Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Оло етәү” элеккеләй ҡеүәтлеме?
Германияла “Оло етәү” илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, Грузияның Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең ҡырҡа үҙгәреүе, Төркиәләге парламент һайлауҙарының көтөлмәгән һөҙөмтә биреүе уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.

Канада ҡаршы булһа ла...

Баварияла “Оло етәү” илдәре етәксе­лә­ренең сираттағы саммиты булды. Унда Франция һәм АҠШ президенттары Франсуа Ол­ланд менән Барак Обама, Италияның Министрҙар советы рәйесе Маттео Ренци, Канада премьеры Стивен Харпер, Бөйөк Британия һәм Япония премьер-министрҙары Дэвид Кэмерон менән Синдзо Абэ, Европа советы башлығы Дональд Туск, Европа комиссияһы рәйесе Жан-Клод Юнкер ҡатнашты. Саммит­ҡа Германия канцлеры Ангела Меркель рәйеслек итте.
Донъя лидерҙары Ирандың уран байытыуын, Грециялағы хәлдәрҙе, хәүефһеҙлек, иҡтисад мәсьәләләрен тикшерҙе. Украина ме­нән Рәсәй хаҡында ла фекер алыштылар. Билдәле булыуынса, былтыр илебеҙҙе “Оло һигеҙ” клубынан төшөрөп ҡалдырғайнылар. Дөрөҫөрәге, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бойкот иғлан итеп, берләшмәнең Сочиҙа бу­лырға тейешле саммитына килмәнеләр. Һө­ҙөмтәлә донъяның иң көслө тип иҫәпләнгән клубы “Оло етәү”гә тороп ҡалды. Илебеҙҙе был саммиттан ситләтеү, әлбиттә, берләшмә­нең ҡалған ете ағзаһына бер ниндәй өҫтөнлөк бирмәне. Унан килеп, донъя аренаһында уларҙан башҡа ла көслө дәүләттәр барлыҡҡа килде.
“Оло етәү” клубы барлыҡҡа килгән осорҙа (1975 йыл), ысынлап та, әлеге дәүләттәр иҡтисади йәһәттән донъяла иң көслөләре булып иҫәпләнгәйне. Улар социалистик ҡоролошло СССР-ҙы үҙенә яҡын юлатманы. Рәсәй клубҡа 1997 йылда ғына ҡушылды һәм былтырға тиклем улар менән бергә булды. Бөгөн был берләшмә һәр йәһәттән “иҫкерҙе” тип әйтергә була. Иҡтисади үҫеш буйынса АҠШ-тан ҡала икенсе баҫҡысҡа күтәрелгән Ҡытай, “Оло етәү”ҙә ағза булып торған Ита­лияның “үксәһенә баҫып” килгән Һиндостан, Бразилия кеүек илдәрҙең көсәйеүе әлеге клубтың абруйы юғала барыуы хаҡында һөйләй. Шуға ла Канада премьер-министры Стивен Харперҙың саммитта: “Владимир Путин власта саҡта Рәсәй “Оло һигеҙ”гә әйләнеп ҡайта алмаясаҡ. Канада быға ҡырҡа ҡаршы”, – тип белдереүе көлкөлө яңғырай. Илебеҙ, берләшмәгә ҡушылмаһа ла, гөрләтеп йәшәй алырлыҡ. Унан килеп, “Оло етәү”гә дәғүәсе булырлыҡ БРИКС, ШОС берләшмә­ләре барлығын да иҫтән сығарырға ярамай.
Бавариялағы саммитта Рәсәйгә ҡарата иғ­лан ителгән санкцияларҙы оҙайтыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Былтырғы сикләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты июль аҙағында тамамлана. 25-26 июндә Европа советына ҡараған ил­дәрҙең саммиты булырға тейеш. Уға тиклем санкцияларҙың яҙмышын хәл итеп ҡуймаҡ­сылар. Бөйөк Британия, Канада кеүек илдәр сикләүҙәрҙе оҙайтыу яҡлы булһа, башҡалары Минск килешеүе үтәлгән осраҡта шарттарҙы йомшартыу яғында икәнлеген белдерә. Европа фермерҙары ла санкцияларҙы бөтөрөү яғында. Улар был йәһәттән үҙ илдәрендә властың эшенә ҡаршылыҡ акциялары ойоштора. Бигерәк тә Франция, Италия, Германия фермерҙары әүҙемлек күрһәтә.
Италия тигәндән, иртәгә Владимир Путин­дың “ЭКСПО-2015” күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Миланға барыуы көтөлә. Рим ҡалаһында ул Хөкүмәт етәксеһе Маттео Ренци менән осрашырға тейеш. Италия яғы был ваҡиғаға ҙур өмөт бағлай.

Грузия нимәгә ынтыла?

Грузия менән Рәсәй араһы йәнә боҙолоп тора. Быға күрше дәүләттең сит ил эштәре министры Тамара Беручашвили сәбәпсе. Ул Европала хәүефһеҙлек буйынса уҙғарылған йыйындарҙың береһендә: “Грузия менән Украинала алып барған сәйәсәте өсөн Рәсәй аҡсалата компенсация түләргә тейеш”, – тип белдергән. Илебеҙҙе тәнҡитләп, был дәүләт НАТО-ға яҡынайырға ынтыла. Ошо көндәрҙә Грузия премьер-министрының махсус вәкиле Зураб Абашидзе менән Рәсәйҙең сит ил эш­тәре министры урынбаҫары Григорий Красин Прага ҡалаһында ике аралағы мөнәсәбәтте яйға һалыу буйынса һөйләшеү уҙғарырға те­йеш. Һөҙөмтә нисек булыр – ваҡыт күрһәтер.

Курдтар Мәжлескә
үтеп инде

7 июндә Төркиәлә парламент (Мәжлес) һайлауҙары уҙҙы. Быға тиклем унда өс партия ине, хәҙер дүртәү буласаҡ. Президент Рәжәп Тайып Эрдоган етәкселегендәге Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы күпселекте тәшкил итә ине. Был юлы ла улар Мәжлестә 550 урындың 42 процентын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта оппозиция вәкилдәренән торған курдтарҙың Халыҡтар демократияһы партияһы 70 урынды биләйә­сәк. Уларҙың парламентҡа үтеп инеүе Тайып Эрдоган өсөн ҙур проблема тыуҙырыр, моға­йын. Ни өсөн тигәндә, президент Консти­туцияға үҙгәрештәр индереп, артабан да власта ҡалырға иҫәп тота ине. Курдтар иһә уның “кәрттәрен” бутаны.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә