Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытайҙы беҙ әле белмәйбеҙ...
Был ҙур халыҡ-ара осрашыуға Башҡортостан, Рәсәй һәм, моғайын, барлыҡ донъя ғалимдары ла иғтибар йүнәлтмәй ҡалмаҫ. Бигерәк тә иҡтисад буйынса белгестәр, сөнки оло йыйында төп урынды көрсөктән ҡотолоу, шуға бәйле проблемаларҙы хәл итеү һәм артабанғы юлдарҙы билдәләү мәсьәләләре алып торасаҡ. Шуны иҫәпкә алып, беҙ Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад институты директоры Рөстәм АХУНОВҠА үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Рөстәм Ринат улы, ШОС һәм БРИКС саммиттарынан иң тәүҙә иҡтисади һөҙөмтә көтөргә кәрәктер, моғайын?
– Эйе, тап шулай. Донъяла иҡтисади хәл еңелдән түгел. 2000 йылдар башында Рәсәйҙең үҫеш темпы йылына 6,5 процент тәш­кил иткәндә был күрһәткес иҡти­садты ла тиҙ үҫтерергә мөмкинлек бирҙе, тормош кимәле лә яйлап булһа ла күтәрелеүгә табан китте, ил дә ҡеүәтле дәүләт исеменә яҡынайҙы. Тулайым эске продукт күләме йылына 1-2 процент менән генә үҫә барған Европа илдәрен дә тиҙҙән ҡыуып етербеҙ һымаҡ күренгәйне. Донъя иҡтисадын­дағы хәл шулай һаҡланғанда, беҙ 15 йыл самаһы үтеүгә Испания һәм Португалия кеүек илдәрҙәге, ә тағы ла бер нисә тиҫтә йыл ваҡыт уҙыуға Германия һымаҡ иң алдынғы дәүләттәрҙәге тормош кимәленә етер инек. 2008 йыл башланғансы беҙ шуға ышандыҡ. Энергия сығанаҡтары баҙарын­дағы хаҡтың беҙҙең файҙаға булыуы ла ошоға инандырҙы.
Ләкин был өмөттәргә аҡланыр­ға яҙманы, сөнки 2008 йылғы көрсөк, ғалимдар билдәләүенсә, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш моделен алмаштырҙы. Нефть менән газға ғына таянып йәшәү үҫеш темптарын беҙ теләгәнсә кимәлдә тотоу­ға ышаныс булмауын күрһәтте. Артабанғы көрсөк был мәсьәләне тағы ла киҫкенерәк ҡуйҙы.
Шул уҡ дәүерҙә Ҡытай йылына 10 процент кимәлендә үҫеште. Һин­достан да унан ҡалышмай. Тимәк, донъялағы иҡтисади көс­тәр нис­бәте лә үҙгәреүгә дусар ителде. Һөҙөмтәлә яҡын киләсәк­тә тиҙ үҫешеүсе дәүләттәр ингән ШОС һәм БРИКС ойошмалары­ның донъя­ның иҡтисади сәйә­сә­тен билдәлә­йәсәге торған һа­йын асығыраҡ беленә.
– Бер ҡараһаң, былай ҙа тиҙ үҫә барған Ҡытайға ошондай иҡтисади саммиттарҙа ҡатна­шыу­ҙың кәрәге юҡ та һымаҡ...
– Бөтөн ғилләһе шунда ла инде: үҫеш темпын юғалтмаҫҡа ла кәрәк бит әле. Ә бының өсөн тормош үҙ тауарыңды һатырға яңы­нан-яңы баҙар эҙләргә мәжбүр итә. Рәсәй Ҡытай дәүләтен ике сә­бәп буйынса ҡыҙыҡһындыра: беренсенән, биләмәһе һәм халҡы буйынса ғәйәт оло илебеҙ бик ҙур сауҙа баҙары ла булып тора, халҡыбыҙҙың һатып алыу һәләте лә күрше-тирәләге Азия илдәре менән сағыштырғанда күпкә юға­рыраҡ, икенсенән, энергия сыға­наҡ­тарының запасы ла ҙур – Ҡытайға уларҙы беҙҙән һатып алыу отошлораҡ.
– Башҡортостан был саммит­тарға ниндәй өмөт бағлай ала?
– Элекке модель биргән өҫ­төнлөктәр юҡҡа сыҡҡас, яңы мөмкинлектәрҙе файҙалана баш­лау­ҙың ҡәтғи талап ителеүе аңла­шылалыр. Билдәле булыуынса, илдең тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын халыҡтың һатып алыу кимәле бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ күберәк алған һайын иҡтисад та юғарыраҡ үҫеш­кә өлгәшә. Ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында халыҡтың һатып алыу мөмкин­леге кәмене. Дәүләт сы­ғымдары ла бюджеттың ауыр туп­ланыуы арҡаһында ҡыйынлыҡ кисерә. Нефть менән газға хаҡтар­ҙың артмауы ла экспорттан килгән килем сығанағын ныҡ ҡына сикләй.
Башҡортостанға был йәһәттән бик уңайлы мөмкинлек тыуа: сит ил инвестициялары ярҙамында иҡтисадтың яңы моделен төҙөү. Былай тигәндә, мин барыһынан да элек Ҡытайҙы күҙ уңында тотам. Әле Рәсәй буйынса төп капиталға инвестиция 19 процент тирәһе тәшкил итә. Белгестәр раҫлауынса, үҫешкә өлгәшеү өсөн был күрһәткес кәмендә 25 процент бу­лырға тейешле. Был инвес­тиция­ларҙы беҙ, тәбиғи, үҙҙәре иҡтисади көрсөк кисергән илдәр­ҙән түгел, ә тап тиҙ үҫә барған илдәрҙән көтөргә бурыслы.
– Беҙ әле ШОС һәм БРИКС илдәренән ни өсөндөр тик Ҡы­тай тураһында һүҙ алып бара­быҙ. Күрәһең, ошо ойошмалар ағзалары араһында иң көслөһө лә улдыр?
– Эйе, Ҡытай айырым иғтибар­ға лайыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был илде белмәйбеҙ ҙә. Ә бит иң ҙур күршебеҙ... Үҙенең 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында Ҡытай сит илдәргә 50 миллиард долларға тиклем инвестиция һалыуҙы планлаштырҙы. Ул был сәйәсәтендә төп иғтибарҙы Азия илдәренә һәм Рәсәйгә йүнәлтмәк­се. Төп хыялдарының береһе – элек беҙ тарих дәреслектәре аша ғына белгән “Ебәк юлы”н тергеҙеү. Был юл, билдәле булыуынса, Көн­сығыш менән Көнбайышты бәй­ләгән, тауар ғына түгел, ә бе­лем, мәҙәниәт, философия өлкә­һендә лә алыш-биреште тәьмин иткән. Ҡытай юл төҙөү тармағына ла ифрат ҙур сығымдар түгә, сөнки был – етештерелгән тауарҙы донъя илдәре­нә таратыу ысулы.
Әлеге көндә Ҡытай иҡтисади күрһәткестәр буйынса АҠШ-тан ҡалыша, ләкин, ошондай үҫеш темпы дауам итһә, 30 йыл самаһы үтеүгә ул донъяның иң ҡеүәтле илен ҡыуып етәсәк, ти фараз яһаусылар. Ҡытай Азия үҫеше һәм Азия инвестицияһы банкыларын булдырҙы, улар халыҡ-ара проекттарҙы финанслау өсөн тәғәйенләнгән.
Башҡортостандың да ошо уң­ған күршебеҙҙән өлгө алырға мөм­кинлектәре бар. Быға шул факт­­­тар ышандыра: респуб­лика­быҙ илдең иң тотороҡло үҫешеүсе ун төбәге исемлегенә ингән, сәнәғәт етештергән өлөшө тулайым төбәк продуктының беҙҙеке кеүек 40 процентын тәшкил иткән субъекттар бик аҙ, ауыл хужалығы кимәле лә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Тимәк, беҙҙең хатта Ҡытай кеүек ҙур дәүләттәрҙең дә иғтибарын йәлеп итерлек уңайлы шарттарыбыҙ бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 31

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 41

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 68

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 96