Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Кешегә эш кәрәк
Кешегә эш кәрәк Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар рәйесе Михаил Шмаков, матбуғат вәкилдәре араһында сығыш яһап, хеҙмәтсәндәр мәнфәғәт­тәрен яҡлауҙа ШОС һәм БРИКС илдәрендәге профессиональ союздарҙың бергәләп эш итеүе тураһында һөйләне.
Уҙғарылған йыйын аҙа­ғында Михаил Шмаков Рәсәй Президенты Владимир Пу­тинға БРИКС илдәре проф­союздарының берлектә ҡа­­- бул иткән декларацияһын тап­шырҙы. Был электән килгән йола: ошонан алда Бразилияның Форталеза ҡа­лаһында үткән саммитта, мәҫәлән, профсоюз­дарҙың талаптары ил президентына еткерелгәйне. Саммиттарҙың бөгөнгө хужаһы булған дәү­ләт етәксеһе уны артабан ойошманың башҡа ағзала­рына тарата.
Рәсәй профсоюздары баш­­лы­ғы билдәләүенсә, хеҙ­мәт кешеһе ихтыяжын сағыл­дырыу­сы­лар иҡтисадтың реаль секторын яҡлап сығыш яһауын дауам итә, сөнки ул ғына яңы эш урындары булдыра.
– Беҙ яңы либераллек ҡанундарына ҡоролған иҡти­садҡа ҡырҡа ҡаршы сығыш яһайбыҙ, — тине Михаил Викторович. – Уның ниндәй емергес эш алып барғанын яңыраҡ ҡына Греция миҫа­лында күрҙек. Донъяның сереп байыған банктарынан бурысҡа аҡса алып торған был дәүләт хәҙер 300 миллиард доллар өҫтәмә бурысҡа батты, уны ҡайтарып бирерлек хәлдә түгел, уның иҡти­сады артабан ниндәй бу­лы- ­рын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Саммиттар мәлендә үткә­релгән был форумда БРИКС илдәренең 47 профсоюз үҙә­ге вәкиле ҡатнашты, улар 21 миллион хеҙмәтсәнде бер­ләш­­терә. Сарала Рәсәй­ҙең һәм Башҡорт­остандың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары етәк­се­ләре лә булыуы ҙур мәртәбә өҫтәне, улар иһә үҙ сиратында сит ил вәкил­дә­ренә беҙҙең илдәге проф­союз­дарҙың әүҙем эшмәкәр­- ­леге, дәүләт тарафынан яҡланыуы тураһында ентек­ләп һөйлә­не.
“Ҡайһы бер ойошмаларҙа профсоюз иҫәпкә бар, һанға юҡ тигәндәй. Һеҙ Рәсәй ме­нән БРИКС һәм ШОС илдә­ренең ошондай ойош­- ма­­­ларын “һуғышсанлыҡ”та са­ғыштырып ҡарағанығыҙ бармы – ҡайҙа хеҙмәтсәндәр мәнфәғәттәрен көслөрәк яҡлайҙар?” тигән һорауға Михаил Шмаков шулай тип яуап бирҙе:
– Профсоюз һәр ойошмала тип әйтерлек йоғонтоло эшләй ала. Ә ҡайҙа бурысын үтәмәй – унда коллективтың йыйылыш үткәрергә һәм ойошманың рәйесен алмаш­тырырға тулы хоҡуғы бар. Беҙҙә БРИКС илдәренең күпселеге менән сағыш­тырғанда көслөрәк эшләгән профсоюз үҙәктәре һәм ойошмалары байтаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә