Ҡытайҙы беҙ әле белмәйбеҙ...08.07.2015
Был ҙур халыҡ-ара осрашыуға Башҡортостан, Рәсәй һәм, моғайын, барлыҡ донъя ғалимдары ла иғтибар йүнәлтмәй ҡалмаҫ. Бигерәк тә иҡтисад буйынса белгестәр, сөнки оло йыйында төп урынды көрсөктән ҡотолоу, шуға бәйле проблемаларҙы хәл итеү һәм артабанғы юлдарҙы билдәләү мәсьәләләре алып торасаҡ. Шуны иҫәпкә алып, беҙ Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад институты директоры Рөстәм АХУНОВҠА үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Рөстәм Ринат улы, ШОС һәм БРИКС саммиттарынан иң тәүҙә иҡтисади һөҙөмтә көтөргә кәрәктер, моғайын?
– Эйе, тап шулай. Донъяла иҡтисади хәл еңелдән түгел. 2000 йылдар башында Рәсәйҙең үҫеш темпы йылына 6,5 процент тәшкил иткәндә был күрһәткес иҡтисадты ла тиҙ үҫтерергә мөмкинлек бирҙе, тормош кимәле лә яйлап булһа ла күтәрелеүгә табан китте, ил дә ҡеүәтле дәүләт исеменә яҡынайҙы. Тулайым эске продукт күләме йылына 1-2 процент менән генә үҫә барған Европа илдәрен дә тиҙҙән ҡыуып етербеҙ һымаҡ күренгәйне. Донъя иҡтисадындағы хәл шулай һаҡланғанда, беҙ 15 йыл самаһы үтеүгә Испания һәм Португалия кеүек илдәрҙәге, ә тағы ла бер нисә тиҫтә йыл ваҡыт уҙыуға Германия һымаҡ иң алдынғы дәүләттәрҙәге тормош кимәленә етер инек. 2008 йыл башланғансы беҙ шуға ышандыҡ. Энергия сығанаҡтары баҙарындағы хаҡтың беҙҙең файҙаға булыуы ла ошоға инандырҙы.
Ләкин был өмөттәргә аҡланырға яҙманы, сөнки 2008 йылғы көрсөк, ғалимдар билдәләүенсә, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш моделен алмаштырҙы. Нефть менән газға ғына таянып йәшәү үҫеш темптарын беҙ теләгәнсә кимәлдә тотоуға ышаныс булмауын күрһәтте. Артабанғы көрсөк был мәсьәләне тағы ла киҫкенерәк ҡуйҙы.
Шул уҡ дәүерҙә Ҡытай йылына 10 процент кимәлендә үҫеште. Һиндостан да унан ҡалышмай. Тимәк, донъялағы иҡтисади көстәр нисбәте лә үҙгәреүгә дусар ителде. Һөҙөмтәлә яҡын киләсәктә тиҙ үҫешеүсе дәүләттәр ингән ШОС һәм БРИКС ойошмаларының донъяның иҡтисади сәйәсәтен билдәләйәсәге торған һайын асығыраҡ беленә.
– Бер ҡараһаң, былай ҙа тиҙ үҫә барған Ҡытайға ошондай иҡтисади саммиттарҙа ҡатнашыуҙың кәрәге юҡ та һымаҡ...
– Бөтөн ғилләһе шунда ла инде: үҫеш темпын юғалтмаҫҡа ла кәрәк бит әле. Ә бының өсөн тормош үҙ тауарыңды һатырға яңынан-яңы баҙар эҙләргә мәжбүр итә. Рәсәй Ҡытай дәүләтен ике сәбәп буйынса ҡыҙыҡһындыра: беренсенән, биләмәһе һәм халҡы буйынса ғәйәт оло илебеҙ бик ҙур сауҙа баҙары ла булып тора, халҡыбыҙҙың һатып алыу һәләте лә күрше-тирәләге Азия илдәре менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ, икенсенән, энергия сығанаҡтарының запасы ла ҙур – Ҡытайға уларҙы беҙҙән һатып алыу отошлораҡ.
– Башҡортостан был саммиттарға ниндәй өмөт бағлай ала?
– Элекке модель биргән өҫтөнлөктәр юҡҡа сыҡҡас, яңы мөмкинлектәрҙе файҙалана башлауҙың ҡәтғи талап ителеүе аңлашылалыр. Билдәле булыуынса, илдең тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын халыҡтың һатып алыу кимәле бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ күберәк алған һайын иҡтисад та юғарыраҡ үҫешкә өлгәшә. Ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмене. Дәүләт сығымдары ла бюджеттың ауыр тупланыуы арҡаһында ҡыйынлыҡ кисерә. Нефть менән газға хаҡтарҙың артмауы ла экспорттан килгән килем сығанағын ныҡ ҡына сикләй.
Башҡортостанға был йәһәттән бик уңайлы мөмкинлек тыуа: сит ил инвестициялары ярҙамында иҡтисадтың яңы моделен төҙөү. Былай тигәндә, мин барыһынан да элек Ҡытайҙы күҙ уңында тотам. Әле Рәсәй буйынса төп капиталға инвестиция 19 процент тирәһе тәшкил итә. Белгестәр раҫлауынса, үҫешкә өлгәшеү өсөн был күрһәткес кәмендә 25 процент булырға тейешле. Был инвестицияларҙы беҙ, тәбиғи, үҙҙәре иҡтисади көрсөк кисергән илдәрҙән түгел, ә тап тиҙ үҫә барған илдәрҙән көтөргә бурыслы.
– Беҙ әле ШОС һәм БРИКС илдәренән ни өсөндөр тик Ҡытай тураһында һүҙ алып барабыҙ. Күрәһең, ошо ойошмалар ағзалары араһында иң көслөһө лә улдыр?
– Эйе, Ҡытай айырым иғтибарға лайыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был илде белмәйбеҙ ҙә. Ә бит иң ҙур күршебеҙ... Үҙенең 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында Ҡытай сит илдәргә 50 миллиард долларға тиклем инвестиция һалыуҙы планлаштырҙы. Ул был сәйәсәтендә төп иғтибарҙы Азия илдәренә һәм Рәсәйгә йүнәлтмәксе. Төп хыялдарының береһе – элек беҙ тарих дәреслектәре аша ғына белгән “Ебәк юлы”н тергеҙеү. Был юл, билдәле булыуынса, Көнсығыш менән Көнбайышты бәйләгән, тауар ғына түгел, ә белем, мәҙәниәт, философия өлкәһендә лә алыш-биреште тәьмин иткән. Ҡытай юл төҙөү тармағына ла ифрат ҙур сығымдар түгә, сөнки был – етештерелгән тауарҙы донъя илдәренә таратыу ысулы.
Әлеге көндә Ҡытай иҡтисади күрһәткестәр буйынса АҠШ-тан ҡалыша, ләкин, ошондай үҫеш темпы дауам итһә, 30 йыл самаһы үтеүгә ул донъяның иң ҡеүәтле илен ҡыуып етәсәк, ти фараз яһаусылар. Ҡытай Азия үҫеше һәм Азия инвестицияһы банкыларын булдырҙы, улар халыҡ-ара проекттарҙы финанслау өсөн тәғәйенләнгән.
Башҡортостандың да ошо уңған күршебеҙҙән өлгө алырға мөмкинлектәре бар. Быға шул факттар ышандыра: республикабыҙ илдең иң тотороҡло үҫешеүсе ун төбәге исемлегенә ингән, сәнәғәт етештергән өлөшө тулайым төбәк продуктының беҙҙеке кеүек 40 процентын тәшкил иткән субъекттар бик аҙ, ауыл хужалығы кимәле лә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Тимәк, беҙҙең хатта Ҡытай кеүек ҙур дәүләттәрҙең дә иғтибарын йәлеп итерлек уңайлы шарттарыбыҙ бар.