“Оло етәү” элеккеләй ҡеүәтлеме?09.06.2015
Германияла “Оло етәү” илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, Грузияның Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең ҡырҡа үҙгәреүе, Төркиәләге парламент һайлауҙарының көтөлмәгән һөҙөмтә биреүе уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Канада ҡаршы булһа ла...
Баварияла “Оло етәү” илдәре етәкселәренең сираттағы саммиты булды. Унда Франция һәм АҠШ президенттары Франсуа Олланд менән Барак Обама, Италияның Министрҙар советы рәйесе Маттео Ренци, Канада премьеры Стивен Харпер, Бөйөк Британия һәм Япония премьер-министрҙары Дэвид Кэмерон менән Синдзо Абэ, Европа советы башлығы Дональд Туск, Европа комиссияһы рәйесе Жан-Клод Юнкер ҡатнашты. Саммитҡа Германия канцлеры Ангела Меркель рәйеслек итте.
Донъя лидерҙары Ирандың уран байытыуын, Грециялағы хәлдәрҙе, хәүефһеҙлек, иҡтисад мәсьәләләрен тикшерҙе. Украина менән Рәсәй хаҡында ла фекер алыштылар. Билдәле булыуынса, былтыр илебеҙҙе “Оло һигеҙ” клубынан төшөрөп ҡалдырғайнылар. Дөрөҫөрәге, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бойкот иғлан итеп, берләшмәнең Сочиҙа булырға тейешле саммитына килмәнеләр. Һөҙөмтәлә донъяның иң көслө тип иҫәпләнгән клубы “Оло етәү”гә тороп ҡалды. Илебеҙҙе был саммиттан ситләтеү, әлбиттә, берләшмәнең ҡалған ете ағзаһына бер ниндәй өҫтөнлөк бирмәне. Унан килеп, донъя аренаһында уларҙан башҡа ла көслө дәүләттәр барлыҡҡа килде.
“Оло етәү” клубы барлыҡҡа килгән осорҙа (1975 йыл), ысынлап та, әлеге дәүләттәр иҡтисади йәһәттән донъяла иң көслөләре булып иҫәпләнгәйне. Улар социалистик ҡоролошло СССР-ҙы үҙенә яҡын юлатманы. Рәсәй клубҡа 1997 йылда ғына ҡушылды һәм былтырға тиклем улар менән бергә булды. Бөгөн был берләшмә һәр йәһәттән “иҫкерҙе” тип әйтергә була. Иҡтисади үҫеш буйынса АҠШ-тан ҡала икенсе баҫҡысҡа күтәрелгән Ҡытай, “Оло етәү”ҙә ағза булып торған Италияның “үксәһенә баҫып” килгән Һиндостан, Бразилия кеүек илдәрҙең көсәйеүе әлеге клубтың абруйы юғала барыуы хаҡында һөйләй. Шуға ла Канада премьер-министры Стивен Харперҙың саммитта: “Владимир Путин власта саҡта Рәсәй “Оло һигеҙ”гә әйләнеп ҡайта алмаясаҡ. Канада быға ҡырҡа ҡаршы”, – тип белдереүе көлкөлө яңғырай. Илебеҙ, берләшмәгә ҡушылмаһа ла, гөрләтеп йәшәй алырлыҡ. Унан килеп, “Оло етәү”гә дәғүәсе булырлыҡ БРИКС, ШОС берләшмәләре барлығын да иҫтән сығарырға ярамай.
Бавариялағы саммитта Рәсәйгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙы оҙайтыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Былтырғы сикләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты июль аҙағында тамамлана. 25-26 июндә Европа советына ҡараған илдәрҙең саммиты булырға тейеш. Уға тиклем санкцияларҙың яҙмышын хәл итеп ҡуймаҡсылар. Бөйөк Британия, Канада кеүек илдәр сикләүҙәрҙе оҙайтыу яҡлы булһа, башҡалары Минск килешеүе үтәлгән осраҡта шарттарҙы йомшартыу яғында икәнлеген белдерә. Европа фермерҙары ла санкцияларҙы бөтөрөү яғында. Улар был йәһәттән үҙ илдәрендә властың эшенә ҡаршылыҡ акциялары ойоштора. Бигерәк тә Франция, Италия, Германия фермерҙары әүҙемлек күрһәтә.
Италия тигәндән, иртәгә Владимир Путиндың “ЭКСПО-2015” күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Миланға барыуы көтөлә. Рим ҡалаһында ул Хөкүмәт етәксеһе Маттео Ренци менән осрашырға тейеш. Италия яғы был ваҡиғаға ҙур өмөт бағлай.
Грузия нимәгә ынтыла?
Грузия менән Рәсәй араһы йәнә боҙолоп тора. Быға күрше дәүләттең сит ил эштәре министры Тамара Беручашвили сәбәпсе. Ул Европала хәүефһеҙлек буйынса уҙғарылған йыйындарҙың береһендә: “Грузия менән Украинала алып барған сәйәсәте өсөн Рәсәй аҡсалата компенсация түләргә тейеш”, – тип белдергән. Илебеҙҙе тәнҡитләп, был дәүләт НАТО-ға яҡынайырға ынтыла. Ошо көндәрҙә Грузия премьер-министрының махсус вәкиле Зураб Абашидзе менән Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Григорий Красин Прага ҡалаһында ике аралағы мөнәсәбәтте яйға һалыу буйынса һөйләшеү уҙғарырға тейеш. Һөҙөмтә нисек булыр – ваҡыт күрһәтер.
Курдтар Мәжлескә
үтеп инде
7 июндә Төркиәлә парламент (Мәжлес) һайлауҙары уҙҙы. Быға тиклем унда өс партия ине, хәҙер дүртәү буласаҡ. Президент Рәжәп Тайып Эрдоган етәкселегендәге Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы күпселекте тәшкил итә ине. Был юлы ла улар Мәжлестә 550 урындың 42 процентын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта оппозиция вәкилдәренән торған курдтарҙың Халыҡтар демократияһы партияһы 70 урынды биләйәсәк. Уларҙың парламентҡа үтеп инеүе Тайып Эрдоган өсөн ҙур проблема тыуҙырыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, президент Конституцияға үҙгәрештәр индереп, артабан да власта ҡалырға иҫәп тота ине. Курдтар иһә уның “кәрттәрен” бутаны.