәй президенттың ҡа­ты­ны этикетты боҙа, уның үҙен тотошо йәмһеҙ һәм һөйләгән хәбәре тоҙһоҙ икән, был тәү сиратта халыҡ күңелендә риза­һыҙлыҡ тыуҙырасаҡ. Һөҙөмтә булараҡ, сәйәсмәндең рейтингы төшәсәк, һайлауҙа уның өсөн тауыш биреүселәр аҙаясаҡ.
Сәйәсмәндең ҡатыны нимә менән шөғөлләнеүе лә мөһим. Был йәһәттән Францияның элек­ке президенты Саркозиның, ҡытыны менән айырылышып, модель Карла Бруниға өйләне­үен хәтергә төшөрәйек. Һәр яҡлап консерватизмға ынтылған француздарҙа был хәл ҙур ри­заһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Киң мәғлү­мәт саралары моделдең яланғас килеш төшкән бөтөн фотоларын да иҫкә төшөрҙө. Ә бына Ҡытай лидеры Си Цзиньпиндың ҡаты­ны, йырсы Пэн Лиюангә йәм­ғиәт­тең ҡарашы бөтөнләй икенсе. Пэн тыуҙырған образ иренең рейтингында тик ыңғай яҡтан сағылыш таба. Халыҡ йырҙарын башҡарған сәхнә оҫтаһы бихисап ижади конкурстарҙа еңгән. Хәрби хеҙмәттә иһә Пэн генерал-майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән булған. Шундай ҡа­тын­ды нисек хөрмәт итмәйһең?!
Сүриәлә граждандар һуғышы башланғанға тиклем Көнбайыш йәмәғәтселеге Әсмә Әсәдте маҡ­тап ҡына телгә алды: илдең беренсе ханымы ике юғары белем алған, европаса фекер йөрөтә, бөркәнсек ябынмай, модалы кейеме уның матурлығын йә­шермәй... Төрлө журналдар Әс­мәнең фотоларын һан һайын тиерлек баҫты. Ә бына Сүриә артиллерияһы баҫҡынсылар төр­көмөнә ҡаршы ата башлау менән, быға тиклем “Сүллек Раузаһы” тип маҡталған Әсмә­нән тәүҙә ниндәйҙер аҙым көт­төләр: ирен ғәйепләп сығыр, ҡорал һалыуҙы талап итер йә Сүриәнән ҡасыр, тип уйланылар. Әммә ҡатыны Бәшәр Әсәдтең сәйәсәтен дөрөҫ тип билдәләне һәм уның эргәһендә ҡалды.
Был Көнбайыш илдәренә, әл­биттә, оҡшаманы. Әсмәнең ошо ауыр ваҡытта Сүриә халҡына ярҙам ҡулы һуҙыуын улар “пиар” тип баһаланы һәм президент ҡатынын һәр яҡлап ғәйепләп маташты. Көнбайыш дәүләттәре етәкселәренең ҡатындары иһә, Сүриәләге ҡан ҡойош мәлендә төшөрөлгән фотоларҙы, видео­яҙмаларҙы һалып, Әсмә Әсәдкә хат ебәргән. Улар уның нисек булһа ла иренә йоғонто яһауын һорай. Әсмә тәүҙә был ғәйепләү­ҙәргә бер нисек тә яуап бирмәй ине, әммә ваҡиғаны ҡуйыртып яһиллашҡан журналистарға электрон хат ебәргән. “Бәшәр Әсәд – бөтөн Сүриәнең һайлап ҡуйылған президенты, ә илдәге ниндәйҙер бер өлөштөң генә хакимы түгел. Беренсе ханым булараҡ, уның был вазифалағы эшмәкәрлеген хуплайым”, – ти­ел­гән унда. Ошонан һуң күп тә үтмәй Әсмә зәйтүн ағастары ултыртҡан мәлдә интервью бир­ҙе һәм халыҡ өсөн иң ауыр мәлдә лә Сүриәне ташлап китмәйәсәген белдерҙе.
Евросоюз тарафынан Сү­риә­гә ҡарата иғлан ителгән санкциялар Әсмәнең кеҫә­һенә һуҡҡан. Ул хәҙер сит илдәге мөл­кәтен һата, банк хеҙмәттәрен фай­ҙа­лана алмай. Ҡайһы бер мәғлү­мәт сығанаҡтары Әсмә Әсәдтең иҫәбендә 50 миллиардтан ашыу евро ятыуын белдерә. Бынан тыш, Сүриә президентының ғаиләһенә Европаға юлды яптылар.
Әсмәнең атаһы иһә ҡыҙы һәм ейәндәре өсөн хәүефләнеүен йәшермәй. Әсәдтең сәйәсәтенә ҡаршы булған яҡташтары бер нисә тапҡыр янағандан һуң, Лондонда улар ҙа икенсе урынға күсергә мәжбүр булған.
Әсмә Әсәд илдең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Президент һара­йында уның социаль-гуманитар про­ект­тарҙы тормошҡа ашырыу һәм хәйриә мәсьәләләре буйынса офисы бар. Әсмә ҡатын-ҡыҙҙың йәм­ғиәт­тәге абруйын күтәреүгә бай­таҡ өлөш индерә, халыҡ менән йыш осраша. Хәрби хеҙмәттә ғүмерен ҡорбан иткән һалдат­тарҙың әсәләрен сәйгә саҡырып, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлаш­ҡаны өсөн сит илдәрҙең мат­буғат баҫмалары ғәйеп ташлап маташҡайны, һуңынан етем балалар менән осрашыуын оло­ғара ваҡиға итеп һүрәтләнеләр.
Бөгөн – мәғлүмәт технологиялары заманы. Кемгәлер ҡара яғырға кәрәк икән, сараһын барыбер табалар. “Guardian” журналистары, Әсмә менән Бә­шәр­ҙең электрон почталарына инеп, ир менән ҡатындың бер-береһенә яҙған хаттарын урланы һәм нәшер итте. Президент ҡатынына мөхәббәтле шиғырҙар юллаһа, ҡатыны ҡайһы магазиндан нимә һатып алыуы тураһында отчет менән яуап бирә икән. “Ҡиммәтле ул­тырғыстар алғансы, был аҡсаны армияны аҫрауға тотонһалар ни була?” – тип ризаһыҙлыҡ белде­реүселәр ҙә бихисап булды. Хәҙер иһә яңы “шаҡ ҡатырғыс” мәғлүмәт сығарҙылар: Әсмә Британия разведкаһына хеҙмәт иткән агент, имеш. Хатта принцесса Диананың үлемендә лә уны ғәйепләп ҡуйҙылар.
Сүриә Раузаһы имеш-ми­меш­кә ҡолаҡ һалмай, иренең эргә­һендә, уның ышаныслы яр­ҙам­сыһы булып ҡала. Әйткән­дәй, илдәрендә һуғыш барыуға ҡарамаҫтан, Әсәдтәр ғаилә­һендә яҙғыһын тағы бер сабый донъяға ауаз һаласаҡ. Тормош дауам итә...




Вернуться назад