Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар рәйесе Михаил Шмаков, матбуғат вәкилдәре араһында сығыш яһап, хеҙмәтсәндәр мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ШОС һәм БРИКС илдәрендәге профессиональ союздарҙың бергәләп эш итеүе тураһында һөйләне.Уҙғарылған йыйын аҙағында Михаил Шмаков Рәсәй Президенты Владимир Путинға БРИКС илдәре профсоюздарының берлектә ҡа- бул иткән декларацияһын тапшырҙы. Был электән килгән йола: ошонан алда Бразилияның Форталеза ҡалаһында үткән саммитта, мәҫәлән, профсоюздарҙың талаптары ил президентына еткерелгәйне. Саммиттарҙың бөгөнгө хужаһы булған дәүләт етәксеһе уны артабан ойошманың башҡа ағзаларына тарата.
Рәсәй профсоюздары башлығы билдәләүенсә, хеҙмәт кешеһе ихтыяжын сағылдырыусылар иҡтисадтың реаль секторын яҡлап сығыш яһауын дауам итә, сөнки ул ғына яңы эш урындары булдыра.
– Беҙ яңы либераллек ҡанундарына ҡоролған иҡтисадҡа ҡырҡа ҡаршы сығыш яһайбыҙ, — тине Михаил Викторович. – Уның ниндәй емергес эш алып барғанын яңыраҡ ҡына Греция миҫалында күрҙек. Донъяның сереп байыған банктарынан бурысҡа аҡса алып торған был дәүләт хәҙер 300 миллиард доллар өҫтәмә бурысҡа батты, уны ҡайтарып бирерлек хәлдә түгел, уның иҡтисады артабан ниндәй булы- рын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Саммиттар мәлендә үткәрелгән был форумда БРИКС илдәренең 47 профсоюз үҙәге вәкиле ҡатнашты, улар 21 миллион хеҙмәтсәнде берләштерә. Сарала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары етәкселәре лә булыуы ҙур мәртәбә өҫтәне, улар иһә үҙ сиратында сит ил вәкилдәренә беҙҙең илдәге профсоюздарҙың әүҙем эшмәкәр- леге, дәүләт тарафынан яҡланыуы тураһында ентекләп һөйләне.
“Ҡайһы бер ойошмаларҙа профсоюз иҫәпкә бар, һанға юҡ тигәндәй. Һеҙ Рәсәй менән БРИКС һәм ШОС илдәренең ошондай ойош- маларын “һуғышсанлыҡ”та сағыштырып ҡарағанығыҙ бармы – ҡайҙа хеҙмәтсәндәр мәнфәғәттәрен көслөрәк яҡлайҙар?” тигән һорауға Михаил Шмаков шулай тип яуап бирҙе:
– Профсоюз һәр ойошмала тип әйтерлек йоғонтоло эшләй ала. Ә ҡайҙа бурысын үтәмәй – унда коллективтың йыйылыш үткәрергә һәм ойошманың рәйесен алмаштырырға тулы хоҡуғы бар. Беҙҙә БРИКС илдәренең күпселеге менән сағыштырғанда көслөрәк эшләгән профсоюз үҙәктәре һәм ойошмалары байтаҡ.