Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Төрлө ҡалала үткәреү һәйбәт
Кисә иртәнсәк саммиттарҙың матбуғат үҙәгендә Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков 8 июлдәге эш йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Уның белдереүенсә, Рәсәй һәм Бразилия президенттары Владимир Путин менән Дилма Руссефф араһында йөкмәткеле әңгәмә булған. Етәк­селәр атом энергетикаһы, Бразилия эш­ҡыуарҙарының Рәсәйгә аҙыҡ-түлек һатыу менән бәйле ҡыйынлыҡтары, ГЛОНАСС системаһы буйынса проблемалар, ғилми-техник хеҙмәттәшлек һәм башҡа мәсьәләләр тураһында ентекле һөйләшкән. Рәсәй Президенты шулай уҡ ике ил араһында быға саҡлы төҙөлгән килешеүҙәрҙең Бразилияла тиҙерәк раҫланыуын теләгән.
– Ҡунаҡтар ШОС һәм БРИКС сам­миттарының Рәсәйҙәге төрлө ҡалала үткәрелеүен хупланы, – тине матбуғат секретары. – Тимәк, был эш артабан да дауам итәсәк. Ул ойош­то­роу­сы­лар­ға ла отошло, сөнки осрашыу урыны матурая, төҙөкләндерелә.
“Рәсәйҙә футболдың абруйы төшә бара, шуға ҡара­маҫтан киләһе донъя чемпионаты барыбер беҙҙә үткә­ре­ләсәкме?” тигән һорауға Дмитрий Песков: “Һәр хәлдә, фут­бол иң популяр уйын булып ҡала, – тине. – Төрлө ысул менән баш­ҡарылған социологик фекер алыуҙар ғына ысынбарлыҡтағы хәлде үҙгәртә алмай. Рәсәй донъя ярыштарын юғары кимәлдә уҙғара алыуын күп тапҡыр иҫбатланы инде”.
Рәсәй менән Бразилия етәкселәре тәүҙә Украина темаһына ҡағылмаған, ләкин әңгәмә һуңында ул турала һүҙ булған. Владимир Путин Бразилияның был мәсьәләлә бик тотанаҡлы булыуын билдәләгән. Ә Грецияла ойош­торолған һәм бөтөн донъяла шау-шыу тыуҙырған референдумға ҡарата сам­миттарҙа ҡатнашыусыларҙың аныҡ ҡына фекере әлегә юҡ.
“АҠШ, имеш, Бразилияны БРИКС ойош­ма­һы­нан баш тар­тырға өндәй, шул дөрөҫмө?” тигән һорауға Дмитрий Сергеевич: “Был һорау урын­лы түгел. АҠШ менән Бра­зилияның үҙ-ара мө­нә­сәбәте тураһында уларҙың үҙҙәренән генә белешергә мөмкин”, – тип яуап бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә