Ҡаршы әйтер һүҙ табыуы ла ҡыйын16.10.2015
Билдәле, Башҡортостан Республикаһы ла, барлыҡ донъя ише, халыҡ-ара кимәлдәге киҫкен хәл-ваҡиғаларҙы тулҡынланыу менән күҙәтеп бара. Тик был осраҡта беҙҙең халыҡҡа АҠШ-тың һәм НАТО-ның донъя йәмәғәтселеге алдында Владимир Путиндың имиджы өсөн уның үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ “борсолоуы” аңлашылып етмәй. Ғөмүмән, бөгөн АҠШ һәм НАТО мөһим мәсьәләләр буйынса шундай мәғәнәһеҙ, уңайһыҙ һәм отторошло позицияны алды, уларҙы тәнҡитләгән һәр кем еңел генә хуплау таба алыр ине.
Ни өсөн бөгөн АҠШ менән НАТО әүҙем рәүештә Путинға ыңғай имидж булдырырға теләй һуң? Даими сығыштар, үҙҙәре яҡлыларҙан фекерҙәр, тәнҡит — былар бит барыһы ла Путиндың абруйын ғына арттыра. Хатта БМО трибунаһынан “мәңгелек бурыстар” хаҡында һөйләү мөмкинлеген дә улар үҙҙәре үк булдырҙы түгелме ни?! Үлтерергә, урлашырға, зина ҡылырға, мәсхәрәләргә һ.б. ярамай тигән хәҡиҡәтте Путин да, уның аналитиктары ла уйлап сығармаған да баһа. Һәр кемдең тәрбиәүи сифаттары бәләкәйҙән ошо дини ҡанундарҙан башлана. Ә ҡағиҙәләр иһә Тәүратта ла, Ҡөрьәндә лә, Торала ла, Авестала ла, коммунизмды төҙөүселәрҙең әхлаҡи кодексында ла, хатта “донъяуи этикет”та ла бер төрлө яңғырай.
Һөҙөмтәлә, әлеге ҡағиҙәләргә бәйле бәхәскә ингән кеше һәр йәһәттән еңеп сығасаҡ. Дошмандар һиңә кешелектең һәм цивилизацияның төп ҡанундарын яҡлап сығыш яһарға мөмкинлек бирә икән, был бит, ысын мәғәнәһендә, яҙмыш бүләге.
Шуға ла американдарҙың үҙ-үҙҙәренә ҡара яғып, Путин менән үтә лә уңайһыҙ (АҠШ өсөн) темаларға бәхәс ҡорорға тырышыуы миндә икеләнеү уятты һәм уята. Ул нимә ти? “Әйҙәгеҙ, кешеләрҙе үлтереүҙе туҡтатайыҡ”. Ә АҠШ менән НАТО яуапҡа агрессив үкерә: юҡ, үлтерергә кәрәк, күберәк, һәм талымһыҙ, ҡарап та тормай, иң мөһиме — ҡан йылға булып аҡһын! Йә, ошонан һуң халыҡ кемгә өҫтөнлөк бирергә тейеш?
Йәки тағы: Путин ТНК-ға, глобаль финанс капиталдарға бәйле донъяуи афераларҙы, йәғни ҙур күләмдәге урлашыу осраҡтарын, тамырынан юҡ итергә саҡыра. Ә уға нимә тип ҡысҡыралар? “Юҡ, юҡ!” “Тағы ла күберәк урлашырға кәрәк!” Тимәк, күберәк урлашырға һәм уғрыларға уңайлы шарттар булдырырға тейеш булып сығабыҙ! Был бит — аҡылһыҙлыҡ! Башында саҡ ҡына ла аңы булған кеше асыҡтан-асыҡ уғрылар олигархияһын яҡлаясаҡмы? Ә бит АҠШ менән НАТО, Европа союзы нәҡ ошоноң менән шөғөлләнә... Ниндәй маҡсатта? Путинды планетаның иң абруйлы сәйәсмәне итер өсөнмө? Әллә улар БМО бәхәсендә бөтөнләй ҡырағай, тәбиғи булмаған фекер яҡлы булып, зиһенен юғалтҡанмы?
Был ниндәйҙер кимәлдә дингә инаныусыларҙың (һәм инанмаусыларҙың да) хис-тойғоларын мыҫҡыллауҙы, диндарҙарҙы кәмһетеүҙе алға һөргән, әхлаҡһыҙлыҡ, мәсхәрәлек яҡлы Көнсығыш ҡарашына ла ҡағыла. “Шарли Эбдо” журналы Сүриә малайының мәйетенән көлә, ә Көнсығыш иһә үҙенә “Мин — Шарли” тигән мөһөр һуға... Ундай аҙымға әҙәм аҡтығы ғына бара алалыр. Был минең генә фекерем түгел: христиан булһынмы ул, мосолманмы, буддист йәки коммунисмы, атеист-демократмы, әллә “ата-бабалар культы” яғында тороусымы... Һәр хәлдә, кешелек сифаттары менән яратылғандар бындай диуаналыҡтан йыраҡ. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта Көнсығыш кешелектең меңәр йылдар дауамында барлыҡҡа килгән һәм оло бер хөрмәт ҡаҙанған төп ҡанундарын асыҡтан-асыҡ, хатта ниндәйҙер бер шашыныу менән мыҫҡыл итеүҙән сирҡанмай.
Ә бит нәҡ ошо ҡанундар беҙҙе бар итә, “цивилизация” тип йөрөтөлгән донъяны тотоп тора. Һәм, бөгөн килеп, был мәңгелек ҡиммәттәргә ҡул һуҙған кешеләрҙе кем тип атарға тейеш булабыҙ һуң? Иң мөһиме — улар бит быны йәшерергә лә теләмәй, киреһенсә, бар донъяға фаш ҡыла, фотокамераларҙы, видеояҙмаларҙы, матбуғатты оҫта файҙалана! Был осраҡта уларҙың аҡылы ғына түгел, намыҫы хаҡында ла һөйләп тороу урынһыҙ инде...
Тағы бер миҫал. Путин, федерализм һәм Украинаны федералләштереү өсөн сығыш яһап, абруйын ғына күтәрә. Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы федерализм темаһына айырыуса иғтибарлы. Беҙ был ҡоролоштоң халыҡтар берҙәмлеген тәьмин итеү йәһәтенән мөһимлеген дә, шул уҡ ваҡытта Конституция нигеҙен емереүҙең, юҡҡа сығарыуҙың кешелеккә ни тиклем ҙур ҡурҡыныс менән янауын да яҡшы аңлайбыҙ. Хәйер, был бер беҙгә генә мәғлүм түгел. Быны һәр кем яҡшы белә.
Артабан тағы ла ҡыҙығыраҡ! Конституция буйынса федератив булған АҠШ (бында һәр штат бойондороҡһоҙ дәүләт статусына эйә) — ҡыйыу рәүештә федерализмға ҡаршы сығыш яһай. Улар асыҡтан-асыҡ федерализм принцибына ҡара яға, әйтерһең дә, уларға федераль хөкүмәт түгел, ә Гитлер йәки Муссолини идара итә...
Германия федератив республикаһы — ишетәһегеҙме, федератив! — “федерализмға урын юҡ”, “федерализм — демократияға (!) ҡаршы фетнә”, “федерализм Украинаны юҡҡа сығарасаҡ” кеүегерәк сығыштар менән яр һала. Тимәк, федерализм Германия федератив республикаһын да, Федератив Ҡушма Штаттарҙы ла емермәгән, ә Украинаны ҡыйратасаҡ, имеш. Ниндәй ҡыҙыҡ үҙенсәлек! Барлыҡ кешелек һайлаған юлдан — федерализациянан — бер Украина ғына бара алмай булып сыға... Унан һуң Швейцария конфедерацияһы министрының журналистарға биргән интервьюһындағы “федерализм — Рәсәйҙең аҫтыртын эҙләнеүе” тигән фекерҙе нисек аңларға?
Был бит бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Украинаны федерализациялауға ҡаршы торор өсөн АҠШ, ГФР, Швейцария һәм Европалағы тағы тиҫтәләгән дәүләт үҙ конституцияһын ҡайтанан яҙырға тейеш була. Юғиһә, улар үҙ граждандарын бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдырасаҡ.
Әгәр федерализация Рәсәйҙең аҫтыртын эҙләнеүе, ә ГФР йәки Швейцария федералләштерелгән икән, тимәк, мин Мәскәү ҡулында булып сығам!? Ҡот осҡос...
Аҡылдан яҙғандарҙың тағы бер ҡылығы. Күптән түгел Сәғүд Ғәрәбстаны короле, Сүриә етәксеһе Бәшәр Әсәдтең ҡануниәтте боҙоп һайланыуы, уның ислам радикалдары лидеры булыуы хаҡында белдерҙе. Шаяртыуҙы аңланығыҙмы?! Сәғүд Ғәрәбстаны короле — вариҫ монарх. Ул конституцияһы бөтөнләй булмаған иң һуңғы абсолют монархияларҙың береһенә идара итә. Һәм бөгөн килеп абсолют вариҫ монарх бөтә донъяға Әсәдтең дөрөҫ һайланмауы хаҡында хәбәр һөйләй.
Һеҙ аңлайһығыҙмы, АҠШ-тың бындай “һаташыуы” Путинға ҡулай ғына. Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән етәксебеҙгә хаҡлыҡ, тәүәккәллек, тоғролоҡ имиджын өҫтәй. Өҫтәүенә шул тиклем тырышалар, гүйә, Путин уларҙың һәр ҡайһыһының ҡулын “майлаған”...
Украина лидеры Петр Порошенконың сығышы тағы ла аптырата. Нимә ти бит: “Рәсәйҙең Сүриәлә “Ислам дәүләте”нә ҡаршы көрәшеүе Минск килешеүенә ҡаршы килә!..” Ғәфү итегеҙ, ләкин ошондай һүҙҙәрҙән һуң Порошенконы психик яҡтан һау-сәләмәт тип әйтеп буламы? Ҙур шик тыуа... “Ислам дәүләте”нә ыңғай ҡараш белдерергә, язалаусыларҙы Минск килешеүҙәре менән яҡланған кешеләр даирәһенә индерергә берәү ҙә мәжбүр итмәгәндер бит?
Порошенко телевизор ҡараусылар алдында үҙен ахмаҡ итеп күрһәтеүен, шул уҡ ваҡытта Путиндың абруйын күтәреүгә лә булышлыҡ итеүен аңлаймы икән?
Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға: НАТО, АҠШ, Порошенко, ИД кеүек дошмандар булғанда Путинға дуҫтар ҙа кәрәкмәй. Улар үҙҙәрен кире юҫыҡта, көлкөлө хәлдә күрһәтеп, Рәсәйҙең абруйын арттырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Бындай шарттарҙа Путиндың агитация-пропаганда хеҙмәткәрҙәренә эшһеҙ ҡалыу хәүефе янай.
Киселев, Соловьев, Кургинян кеүектәр ҡурҡып ҡалғандыр әле. Ил башлығы уларҙы кәңәшмәгә йыйып: “Һеҙ — булдыҡһыҙҙар. АҠШ-тан, НАТО-нан өйрәнегеҙ, минең рейтингты күтәреүгә Порошенконың ниндәй тырышлыҡ һалғанын күрегеҙ”, — тип тәнҡитләр әле!
Ҡаршы әйтер һүҙ табыуы ла ҡыйын...