Төрлө ҡалала үткәреү һәйбәт10.07.2015
Кисә иртәнсәк саммиттарҙың матбуғат үҙәгендә Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков 8 июлдәге эш йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Уның белдереүенсә, Рәсәй һәм Бразилия президенттары Владимир Путин менән Дилма Руссефф араһында йөкмәткеле әңгәмә булған. Етәкселәр атом энергетикаһы, Бразилия эшҡыуарҙарының Рәсәйгә аҙыҡ-түлек һатыу менән бәйле ҡыйынлыҡтары, ГЛОНАСС системаһы буйынса проблемалар, ғилми-техник хеҙмәттәшлек һәм башҡа мәсьәләләр тураһында ентекле һөйләшкән. Рәсәй Президенты шулай уҡ ике ил араһында быға саҡлы төҙөлгән килешеүҙәрҙең Бразилияла тиҙерәк раҫланыуын теләгән.
– Ҡунаҡтар ШОС һәм БРИКС саммиттарының Рәсәйҙәге төрлө ҡалала үткәрелеүен хупланы, – тине матбуғат секретары. – Тимәк, был эш артабан да дауам итәсәк. Ул ойоштороусыларға ла отошло, сөнки осрашыу урыны матурая, төҙөкләндерелә.
“Рәсәйҙә футболдың абруйы төшә бара, шуға ҡарамаҫтан киләһе донъя чемпионаты барыбер беҙҙә үткәреләсәкме?” тигән һорауға Дмитрий Песков: “Һәр хәлдә, футбол иң популяр уйын булып ҡала, – тине. – Төрлө ысул менән башҡарылған социологик фекер алыуҙар ғына ысынбарлыҡтағы хәлде үҙгәртә алмай. Рәсәй донъя ярыштарын юғары кимәлдә уҙғара алыуын күп тапҡыр иҫбатланы инде”.
Рәсәй менән Бразилия етәкселәре тәүҙә Украина темаһына ҡағылмаған, ләкин әңгәмә һуңында ул турала һүҙ булған. Владимир Путин Бразилияның был мәсьәләлә бик тотанаҡлы булыуын билдәләгән. Ә Грецияла ойошторолған һәм бөтөн донъяла шау-шыу тыуҙырған референдумға ҡарата саммиттарҙа ҡатнашыусыларҙың аныҡ ҡына фекере әлегә юҡ.
“АҠШ, имеш, Бразилияны БРИКС ойошмаһынан баш тартырға өндәй, шул дөрөҫмө?” тигән һорауға Дмитрий Сергеевич: “Был һорау урынлы түгел. АҠШ менән Бразилияның үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында уларҙың үҙҙәренән генә белешергә мөмкин”, – тип яуап бирҙе.