Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаршы әйтер һүҙ табыуы ла ҡыйын
Билдәле, Башҡортостан Республикаһы ла, барлыҡ донъя ише, халыҡ-ара кимәлдәге киҫкен хәл-ваҡиғаларҙы тулҡынланыу менән күҙәтеп бара. Тик был осраҡта беҙҙең халыҡҡа АҠШ-тың һәм НАТО-ның донъя йәмәғәтселеге алдында Владимир Путиндың имиджы өсөн уның үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ “борсолоуы” аңлашылып етмәй. Ғөмүмән, бөгөн АҠШ һәм НАТО мөһим мәсьәләләр буйынса шундай мәғәнәһеҙ, уңайһыҙ һәм отторошло позицияны алды, уларҙы тәнҡитләгән һәр кем еңел генә хуплау таба алыр ине.

Ни өсөн бөгөн АҠШ менән НАТО әүҙем рәүештә Путинға ыңғай имидж булдырырға теләй һуң? Даими сығыштар, үҙҙәре яҡлыларҙан фекерҙәр, тәнҡит — былар бит барыһы ла Путиндың абруйын ғына арттыра. Хатта БМО трибунаһынан “мәңгелек бурыстар” хаҡында һөйләү мөмкинлеген дә улар үҙҙәре үк булдырҙы түгелме ни?! Үлтерергә, урлашырға, зина ҡылырға, мәсхәрәләргә һ.б. ярамай тигән хәҡиҡәтте Путин да, уның аналитиктары ла уйлап сығармаған да баһа. Һәр кемдең тәрбиәүи сифаттары бәләкәйҙән ошо дини ҡанундарҙан башлана. Ә ҡағиҙәләр иһә Тәүратта ла, Ҡөрьәндә лә, Торала ла, Авестала ла, коммунизмды төҙөүселәрҙең әхлаҡи кодексында ла, хатта “донъяуи этикет”та ла бер төрлө яңғырай.
Һөҙөмтәлә, әлеге ҡағиҙәләргә бәйле бәхәскә ингән кеше һәр йәһәттән еңеп сығасаҡ. Дошмандар һиңә кешелектең һәм цивилизацияның төп ҡанундарын яҡлап сығыш яһарға мөмкинлек бирә икән, был бит, ысын мәғәнәһендә, яҙмыш бүләге.
Шуға ла американдарҙың үҙ-үҙҙәренә ҡара яғып, Путин менән үтә лә уңайһыҙ (АҠШ өсөн) темаларға бәхәс ҡорорға тырышыуы миндә икеләнеү уятты һәм уята. Ул нимә ти? “Әйҙәгеҙ, кешеләрҙе үлтереүҙе туҡтатайыҡ”. Ә АҠШ менән НАТО яуапҡа агрессив үкерә: юҡ, үлтерергә кәрәк, күберәк, һәм талымһыҙ, ҡарап та тормай, иң мөһиме — ҡан йылға булып аҡһын! Йә, ошонан һуң халыҡ кемгә өҫтөнлөк бирергә тейеш?
Йәки тағы: Путин ТНК-ға, глобаль финанс капиталдарға бәйле донъяуи афераларҙы, йәғни ҙур күләмдәге урлашыу осраҡтарын, тамырынан юҡ итергә саҡыра. Ә уға нимә тип ҡысҡыралар? “Юҡ, юҡ!” “Тағы ла күберәк урлашырға кәрәк!” Тимәк, күберәк урла­шырға һәм уғрыларға уңайлы шарттар булдырырға тейеш булып сығабыҙ! Был бит — аҡылһыҙлыҡ! Башында саҡ ҡына ла аңы булған кеше асыҡтан-асыҡ уғрылар олигархияһын яҡлаясаҡмы? Ә бит АҠШ менән НАТО, Европа союзы нәҡ ошоноң менән шөғөлләнә... Ниндәй маҡсатта? Путинды планетаның иң абруйлы сәйәсмәне итер өсөнмө? Әллә улар БМО бәхәсендә бөтөнләй ҡырағай, тәбиғи булмаған фекер яҡлы булып, зиһенен юғалтҡанмы?
Был ниндәйҙер кимәлдә дингә ина­ныусыларҙың (һәм инанмаусыларҙың да) хис-тойғоларын мыҫҡыллауҙы, диндарҙарҙы кәмһетеүҙе алға һөргән, әхлаҡһыҙлыҡ, мәсхәрәлек яҡлы Көнсығыш ҡарашына ла ҡағыла. “Шарли Эбдо” журналы Сүриә малайының мәйетенән көлә, ә Көнсығыш иһә үҙенә “Мин — Шарли” тигән мөһөр һуға... Ундай аҙымға әҙәм аҡтығы ғына бара алалыр. Был минең генә фекерем түгел: христиан булһынмы ул, мосолманмы, буддист йәки коммунисмы, атеист-демократмы, әллә “ата-бабалар культы” яғында тороусымы... Һәр хәлдә, кешелек сифаттары менән яратылғандар бындай диуаналыҡтан йыраҡ. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта Көнсығыш кешелектең меңәр йылдар дауамында барлыҡҡа килгән һәм оло бер хөрмәт ҡаҙанған төп ҡанундарын асыҡтан-асыҡ, хатта ниндәйҙер бер шашыныу менән мыҫҡыл итеүҙән сирҡанмай.
Ә бит нәҡ ошо ҡанундар беҙҙе бар итә, “цивилизация” тип йөрөтөлгән донъяны тотоп тора. Һәм, бөгөн килеп, был мәңгелек ҡиммәттәргә ҡул һуҙған кешеләрҙе кем тип атарға тейеш булабыҙ һуң? Иң мөһиме — улар бит быны йәшерергә лә теләмәй, кире­һенсә, бар донъяға фаш ҡыла, фотока­мераларҙы, видеояҙмаларҙы, матбуғатты оҫта файҙалана! Был осраҡта уларҙың аҡылы ғына түгел, намыҫы хаҡында ла һөйләп тороу урынһыҙ инде...
Тағы бер миҫал. Путин, федерализм һәм Украинаны федералләштереү өсөн сығыш яһап, абруйын ғына күтәрә. Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы федерализм тема­һына айырыуса иғтибарлы. Беҙ был ҡоролоштоң халыҡтар берҙәмлеген тәьмин итеү йәһәтенән мөһимлеген дә, шул уҡ ваҡытта Конституция нигеҙен емереүҙең, юҡҡа сығарыуҙың кешелеккә ни тиклем ҙур ҡурҡыныс менән янауын да яҡшы аңлайбыҙ. Хәйер, был бер беҙгә генә мәғлүм түгел. Быны һәр кем яҡшы белә.
Артабан тағы ла ҡыҙығыраҡ! Конституция буйынса федератив булған АҠШ (бында һәр штат бойондороҡһоҙ дәүләт статусына эйә) — ҡыйыу рәүештә федерализмға ҡаршы сығыш яһай. Улар асыҡтан-асыҡ федерализм принцибына ҡара яға, әйтерһең дә, уларға федераль хөкүмәт түгел, ә Гитлер йәки Муссолини идара итә...
Германия федератив республикаһы — ишетәһегеҙме, федератив! — “федера­лизмға урын юҡ”, “федерализм — демократияға (!) ҡаршы фетнә”, “федерализм Украинаны юҡҡа сығарасаҡ” кеүегерәк сығыштар менән яр һала. Тимәк, федерализм Германия федератив республикаһын да, Федератив Ҡушма Штаттарҙы ла емермәгән, ә Украинаны ҡыйратасаҡ, имеш. Ниндәй ҡыҙыҡ үҙенсәлек! Барлыҡ кешелек һайлаған юлдан — федерализациянан — бер Украина ғына бара алмай булып сыға... Унан һуң Швейцария конфедерацияһы министрының журналистарға биргән интервьюһындағы “федерализм — Рәсәйҙең аҫтыртын эҙләнеүе” тигән фекерҙе нисек аңларға?
Был бит бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Украинаны федерализациялауға ҡаршы торор өсөн АҠШ, ГФР, Швейцария һәм Европалағы тағы тиҫтәләгән дәүләт үҙ конституцияһын ҡайтанан яҙырға тейеш була. Юғиһә, улар үҙ граждандарын бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдырасаҡ.
Әгәр федерализация Рәсәйҙең аҫтыртын эҙләнеүе, ә ГФР йәки Швейцария федерал­ләштерелгән икән, тимәк, мин Мәскәү ҡулында булып сығам!? Ҡот осҡос...
Аҡылдан яҙғандарҙың тағы бер ҡылығы. Күптән түгел Сәғүд Ғәрәбстаны короле, Сүриә етәксеһе Бәшәр Әсәдтең ҡануниәтте боҙоп һайланыуы, уның ислам радикалдары лидеры булыуы хаҡында белдерҙе. Шаяр­тыуҙы аңланығыҙмы?! Сәғүд Ғәрәбстаны короле — вариҫ монарх. Ул конституцияһы бөтөнләй булмаған иң һуңғы абсолют монархияларҙың береһенә идара итә. Һәм бөгөн килеп абсолют вариҫ монарх бөтә донъяға Әсәдтең дөрөҫ һайланмауы хаҡында хәбәр һөйләй.
Һеҙ аңлайһығыҙмы, АҠШ-тың бындай “һаташыуы” Путинға ҡулай ғына. Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән етәксебеҙгә хаҡлыҡ, тәүәккәллек, тоғролоҡ имиджын өҫтәй. Өҫтәүенә шул тиклем тырышалар, гүйә, Путин уларҙың һәр ҡайһыһының ҡулын “майлаған”...
Украина лидеры Петр Порошенконың сығышы тағы ла аптырата. Нимә ти бит: “Рәсәйҙең Сүриәлә “Ислам дәүләте”нә ҡар­шы көрәшеүе Минск килешеүенә ҡаршы килә!..” Ғәфү итегеҙ, ләкин ошондай һүҙ­ҙәрҙән һуң Порошенконы психик яҡтан һау-сәләмәт тип әйтеп буламы? Ҙур шик тыуа... “Ислам дәүләте”нә ыңғай ҡараш белдерергә, язалаусыларҙы Минск киле­шеүҙәре менән яҡланған кешеләр даирә­һенә индерергә берәү ҙә мәжбүр итмәгәндер бит?
Порошенко телевизор ҡараусылар алдында үҙен ахмаҡ итеп күрһәтеүен, шул уҡ ваҡытта Путиндың абруйын күтәреүгә лә булышлыҡ итеүен аңлаймы икән?
Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға: НАТО, АҠШ, Порошенко, ИД кеүек дошмандар булғанда Путинға дуҫтар ҙа кәрәкмәй. Улар үҙҙәрен кире юҫыҡта, көлкөлө хәлдә күрһәтеп, Рәсәйҙең абруйын арттырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Бындай шарттарҙа Путиндың агитация-пропаганда хеҙмәткәр­ҙәренә эшһеҙ ҡалыу хәүефе янай.
Киселев, Соловьев, Кургинян кеүектәр ҡурҡып ҡалғандыр әле. Ил башлығы уларҙы кәңәшмәгә йыйып: “Һеҙ — булдыҡһыҙҙар. АҠШ-тан, НАТО-нан өйрәнегеҙ, минең рейтингты күтәреүгә Порошенконың ниндәй тырышлыҡ һалғанын күрегеҙ”, — тип тәнҡитләр әле!
Ҡаршы әйтер һүҙ табыуы ла ҡыйын...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Nik
    Nik от 17.10.2015, 00:10
    Берҡатлылыҡ бутҡаһы.
    "Германия федератив республикаһы — ишетәһегеҙме, федератив!" - Германияның территориаль "федератив" булыуын төрлө суверенлыҡҡа хоҡуҡлы халыҡтар менән йәнәш ҡуйыуы урынһыҙ.






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374